Ни өсөн батырҙар ауылда үҫә?04.01.2019
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың көньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәрендә Темәс халҡы ауылда спорт залының бикле тороуына борсолоу белдергәйне. Ниһайәт, элекке клуб бинаһы ҡайтанан ремонтланып, заманса талаптарға яуап биргән спорт залы итеп үҙгәртелеп, ошо көндәрҙә үҙ ишектәрен асты.

Милләттең һаулығын нимә билдәләй?

Темәстәрҙең шатлығын уртаҡ­лашырға Башҡортостан Респуб­ли­каһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡол­һа­рина, Баймаҡ районы хакимиә­те башлығы вазифаһын башҡа­рыусы Фәнис Әминев, панкратион буйынса халыҡ-ара турнир еңеү­сеһе, греплинг, ҡул көрәше буйынса чемпион Заһир Түләбаев һәм башҡа ҡунаҡтар килде.

– Темәс ауылы – райондың иң ҙур һәм социаль-иҡтисади яҡтан үҫешкән ауылдарының береһе. Бында бар яҡтан әүҙем, тырыш, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Йәштәрҙең, балаларҙың күплеге ауылдың киләсәге яҡты һәм өмөт­лө булыуы тураһында һөйләй, – тип һүҙ башланы Фәнис Ғәбдрәшит улы. – Бөгөн Темәс ауылы халҡы өсөн тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға – спорт залы үҙ ишектәрен аса. Районда физик культура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләренә етди иғтибар бү­ленә. Ике физкультура-һауыҡ­тырыу комплексы, бассейн, стадион, саңғы базалары, тирҙар, спорт залдары эшләп килә. Те­мәс­тә ике мәктәп һәм бер клуб­тағы спорт залы иҫәпләнә. Ха­лыҡтың һорауы буйынса ауыл клубының спорт залында ремонт эштәре башҡарылды. Мәктәп уҡыусылары көрәш, еңел атлетика, саңғы ярышы, волейбол, футбол, баскетбол буйынса сек­цияларға йөрөй. Темәстәр район, республика һәм Рәсәй кимәлен­дәге төрлө ярышта уңышлы ҡат­наша һәм еңеү яулай. Вилүр Асаинов, Вәхит Мадаков, Филүс Әбсәләмов, Марсель Юлдашев кеүек спортсылар әленән-әле оло еңеүҙәре менән ҡыуан­дыра. Спорт – милләт һаулығын бил­дәләгән мөһим факторҙарҙың береһе, шуға күрә бөгөн асылған спорт залы һәр саҡ тулы булһын, бында ярыштар, спорт саралары үткәрелеп торһон, ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина үҙ сығышында темәстәрҙе яңы спорт залы асылыуы менән ихлас ҡотланы һәм киләсәктә ошонда шөғөлләнеүсе ҡыҙ һәм егеттәрҙең оло спортта үҙ юлдарын табыу­ҙарын һәм юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙәрен теләне.

– Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Фәҡәт сәләмәт тормош мил­ләтебеҙҙең киләсәген билдәләй. Ә уның киләсәге – һеҙ, ҡәҙерле уҡыусылар, шуға күрә бөгөндән сәләмәт йәшәү рәүеше алып ба­рығыҙ, спортты яратығыҙ һәм уның менән дуҫ булығыҙ. Бөгөн спорттың төрлө өлкәлә­рендә чемпиондар булып та­нылған спорт­сыларҙы алып килдем, улар һеҙгә төрлө күнекмәләр күрһәтер, кә­ңәш­тәрен еткерер. Беҙ ҙә бай­рам­ға буш ҡул менән килмәнек, һеҙгә артабан билдәрегеҙҙе быуып, яңы еңеүҙәр яулар өсөн 9х9 метр көрәш келәмен бүләк итәм. Ошо залда спорттың төрлө төр­ҙә­ре буйынса яңы чемпиондар үҫ­һен! – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Ысынлап та, Темәс мәктә­бендә йәш быуындың һаулығын нығытыу, физик үҫеш һәм тәрбиә биреү өҫтөндә ҙур эш алып барыла. Ошо һөҙөмтәләрҙең башланғысы булып үҙ эшенең оҫталары, физик тәрбиә биреү уҡытыусылары тора. Артабан ҡунаҡтарға уларҙың оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

Спорт өсөн сиктәр юҡ

Ысынлап та, тап шулай. Биге­рәк тә Темәс мәктәбе уҡыусы­лары өсөн, сөнки улар, үҙҙәре белем алған мәктәптең спорт залы бик бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, районда ғына түгел, республикала бихисап спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урын яулай.

Бында бигерәк тә милли көрәш буйынса шөғөлләнеүселәр көслө. Уларҙың тренеры Самат Намаҙ­ҡаев әйтеүенсә, көрәш секция­һын­да 2–11-се кластарҙан бар­лығы 30-ҙан ашыу малай шөғөл­ләнә. Аҙнаһына өс тапҡыр үтеүе­нә ҡарамаҫтан, һәр саҡ улар ҙур теләк менән килә. Мәҫәлән, Вилүр Асаинов, Филүс Әбсәләмов, Айҙар Иҫсурин – республика чемпиондары, Филүс Әбсәләмов иһә – Рәсәй буйынса өсөнсө урынды яулаған бил бирмәҫ көрәшсе.

4-се класс уҡыусыһы Илгиз Атанғолов менән 5-сенән Динис Ҡаҙаҡбаев та майҙанда үҙ категориялары буйынса дәғүә­селәренә бирешмәй. “Хәҙер йәнә күнекмәләрҙе йәнләндерербеҙ, шөғөлләнер өсөн урын да, келәм дә булды”, – ти Самат Һатыбал улы.

Исҡужин Юнир етәкселеген­дәге мәктәптең волейбол һәм футбол командалары ла районда бер нисә йыл рәттән беренселекте биргәндәре юҡ. Азамат Абдулов, Эмиль Урмантаев, Мәүлит Исхаҡов һәм Илнар Халиҡовтар районда иң яҡшы футболсылар тип танылған. Волейбол уйнауҙы бигерәк тә ҡыҙҙар үҙ итә. Зәлиә Халиҡова, Нәзилә Рәхмәтуллина һәм Эльвина Урмантаевалар волейбол буйынса иң яҡшы уйынсылар исемен яулаған.

Ҡыҙҙарҙың тренеры Рәхилә Таһирова әйтеүенсә, улар район һәм республика ярыштарында иң алдынғылар икән. Башҡорт­остан Республикаһы мәктәп уҡыу­сыларының спар­такиа­даһы сик­тәрендә “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп бас­кетбол лигаһы чемпионатында ҡатнашып, еңеүсе лә булғандар.

Шарттар бар ҙа ул...

Бөгөн һәр ауылда, һәр мәктәп­тә спорт менән шөғөл­ләнеү, йәштәрҙе генә түгел, ололарҙы ла сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Темәс ауылын алып ҡарағанда ла бында өс спорт залы эшләй кеүек тә, әммә барыһына ла урындар етәме...
Темәс урта мәктәбенең физик тәрбиә биреүсе уҡытыусылары белем усағында спорт залының бәләкәй булыуына зарлана. Хә­ҙер мәктәп бер сменала уҡығас, физкультура дәрестәре тап килә, шунлыҡтан бәләкәй спорт залында ике класҡа шөғөлләнергә тура килә.

“Беҙ күптән инде мәктәп янында айырым спорт залы өсөн тө­кәтмә төҙөүҙәрен һорайбыҙ, әммә беҙҙең зарҙы ишетеүсе юҡ. Әл­биттә, әле асылған спорт залы ниндәйҙер кимәлдә өҫтәмә шө­ғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бирә, тик бер дәрестә генә ауыл­дың бер яҡ осонда урынлашҡан урынға барып етеү, шөғөлләнеү, аҙаҡ кире килеү мөмкин түгел. Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙә район ярыштарын ғына түгел, хатта зона буйынса спорт сараларын да ҡабул итә алмайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй залда оло еңеү­ҙәргә илтер ярыштарға әҙерләнеү ҙә мөмкин түгел”, – ти улар.

Тимәк, ауылда спорт залын астыҡ та, эш шуның менән тамам, тип уйларға форсат юҡ. Йәнә киләсәктә мәктәп янында заман талаптарына яуап биргән өр-яңы, ҙур һәм яҡты спорт залы асылыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.


Вернуться назад