Күберәк булһын голдар!26.10.2018

Башҡорт йәштәре бөгөн нисек йәшәй?

Йәштәр хоккей лигаһы чемпионатының дүртенсе аҙнаһында иң шәп гол авторҙары араһында Өфө егете Байрас Абдуллин да бар. Магнитогорск ҡалаһының “Ҡорос төлкөләр” хоккей командаһы өсөн сығыш яһаған башҡорт егете ихлас әңгәмәсе булып сыҡты. Ҡарашында спортсыларға хас ҡыйыулыҡ, етдилек тә, шул уҡ ваҡытта тәрбиә менән бирелгән итәғәтлек тә сағыла. Бөгөнгө заман йәштәренә хас аңлы һәм асыҡ ҡарашлы йәш егет ғаиләлә баш бала икән. Сәмле улдар үҫтергән бәхетле атай-әсәй — хәрби өлкәләге һәм мәҙәниәт юлындағы кешеләр. Балаларында һәр яҡлап һәм төрлө йүнәлештә һәләттәрен үҫтереп, уларҙы булдыҡлы, бәхетле итергә тырышҡан ғаилә башлыҡтары ла, спорт юлын һайлап, хоккей майҙансығына баҫҡан Байрас та һоҡландырҙы. Үҙебеҙҙең башҡорт йәштәре өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, йәш хоккейсы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Байрас, ә ни өсөн хоккей? Ошо юлды һайлауыңа кем бу­лышлыҡ итте?

– Моғайын, һәр баланың нимә­гәлер ылығып китеүендә өлкәндәр ҙур роль уйнайҙыр. Мине лә бәләкәйҙән ата-әсәйем үҙҙәре менән “Салауат Юлаев”­тың хоккей матчын ҡарарға алып барҙы. Мауыҡтырғыс уйынды шул хәтлем ҡыҙығып ҡарағаным хәте­ремдә... Шул саҡта ҡапыл үҙем дә боҙ майҙан­сығында шайба артынан елгән, сәкән тотҡан ысын хоккейсы булғым килде. Бәләкәй генә булһам да, уйнау теләге көслө ине. “Тағы алып бараһы­ғыҙмы?” тип атай-әсәйем­дең башын ҡатырҙым.

Шулай дүрт йәшемдә Өфө хоккей мәктәбендә шөғөлләнә башланым. Әлбиттә, мин баш­та уйлағанса, эш боҙҙа шайба ҡы­уыуҙа ғына түгел ине. Күнекмә­ләрҙе ҡал­дыр­маҫҡа, етди шө­ғөл­ләнергә кәрәк. Шулай, тырышлыҡ һәм тир аша ошо спорт төрө минең яратҡан ет­ди шөғөлөмә әүерелде. Ошоғаса “Салауат Юлаев” хоккей клу­бы­ның мәктә­бендә уйнап тәжрибә тупланым.

– Таныштарың, дуҫ­та­рың һине нисек ҡабул итә? Хоккейсы бул­ғас, ғәҙәти тормош алып барған йәштәш­тәрең кеүек ял итергә йә булмаһа бүтән шөғөлдәргә ваҡыт ҡаламы?

– Тормошом башҡа йәштәштә­ремдеке кеүек үк ғәҙәти, ә дуҫтарым спорт менән дуҫ булыуымды яҡшы ҡабул итә. Уларҙың да күбеһенең яратҡан шөғөлдәре бар бит. Ғөмүмән, һәр кеше был тормошта нимәгәлер ынтылырға, төрлө яҡлап үҫешергә, күңеленә ятҡан файҙалы шөғөлдәре булырға тейеш. Әлбиттә, йыш ҡына күнекмәләрҙә булғас, ял итергә ваҡыт әҙерәк ҡала.

– Аңлауымса, хоккей менән бәлә­кәй саҡтан уҡ даими шөғөл­ләнәһең. Был уҡыуыңа ҡамасау­ламанымы?

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, уҡыу менән күнекмәләрҙе бергә һәм яҡшы итеп алып барыу бигүк килеп сыҡмай ине. Был осраҡта күңелем менән яратҡан шөғөлөмә нығыраҡ тартылдым. Һәм дөрөҫ эшләгән­мендер тип уйлайым.

– Хоккейҙа иң мөһиме нимә: командамы, тренермы, тырыш­лыҡмы? Һинеңсә, был спорт төрө кешелә ниндәй сифаттар тәрбиә­ләй?

– Һәр бер эштәге кеүек, уңыш өсөн спортта ла яҡшы сифаттарға эйә булыу бик мөһим. Ә хоккейҙа иң мөһиме — тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ.
Был спорт төрө уйынсыларҙа маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләй, сыныҡтыра, тәүәккәл һәм дуҫтарың менән бөтөн бер команда булырға өйрәтә.

– Еңеүҙәр менән бергә еңелеү­ҙәр ҙә кисергәнһеңдер, моғайын. Кәйеф төшкән саҡтар ҙа була торғандыр... Улар һинең арта­банғы уйындарыңа нисек тәьҫир итте?

– Әлбиттә, бала саҡта еңелгән өсөн илаған саҡтар була торғайны. Үҫә төшкәс, был еңелеүҙәрҙең һабаҡ булыуын нығыраҡ аңлай башланым. Ғөмүмән, тәжрибә менән уңышһыҙ уйынды башыңдан үткәреп анализ­ларға, һығымта яһарға һәм шунда уҡ оноторға кәрәклеген аңлайһың. Татлы аҙыҡ ашап алыу ҙа бындай осраҡта ҡамасауламай. Ә ысынын әйткәндә, бәләкәй уңышһыҙлыҡтарға йәбешеп ултырғансы, яңы еңеүҙәр һәм уларҙы нисек булдырыу тураһында уйлау яҡшыраҡ. Һәр аҙым – оло уңыштарға илтер маҡсат ул.

– Йәшерен түгел, төрлө күнек­мәләрҙә шөғөлләнеү, спорт әйбер­ҙәре алыу өсөн матди хәлдең дә яҡшы булыуы талап ителә. Был осраҡта кем һиңә ярҙам итә ине һәм бөгөн аҡсаң етәме?

– Ысынлап та, күнекмәләргә йөрөгән саҡта уйынға кәрәкле бөтә нәмәләр ҙә талап ителә. Атай-әсә­йемә рәхмәт, улар мине тулыһынса тәьмин итте, теләгемә ҡаршы килмәнеләр. Бөгөн матди яҡтан үҙемде тәьмин итергә тырышам, кәрәк-яраҡҡа етә.

– Киләсәккә билдәләгән маҡсат һәм пландарың тап ошо һайлаған спорт шөғөлө менән бәйлеме? Башҡа юҫыҡта ла үҙеңде уңыш­лы кеше, мәҫәлән, эшҡыуар итеп күреү теләге бармы?

– Теләгем бер – хоккейсы булыу. Быйыл Өфө физкультура институтына уҡырға индем. Килә­сәктә тренер булыу – төп маҡсатым.

– Уңыш – оло тырышлыҡ һәм һәләт нигеҙе, тиҙәр. Үҙеңдең тиҫтер­ҙәреңә спорт юлын һай­ларға теләгән йәштәргә, гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрең бар?

– Халыҡта шундай мәҡәл бар бит: тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Ты­рышлыҡтың да, уңыштың да милләте юҡ. Башҡорттарға ла бөтә ерҙә юлдар асыҡ, тимәксе­мен. Теләгең көслө, ны­ҡыш­маллығың, булдыҡлылығың етерлек икән, һин йә боксер, йә эшҡыуар, йә хоккейсы, йә башҡа бер шәхес булып ете­шәһең. Тырыш һәм ныҡышмал бул­һындар. Аңлы рәүештә үҙҙәре теләгән йүнәлештә эшләһендәр, тырышлыҡ бер ҡасан да бушҡа китмәй ул.


Вернуться назад