Йөҙөнән сәм һәм дәрт урғылып торған Роберт Ишмырҙинды күреү менән уның сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуын шунда уҡ тойорға мөмкин. Һикһәнде тураҡлауына ҡарамаҫтан, кәүҙәһен егеттәрсә тотоуы, әле булһа ҡышын саңғыла йөрөүе, йыл буйы һыуыҡ һыу менән ҡойоноуы, ысынлап та, геройымдың сәләмәтлегенә һәм йәшәү рәүешенә булышлыҡ итмәй ҡалмаған.— Утыҙ йылдан ашыу Порфирий Иванов методы буйынса һалҡын һыу менән ҡойонам. Организм сынығып бөттө, — тип йылмая Роберт Рәүеф улы. — Ҡыш ҡар менән тәнемде ышҡыйым. Һыу сәләмәтләндереп кенә ҡалмай, кәйефте күтәрә. Ивановтың сәләмәтләндереү системаһы ҡан йөрөшөн тиҙәйтә, иммунитетты күтәрә. Күптәр “беҙ ҙә һалҡын һыу менән ҡойонабыҙ” тип һыуыҡ һыуҙы баштан-аяҡ ҡойоуҙы иҫәпләй. Ул дөрөҫ түгел. Тәүҙә организмыңды өйрәтергә кәрәк, төрлө гимнастикалар яһау, иҙәндә ялан аяҡ йөрөү, аяғыңды һыуыҡ һыуға тығып ултырыу зарур. Организм өйрәнмәйенсә Иванов методын файҙаланыу, киреһенсә, сиргә алып килеүе ихтимал.
Спорт — көндәлек эш, бер көндә генә сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу мөмкин түгел. Роберт Ишмырҙин әйтеүенсә, спорт — көсөргәнешле хеҙмәт ул. Эште яҡшы, тейешенсә башҡарғанда ғына файҙаһын, һөҙөмтәһен күрергә мөмкин. Геройымдың күп ваҡыты гимнастика яһау, саф һауала йөрөү, йүгереү, һыу менән ҡойоноп үтә.
Баймаҡ районының Аҡморон ауылында йәшәгән, сәләмәт тормош алып барған, спортты пропагандалаған, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, егеттәрсә дәртле һәм сәмле Роберт Рәүеф улы, һаулыҡ ҙур байлыҡ икәнлеген аңлап, һәр саҡ хәрәкәттә. Башҡаларға ла унан өлгө алырға, йәштән сәләмәтлекте ҡайғыртып, спорт менән дуҫ булырға кәрәк.