Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Спорт – көс һәм дәрт сығанағы”
“Спорт – көс һәм дәрт сығанағы”Йөҙөнән сәм һәм дәрт урғылып торған Роберт Ишмырҙинды күреү менән уның сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуын шунда уҡ тойорға мөмкин. Һикһәнде тураҡлауына ҡарамаҫтан, кәүҙәһен егеттәрсә тотоуы, әле булһа ҡышын саңғыла йөрөүе, йыл буйы һыуыҡ һыу менән ҡойоноуы, ысынлап та, геройымдың сәләмәтлегенә һәм йәшәү рәүешенә булышлыҡ итмәй ҡалмаған.

— Утыҙ йылдан ашыу Порфирий Иванов методы буйынса һалҡын һыу менән ҡойонам. Организм сынығып бөттө, — тип йылмая Роберт Рәүеф улы. — Ҡыш ҡар менән тәнемде ышҡыйым. Һыу сәләмәтләндереп кенә ҡалмай, кәйефте күтәрә. Ивановтың сәләмәтләндереү системаһы ҡан йөрөшөн тиҙәйтә, иммунитетты күтәрә. Күптәр “беҙ ҙә һалҡын һыу менән ҡойонабыҙ” тип һыуыҡ һыуҙы баштан-аяҡ ҡойоуҙы иҫәпләй. Ул дөрөҫ түгел. Тәүҙә организмыңды өйрәтергә кәрәк, төрлө гимнастикалар яһау, иҙәндә ялан аяҡ йөрөү, аяғыңды һыуыҡ һыуға тығып ултырыу зарур. Организм өйрәнмәйенсә Иванов методын файҙаланыу, киреһенсә, сиргә алып килеүе ихтимал.
Спорт — көндәлек эш, бер көндә генә сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу мөмкин түгел. Роберт Ишмырҙин әйтеүенсә, спорт — көсөргәнешле хеҙмәт ул. Эште яҡшы, тейешенсә башҡарғанда ғына файҙаһын, һөҙөмтәһен күрергә мөмкин. Геройымдың күп ваҡыты гимнастика яһау, саф һауала йөрөү, йүгереү, һыу менән ҡойоноп үтә.
Баймаҡ районының Аҡморон ауылында йәшәгән, сәләмәт тормош алып барған, спортты пропагандалаған, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, егеттәрсә дәртле һәм сәмле Роберт Рәүеф улы, һаулыҡ ҙур байлыҡ икәнлеген аңлап, һәр саҡ хәрәкәттә. Башҡаларға ла унан өлгө алырға, йәштән сәләмәтлекте ҡайғыртып, спорт менән дуҫ булырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 760

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 381

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 278

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 262

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 227

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069