Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сыбар таҡта тарта үҙенә
Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында ХV шахмат фестивале булып үтте
1998 йылда Ҡауарҙы ауылының бер төркөм зыялылары ауылда шахмат фестивале үткәрергә ҡарар итә. Ниәт иткән — мораҙына еткән, тиҙәр. Шул йылда шахмат фестивале ойошторолоп, унда өс — Ҡауарҙы, Красноусол һәм район йыйылма командалары ҡатнаша һәм хужалар беренсе, Красноусол — икенсе, район йыйылма командаһы өсөнсө урынды ала. Шунан бирле Ҡауарҙыла шахмат фестивале даими үткәрелә. 2001, 2002 йылдарҙа был спорт байрамына Архангел районы ҡушылһа, 2006 йылдан башлап Ҡырмыҫҡалы районы командаһы бер йыл да ҡалдырмай ҡатнашып килә.
ХV Ҡауарҙы шахмат фестиваленә, ғәҙәттәгесә, дүрт — Ҡауарҙы, Красноусол ауылы һәм Ғафури, Ҡырмыҫҡалы район йыйылма командалары килгәйне. Һәр командала 20-шәр спортсы булып, улар үҙ-ара берәр осрашыу үткәрҙе. Былтыр Ҡырмыҫҡалы район йыйылма командаһы, иң күп мәрәй туплап, “Ҡауарҙы күсмә кубогы”на эйә булғайны. Әммә быйыл уларҙың әҙерлек кимәле түбәнерәк булдымы, дәғүәселәр көслөрәкме, тәүге партияла уҡ Красноусол йыйылма командаһына 7,5:12,5 иҫәбенә еңелде. Ҡауарҙыларҙы ла еңә алманылар. Тик Ғафури йыйылма командаһынан ғына мәрәй тартып алыуға өлгәштеләр. Бының сәбәбе шунда: ғафуриҙар тулы түгел ине. Салауат Түзбәков, Рәфис Рәшитов, Мөхәммәт Урманшин кеүек көслө шахматсылар булыуға ҡарамаҫтан, команда тулы булмағас, тейешле мәрәй йыя алманылар. Уның ҡарауы, быйыл майҙан хужалары — ҡауарҙыларҙың командаһы — көслө шахматсылар менән тулыланғайны. Бик күп шахматсылар тәрбиәләп сығарған Рим Насиров, район йыйылма командаһында уйнап йөрөүсе Сабир Исхаҡов, Өфөлә йәшәүсе ҡауарҙыларҙан Райфат Исхаҡов, Әмирйән Ҡалмырҙин кеүек көслө шахматсыларға быйыл баш ҡаланың 3-сө гимназияһы уҡыусылары — бер туған Рәшит менән Динар Әбелғужиндар ҡушылды. Рәшит II, Динар VII класта ғына уҡып йөрөһә лә, күп тапҡыр Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан чемпионы исемен яулауға өлгәшкәндәр.
Эйе, ошондай көслө уйынсылар булғанда Ҡауарҙы командаһы бирешә буламы һуң?! Быйыл иң күп мәрәй туплап, хужалар күсмә кубокты үҙҙәрендә ҡалдырҙы. Красноусол ауылы йыйылма командаһы — икенсе, Ҡырмыҫҡалы районы командаһы өсөнсө урынды алды.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 780

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 400

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 239

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 428

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073