Башҡорт йәштәре бөгөн нисек йәшәй?Йәштәр хоккей лигаһы чемпионатының дүртенсе аҙнаһында иң шәп гол авторҙары араһында Өфө егете Байрас Абдуллин да бар. Магнитогорск ҡалаһының “Ҡорос төлкөләр” хоккей командаһы өсөн сығыш яһаған башҡорт егете ихлас әңгәмәсе булып сыҡты. Ҡарашында спортсыларға хас ҡыйыулыҡ, етдилек тә, шул уҡ ваҡытта тәрбиә менән бирелгән итәғәтлек тә сағыла. Бөгөнгө заман йәштәренә хас аңлы һәм асыҡ ҡарашлы йәш егет ғаиләлә баш бала икән. Сәмле улдар үҫтергән бәхетле атай-әсәй — хәрби өлкәләге һәм мәҙәниәт юлындағы кешеләр. Балаларында һәр яҡлап һәм төрлө йүнәлештә һәләттәрен үҫтереп, уларҙы булдыҡлы, бәхетле итергә тырышҡан ғаилә башлыҡтары ла, спорт юлын һайлап, хоккей майҙансығына баҫҡан Байрас та һоҡландырҙы. Үҙебеҙҙең башҡорт йәштәре өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, йәш хоккейсы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Байрас, ә ни өсөн хоккей? Ошо юлды һайлауыңа кем булышлыҡ итте?
– Моғайын, һәр баланың нимәгәлер ылығып китеүендә өлкәндәр ҙур роль уйнайҙыр. Мине лә бәләкәйҙән ата-әсәйем үҙҙәре менән “Салауат Юлаев”тың хоккей матчын ҡарарға алып барҙы. Мауыҡтырғыс уйынды шул хәтлем ҡыҙығып ҡарағаным хәтеремдә... Шул саҡта ҡапыл үҙем дә боҙ майҙансығында шайба артынан елгән, сәкән тотҡан ысын хоккейсы булғым килде. Бәләкәй генә булһам да, уйнау теләге көслө ине. “Тағы алып бараһығыҙмы?” тип атай-әсәйемдең башын ҡатырҙым.
Шулай дүрт йәшемдә Өфө хоккей мәктәбендә шөғөлләнә башланым. Әлбиттә, мин башта уйлағанса, эш боҙҙа шайба ҡыуыуҙа ғына түгел ине. Күнекмәләрҙе ҡалдырмаҫҡа, етди шөғөлләнергә кәрәк. Шулай, тырышлыҡ һәм тир аша ошо спорт төрө минең яратҡан етди шөғөлөмә әүерелде. Ошоғаса “Салауат Юлаев” хоккей клубының мәктәбендә уйнап тәжрибә тупланым.
– Таныштарың, дуҫтарың һине нисек ҡабул итә? Хоккейсы булғас, ғәҙәти тормош алып барған йәштәштәрең кеүек ял итергә йә булмаһа бүтән шөғөлдәргә ваҡыт ҡаламы?
– Тормошом башҡа йәштәштәремдеке кеүек үк ғәҙәти, ә дуҫтарым спорт менән дуҫ булыуымды яҡшы ҡабул итә. Уларҙың да күбеһенең яратҡан шөғөлдәре бар бит. Ғөмүмән, һәр кеше был тормошта нимәгәлер ынтылырға, төрлө яҡлап үҫешергә, күңеленә ятҡан файҙалы шөғөлдәре булырға тейеш. Әлбиттә, йыш ҡына күнекмәләрҙә булғас, ял итергә ваҡыт әҙерәк ҡала.
– Аңлауымса, хоккей менән бәләкәй саҡтан уҡ даими шөғөлләнәһең. Был уҡыуыңа ҡамасауламанымы?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, уҡыу менән күнекмәләрҙе бергә һәм яҡшы итеп алып барыу бигүк килеп сыҡмай ине. Был осраҡта күңелем менән яратҡан шөғөлөмә нығыраҡ тартылдым. Һәм дөрөҫ эшләгәнмендер тип уйлайым.
– Хоккейҙа иң мөһиме нимә: командамы, тренермы, тырышлыҡмы? Һинеңсә, был спорт төрө кешелә ниндәй сифаттар тәрбиәләй?
– Һәр бер эштәге кеүек, уңыш өсөн спортта ла яҡшы сифаттарға эйә булыу бик мөһим. Ә хоккейҙа иң мөһиме — тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ.
Был спорт төрө уйынсыларҙа маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләй, сыныҡтыра, тәүәккәл һәм дуҫтарың менән бөтөн бер команда булырға өйрәтә.
– Еңеүҙәр менән бергә еңелеүҙәр ҙә кисергәнһеңдер, моғайын. Кәйеф төшкән саҡтар ҙа була торғандыр... Улар һинең артабанғы уйындарыңа нисек тәьҫир итте?
– Әлбиттә, бала саҡта еңелгән өсөн илаған саҡтар була торғайны. Үҫә төшкәс, был еңелеүҙәрҙең һабаҡ булыуын нығыраҡ аңлай башланым. Ғөмүмән, тәжрибә менән уңышһыҙ уйынды башыңдан үткәреп анализларға, һығымта яһарға һәм шунда уҡ оноторға кәрәклеген аңлайһың. Татлы аҙыҡ ашап алыу ҙа бындай осраҡта ҡамасауламай. Ә ысынын әйткәндә, бәләкәй уңышһыҙлыҡтарға йәбешеп ултырғансы, яңы еңеүҙәр һәм уларҙы нисек булдырыу тураһында уйлау яҡшыраҡ. Һәр аҙым – оло уңыштарға илтер маҡсат ул.
– Йәшерен түгел, төрлө күнекмәләрҙә шөғөлләнеү, спорт әйберҙәре алыу өсөн матди хәлдең дә яҡшы булыуы талап ителә. Был осраҡта кем һиңә ярҙам итә ине һәм бөгөн аҡсаң етәме?
– Ысынлап та, күнекмәләргә йөрөгән саҡта уйынға кәрәкле бөтә нәмәләр ҙә талап ителә. Атай-әсәйемә рәхмәт, улар мине тулыһынса тәьмин итте, теләгемә ҡаршы килмәнеләр. Бөгөн матди яҡтан үҙемде тәьмин итергә тырышам, кәрәк-яраҡҡа етә.
– Киләсәккә билдәләгән маҡсат һәм пландарың тап ошо һайлаған спорт шөғөлө менән бәйлеме? Башҡа юҫыҡта ла үҙеңде уңышлы кеше, мәҫәлән, эшҡыуар итеп күреү теләге бармы?
– Теләгем бер – хоккейсы булыу. Быйыл Өфө физкультура институтына уҡырға индем. Киләсәктә тренер булыу – төп маҡсатым.
– Уңыш – оло тырышлыҡ һәм һәләт нигеҙе, тиҙәр. Үҙеңдең тиҫтерҙәреңә спорт юлын һайларға теләгән йәштәргә, гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрең бар?
– Халыҡта шундай мәҡәл бар бит: тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Тырышлыҡтың да, уңыштың да милләте юҡ. Башҡорттарға ла бөтә ерҙә юлдар асыҡ, тимәксемен. Теләгең көслө, ныҡышмаллығың, булдыҡлылығың етерлек икән, һин йә боксер, йә эшҡыуар, йә хоккейсы, йә башҡа бер шәхес булып етешәһең. Тырыш һәм ныҡышмал булһындар. Аңлы рәүештә үҙҙәре теләгән йүнәлештә эшләһендәр, тырышлыҡ бер ҡасан да бушҡа китмәй ул.