Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың көньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәрендә Темәс халҡы ауылда спорт залының бикле тороуына борсолоу белдергәйне. Ниһайәт, элекке клуб бинаһы ҡайтанан ремонтланып, заманса талаптарға яуап биргән спорт залы итеп үҙгәртелеп, ошо көндәрҙә үҙ ишектәрен асты.
Милләттең һаулығын нимә билдәләй? Темәстәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, панкратион буйынса халыҡ-ара турнир еңеүсеһе, греплинг, ҡул көрәше буйынса чемпион Заһир Түләбаев һәм башҡа ҡунаҡтар килде.
– Темәс ауылы – райондың иң ҙур һәм социаль-иҡтисади яҡтан үҫешкән ауылдарының береһе. Бында бар яҡтан әүҙем, тырыш, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Йәштәрҙең, балаларҙың күплеге ауылдың киләсәге яҡты һәм өмөтлө булыуы тураһында һөйләй, – тип һүҙ башланы Фәнис Ғәбдрәшит улы. – Бөгөн Темәс ауылы халҡы өсөн тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға – спорт залы үҙ ишектәрен аса. Районда физик культура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләренә етди иғтибар бүленә. Ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы, бассейн, стадион, саңғы базалары, тирҙар, спорт залдары эшләп килә. Темәстә ике мәктәп һәм бер клубтағы спорт залы иҫәпләнә. Халыҡтың һорауы буйынса ауыл клубының спорт залында ремонт эштәре башҡарылды. Мәктәп уҡыусылары көрәш, еңел атлетика, саңғы ярышы, волейбол, футбол, баскетбол буйынса секцияларға йөрөй. Темәстәр район, республика һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө ярышта уңышлы ҡатнаша һәм еңеү яулай. Вилүр Асаинов, Вәхит Мадаков, Филүс Әбсәләмов, Марсель Юлдашев кеүек спортсылар әленән-әле оло еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Спорт – милләт һаулығын билдәләгән мөһим факторҙарҙың береһе, шуға күрә бөгөн асылған спорт залы һәр саҡ тулы булһын, бында ярыштар, спорт саралары үткәрелеп торһон, ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина үҙ сығышында темәстәрҙе яңы спорт залы асылыуы менән ихлас ҡотланы һәм киләсәктә ошонда шөғөлләнеүсе ҡыҙ һәм егеттәрҙең оло спортта үҙ юлдарын табыуҙарын һәм юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙәрен теләне.
– Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Фәҡәт сәләмәт тормош милләтебеҙҙең киләсәген билдәләй. Ә уның киләсәге – һеҙ, ҡәҙерле уҡыусылар, шуға күрә бөгөндән сәләмәт йәшәү рәүеше алып барығыҙ, спортты яратығыҙ һәм уның менән дуҫ булығыҙ. Бөгөн спорттың төрлө өлкәләрендә чемпиондар булып танылған спортсыларҙы алып килдем, улар һеҙгә төрлө күнекмәләр күрһәтер, кәңәштәрен еткерер. Беҙ ҙә байрамға буш ҡул менән килмәнек, һеҙгә артабан билдәрегеҙҙе быуып, яңы еңеүҙәр яулар өсөн 9х9 метр көрәш келәмен бүләк итәм. Ошо залда спорттың төрлө төрҙәре буйынса яңы чемпиондар үҫһен! – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Ысынлап та, Темәс мәктәбендә йәш быуындың һаулығын нығытыу, физик үҫеш һәм тәрбиә биреү өҫтөндә ҙур эш алып барыла. Ошо һөҙөмтәләрҙең башланғысы булып үҙ эшенең оҫталары, физик тәрбиә биреү уҡытыусылары тора. Артабан ҡунаҡтарға уларҙың оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.
Спорт өсөн сиктәр юҡЫсынлап та, тап шулай. Бигерәк тә Темәс мәктәбе уҡыусылары өсөн, сөнки улар, үҙҙәре белем алған мәктәптең спорт залы бик бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, районда ғына түгел, республикала бихисап спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урын яулай.
Бында бигерәк тә милли көрәш буйынса шөғөлләнеүселәр көслө. Уларҙың тренеры Самат Намаҙҡаев әйтеүенсә, көрәш секцияһында 2–11-се кластарҙан барлығы 30-ҙан ашыу малай шөғөлләнә. Аҙнаһына өс тапҡыр үтеүенә ҡарамаҫтан, һәр саҡ улар ҙур теләк менән килә. Мәҫәлән, Вилүр Асаинов, Филүс Әбсәләмов, Айҙар Иҫсурин – республика чемпиондары, Филүс Әбсәләмов иһә – Рәсәй буйынса өсөнсө урынды яулаған бил бирмәҫ көрәшсе.
4-се класс уҡыусыһы Илгиз Атанғолов менән 5-сенән Динис Ҡаҙаҡбаев та майҙанда үҙ категориялары буйынса дәғүәселәренә бирешмәй. “Хәҙер йәнә күнекмәләрҙе йәнләндерербеҙ, шөғөлләнер өсөн урын да, келәм дә булды”, – ти Самат Һатыбал улы.
Исҡужин Юнир етәкселегендәге мәктәптең волейбол һәм футбол командалары ла районда бер нисә йыл рәттән беренселекте биргәндәре юҡ. Азамат Абдулов, Эмиль Урмантаев, Мәүлит Исхаҡов һәм Илнар Халиҡовтар районда иң яҡшы футболсылар тип танылған. Волейбол уйнауҙы бигерәк тә ҡыҙҙар үҙ итә. Зәлиә Халиҡова, Нәзилә Рәхмәтуллина һәм Эльвина Урмантаевалар волейбол буйынса иң яҡшы уйынсылар исемен яулаған.
Ҡыҙҙарҙың тренеры Рәхилә Таһирова әйтеүенсә, улар район һәм республика ярыштарында иң алдынғылар икән. Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусыларының спартакиадаһы сиктәрендә “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатында ҡатнашып, еңеүсе лә булғандар.
Шарттар бар ҙа ул... Бөгөн һәр ауылда, һәр мәктәптә спорт менән шөғөлләнеү, йәштәрҙе генә түгел, ололарҙы ла сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Темәс ауылын алып ҡарағанда ла бында өс спорт залы эшләй кеүек тә, әммә барыһына ла урындар етәме...
Темәс урта мәктәбенең физик тәрбиә биреүсе уҡытыусылары белем усағында спорт залының бәләкәй булыуына зарлана. Хәҙер мәктәп бер сменала уҡығас, физкультура дәрестәре тап килә, шунлыҡтан бәләкәй спорт залында ике класҡа шөғөлләнергә тура килә.
“Беҙ күптән инде мәктәп янында айырым спорт залы өсөн төкәтмә төҙөүҙәрен һорайбыҙ, әммә беҙҙең зарҙы ишетеүсе юҡ. Әлбиттә, әле асылған спорт залы ниндәйҙер кимәлдә өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бирә, тик бер дәрестә генә ауылдың бер яҡ осонда урынлашҡан урынға барып етеү, шөғөлләнеү, аҙаҡ кире килеү мөмкин түгел. Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙә район ярыштарын ғына түгел, хатта зона буйынса спорт сараларын да ҡабул итә алмайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй залда оло еңеүҙәргә илтер ярыштарға әҙерләнеү ҙә мөмкин түгел”, – ти улар.
Тимәк, ауылда спорт залын астыҡ та, эш шуның менән тамам, тип уйларға форсат юҡ. Йәнә киләсәктә мәктәп янында заман талаптарына яуап биргән өр-яңы, ҙур һәм яҡты спорт залы асылыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.