Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уңыштарға илткән юл Еңеү һәм уңыштарҙың нигеҙе нимәлә? Һәр кемдең яуабы үҙенсәлекле һәм күп булыр кеүек... Ә шулай ҙа төрлө өлкәлә үҙен уңышлы тип тапҡандарҙың һәм ваҡ аҙымдар менән еңеүҙәргә табан барғандарҙың, маҡсат ҡуйып, үҙҙәрендә сабырлыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләгәндәрҙең яуаптарын ишетергә теләһәгеҙ, ошо яҙма һеҙҙең өсөн.Һүҙебеҙ Өфө ҡалаһының Олимпия резервындағы 11-се махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡ атыу спорты йүнәлешендә оло еңеүҙәргә юл һалған һәләтле йәштәр һәм уларҙың остаздары хаҡында. Күптән түгел генә эшләй башлауҙа­рына ҡарамаҫтан, спорт мәктәбендәге уҡ атыу йүнәлешенең ҡуйылған маҡсаттары аныҡ, ә тәрбиәләнеү­селәре илебеҙҙең өмөтлө йәштәре сафын тулыландыра. Ошо йылдарҙа уҡ атыу буйынса “Салауат уғы”, СССР-ҙың спорт мастеры Л.Н. Кошарина иҫтәлегенә, Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған ҡала сараларында, Салауат Юлаев призы­на үткәрелгән ярыштарҙа, “Баш­ҡортостан өмөтө” республика беренселегендә, “Малахит уҡтары” һәм “Рәсәй өмөттәре” Бөтә Рәсәй бәйгеләрендә, ил буйынса үткәрелгән спартакиадаларҙа һәм башҡа бик күп ярыштарҙа еңеү яулаған спортсы уҡсылар хаҡында илебеҙ ғорурлығы тип һис икеләнмәй әйтергә мөмкин.
Республикабыҙҙа уҡ атыу спортын яңы кимәлгә сығарыу маҡсатын ҡуй­ған ошо спорт мәктәбе менән яҡын­дан танышыу өсөн тренер-уҡытыу­сы, уҡ атыу буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһының тренеры Валентин КОШАРИНға мөрәжәғәт иттек. Ярыштар мәле булыуға ҡарамаҫтан, форсат табып һорауҙарыбыҙға ихлас яуап бирҙе ул.

– Валентин Олегович, әйҙәгеҙ һүҙҙе тәүге аҙымдарҙан башлайыҡ... Классик уҡ атыу спорты беҙҙең республикала һәм баш ҡалала күптән бармы?
– Республикала был спорт төрө 70-се йылдарҙан һуң үҫеш ала. 1971 һәм 1973 йылдарҙа барлыҡҡа килгән Мәләүез һәм Бөрө ҡалаларының спорт мәктәптәре лә көслөләр иҫәбендә була, 80-се йылдар аҙағында Өфөлә лә уҡ атыу спорты ныҡлап күтәрелә. Шул саҡтарҙа уҡ беҙҙең донъя кимәленә сыға алырлыҡ спортсыларыбыҙ була: шәхси зачетта Евгений Проваторов донъя чемпионатының көмөш призеры, команда зачетында донъя чемпионы исемен яулай. Тик илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә үҫеш туҡтап ҡала. Бары ун биш йылдан һуң тәжрибәле тренер Аркадий Алексеевич Минаев, 2009 йылда Өфөгә килеп, уҡ атыуҙы яңынан тергеҙергә була. Башта инвалидтар йәмғиәте менән бәйләнеш булдырып, уҡ атырға теләктәре булған уҡыусылар менән шөғөлләнә, ике спорт мастерын тәрбиәләй. Мәҫәлән, терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланыусылар ара­һында Рәлиә Ғәлекәйева исемле тырыш ҡыҙ Рәсәй йыйылма командаһы сос­та­вында сығыш яһай, Бангкокта үткән халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, икенсе урынды яулай, Лилиә Ҡурамшина ла юғары күрһәт­кестәргә өлгәшә. Әлбиттә, һәр яңы күтә­релеш тырышлыҡ, сыҙамлыҡ, оло хеҙ­мәт талап итә. Үҙ эшен яратып баш­ҡарған тре­нер бер үк ваҡытта спорт мәктәбе уҡыу­сылары менән дә шөғөлләнә, Рәсәйҙең йыйылма командаһын етәкләй. Бөгөнгө уҡ атыу секцияһының һөҙөмтәле эшләп киле­үендә лә Аркадий Алексее­вичтың өлөшө ҙур.
Салауат ҡалаһында иһә уҡ атыу йүнә­леше 2006 йылда барлыҡҡа килде. Бөгөн республикала ошо йүнәлештә эшләгән Бөрө, Мәләүез, Салауат, Өфө ҡалала­рында дүрт мәктәп бар. Шулай уҡ Рәсәйҙең уҡ атыу федерацияһына ҡараған Бәләбәй һәм Белорет ҡалаларында арчирибиатлон (саңғыла уҡ атыу) буйынса секциялар ҙа эшләй. Спортсыларыбыҙ республикала ғына түгел, ил һәм халыҡ-ара кимәлдә юғары күрһәткестәргә өлгәшә, бының менән беҙ, ысынлап та, ғорурлана алабыҙ.
– Белеүемсә, һеҙ үҙегеҙ ҙә ҡасандыр спорт мәктәбендә сынығыу алған тәр­биәләнеүселәрҙең береһе...
– Мәләүез ҡалаһының спорт мәктәбендә уҡ атыу менән бәләкәйҙән шөғөлләндем, тәүге тренерҙарымдың береһе әсәйем булды. Атайым да шул уҡ мәктәптә тренер ине. Әлбиттә, уңыштарым өсөн иң беренсе уларға рәхмәтлемен. Ә бөгөн ғаиләбеҙҙә спортсыларҙан өсөнсө быуын – ҡыҙыбыҙ үҫеп килә, Алла бойорһа, ул да был спортҡа битараф ҡалмаҫ, тип уйлайым.
Мәктәп йылдарын иҫкә төшөрһәм, бер көнөмдө лә уҡ-янһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Өс йыл Рәсәй йыйылма командаһы составында шөғөлләндем, ике тапҡыр Рәсәй беренселегендә, Рәсәй спартакиадаһында еңеү яулап, Европа һәм донъя беренселегендә ҡатнашырға насип булды. Күп ярыштарҙа йөрөргә тура килгәс, йыйылма команданы алып барыу һәм уҡыусылар менән шөғөлләнеү өсөн дә ярҙам кәрәк. 2012 йылда 11-се спорт мәктәбенә килдем, шулай Аркадий Алексеевич менән бергәләп эш башланыҡ. Бөгөн иңгә-иң терәп эшләйбеҙ, үҫешәбеҙ, еңеүҙәр яулайбыҙ...
– Уңышлы хеҙмәт нигеҙе – уйланыл­ған эш алымдарында. Ә һеҙ йәш спортсыларҙы тәрбиәләгәндә ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?
– Уҡытыу-эш алымдары буйынса күп мәғлүмәтте махсус уҡ атыу буйынса әсбаптарҙан алырға, Корея методикаһына иғтибар итергә мөмкин. Бөгөн Кореяның йыйылма командаһы тренерҙарының уҡ атыу буйынса күп кенә методикаһы бар, йыш ҡына семинарҙар үткәрелә. Уйлап ҡараһаң, уҡ атыу ул шәхсән спорт төрө кеүек, әммә дөйөм командаһыҙ һөҙөмтә булмаясаҡ. Мәҫәлән, Кореяла айырым спортсыларҙы түгел, ә уҡсылар команда­һын тәрбиәләйҙәр. Уларҙың айырым иң көслө ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары һәм иң көслө бер бөтөн командалары бар. Шул саҡта ғына эш һөҙөмтәле буласаҡ. Ә беҙҙә күп осраҡта айырым спортсылар ғына күтәрелә, шуға ла маҡсатыбыҙ – киләсәктә Башҡортостандың көслө йыйылма командаһын булдырыу.
Ә күнекмәләргә килгәндә, иң мөһиме – ул техниканың дөрөҫ ҡуйылышы. Уҡ атыу­ҙың да нескәлектәре бик күп. Тәүгә кил­гәндәргә техник йәһәттән ҡул-яурындар, баш торошон дөрөҫ ҡуйырға өйрәтәбеҙ. Атыуҙың беренсе аҙна-айы янды күтәреү, тартыу, кире төшөрөү кеүек атыу өсөн иң кәрәкле бер үк хәрәкәтте ҡабатлауҙан ғибәрәт. Һәр нәмәнең үҙ тәртибе һәм серҙәре бар, әлбиттә. Һәр дәрескә айырым ваҡыт һәм һәр балаға айырым иғтибар кәрәк. Классик уҡ атыуҙа – 18, йәй көнө – 30, 50, 70, 90 метрға атабыҙ. Төрлө дистанциялар өсөн айырым күнегеүҙәр башҡарыла. Күнекмәләр ваҡытында кемдер оҙон йәки ҡыҫҡа дистанцияларҙа эшләй, кемдер төҙәү техникаһын ныҡлап үҙләштерә – былар барыһы ла индивидуаль эш. Күнекмәләр, разминка эшләү, физик әҙерлек өсөн күнегеүҙәр, ОФП, тактик-техник әҙерлек... Мәктәптә балалар аҙнаһына 3-5 тапҡыр шөғөлләнә. Оҫталыҡ һәм тәжрибә шулай яйлап, һәр бер дөрөҫ атылған уҡтар менән бергә килә. Ҡасандыр миңә тренерым, яҡшы йүгергең килһә, һәр саҡ йүгерергә, яҡшы йөҙгөң килһә, һәр саҡ йөҙөргә, яҡшы атҡың килһә, һәр саҡ атырға кәрәк, ти торғайны. Был алымды бөгөн дә үҙ эшемдә ҡулланам. Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшер өсөн тырышлыҡ һалырға, өйрәнергә, атырға, эшләргә кәрәк. Шунһыҙ бер нисек тә булмай.
– Еңеүҙәре менән ҡыуандырған уҡыусыларығыҙ һәм командағыҙ ха­ҡында нимә әйтерһегеҙ?
– Уҡыусыларым – минең уңыштарым, уңыштарым – улар уҡыусыларым тиһәм, хата булмаҫ, моғайын. Ысынлап та, тәүге уҡыусыларымдан уңдым. Эш башлаған саҡта бер юлы 10 бала килгәйне, шуларҙың алтауһы, даими шөғөлләнеп, бөгөн ғорурланырлыҡ йәш уҡсылар. Һуңғараҡ уларға башҡа мәктәп уҡыусылары ла ҡушылып, бөгөн Аркадий Алексеевич менән берлектә етәкләгән спорт мәктәбе уҡсылары ярыштарҙа уңышлы ғына сығыш яһай. Улар араһында 10 спорт мастерлы­ғына кандидат, өс спорт мастеры, туғыҙы – Башҡортостандың, өсәүһе Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында шөғөлләнә. Өфө спорт мәктәбе командаһы булараҡ, уҡсыларыбыҙ былтыр Великие Луки ҡалаһында Бөтә Рәсәй уҡ атыу бәйгеһендә, Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы. Рязань ҡалаһында уҙғарылған спорт мәктәптәре спартакиадаһындағы еңеүебеҙ ҙә – матур уңыштарыбыҙҙың береһе. Был бәйгелә Рәсәйҙең 27 көслө спорт мәктәбе араһында беҙҙең алты уҡсы һәм ике тренерҙан торған Өфөнөң 11-се Олимпия резервы мәктә­бенең командаһы икенсе урынды яуланы. Рәсәйҙә иң көслөләрҙән һаналған Байкал аръяғы һәм Бүрәт Республикаһы уҡсылар командаларын еңеү – йыл дауамында бар­ған әҙерлек һөҙөмтәһе. Башҡа коман­даларҙың көслө булыуы беҙгә тырышлыҡ өҫтәй, сәм уята, үҙебеҙгә ышаныс арта. Тимәк, теләһәк, тырышһаҡ, булдыра ала­быҙ. Былар барыһы ла беҙҙең республикала еңеүҙәргә дәғүә итерҙәй спорт мәк­тәптәренең, һәләтле балаларҙың, көслө спортсыларҙың барлығы тураһында һөйләй.
Бынан тыш, беҙҙең башҡа уҡсылары­быҙ ҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Яңыраҡ Бөрө ҡалаһында Бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашып, еңеү менән ҡайтты улар. Был бәйге уҡ атыу спорты үҙәктә­ренең береһе булған Бөрө ҡалаһында 1980 йылдарҙан алып үткәрелә һәм бөгөн дә беҙҙең ил уҡсылары ошо традицияны дауам итә. Элек Салауат Юлаев исемендәге Баш­ҡортостан чемпионаты тигән исем менән үткән ярыш бөгөн Бөтә Рәсәй спорт сараһы булараҡ үтә. Шулай уҡ республикала ҡыш һәм йәй айҙарында үткән Башҡортостан беренселегендә лә йәш уҡсыларға үҙҙәренең оҫталыҡтарын һынарға, ил кимәлендәге башҡа ҙур ярыштарға әҙерлек үтергә мөмкинлек бар.
– Ә маҡсаттарығыҙға килгәндә...
– Маҡсаттарыбыҙ юғары һәм уларға табан ышаныслы барабыҙ, тип әйтә алам. 2018 йылда үтәсәк Олимпия уйындарында ҡатнашырға ниәтләнәбеҙ. Унда ике уҡыу­сыбыҙ – Станислав Черемескин менән Элина Шәрипованың ҡатнашыу мөмкинле­ге бар. Яңыраҡ улар Рәсәй командаһы составында Аргентинаның Орасарио ҡалаһында үткән донъя беренсе­легендә, Станислав Грецияла бәйгелә уңышлы сығыш яһап ҡайтты.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: Башҡортостанда өлкәндәр араһында спорт төрө булараҡ уҡ атыу әле бик ныҡлап үҫешмәгән. Төрлө сәбәптәр арҡаһында юғары уңышҡа өлгәшкән уҡсылар ҙур спорт юлын һайламай. Был, бәлки, эш, аҡса мәсьәләһе менән дә бәйлелер, ә бит уларҙа спорт мәктәптәрендә йылдар буйы шөғөл­ләнеп тупланған тәжрибә-уңыштар бар, һәм уны һис юғында дауам итергә, үҫтерер­гә кәрәк. 20 йәшкә тиклемгеләр араһында беренселектәр үткәрелә, шулай ҙа киләсәк­тә үҙебеҙҙең республикала ла чемпионатта ҡатнаша алырлыҡ өлкән­дәрҙе күреү теләге бар. Шуныһы ҡыуа­ныслы: бының өсөн һуң­ғы ваҡытта ныҡлы нигеҙ һалынды, көслө спортсы­ларыбыҙға ҙур ғына өмөт бағлайбыҙ.
– Һәр башланғыс матди мәсьәлә­ләргә бәйле. Был йәһәттән рес­пуб­ликала уҡ атыу спортын үҫтереүгә иғтибар биреләме?
– Әлбиттә, уҡыусыларҙың һөҙөмтә күр­һәт­кестәрендә тупланған тәжрибә-оҫталыҡ менән бергә матди мәсьәләләр ҙә сағылыш таба. Шуға ла уҡ атыу спорты туранан-тура спорт йыһазына һәм уның сифатына бәйле. Бөгөн беҙҙә Өфө ҡала­һының төрлө мәктәптәренән 40 бала шөғөл­ләнә, йыл һайын республика, Рәсәй, халыҡ-ара ки­мәлдәге ярыштарҙа ҡатна­шырға тыры­шабыҙ. Ошоға бәйле мәктә­бебеҙҙә 40 ян бар, тимәк, 40 уҡыусыбыҙ уҡ атыу менән шөғөлләнә. Алты яҡшы яныбыҙ бар икән, тимәк, юғары кимәлгә сығасаҡ алты еңеү яуларлыҡ спортсыбыҙ буласаҡ.
Яңыраҡ баш ҡаланың Совет районы хакимиәте ярҙамында инвентарь һатып алдыҡ. Беҙгә республиканың спорт әҙер­леге үткәреү үҙәге лә ҙур ярҙам күрһәтте. Былтыр уҡыусылар командаһы менән спорт мәктәптәре спартакиадаһында ҡатна­шып, икенсе урынды яулап, дәүләт грантын алыуға өлгәштек. Шул аҡсаға беҙ дүрт яҡ­шы ян һәм уҡтар һатып алдыҡ, тик әлегә мат­ди базаны тулыһынса яңыртырға мөм­кинлек юҡ. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярыштарға йөрөтөргә ярҙам итә. Ошоларҙың барыһы өсөн Совет райо­ны хакимиәтенә, Совет районының физкультура һәм спорт комитетына, Республика спорт әҙерлеге үҙәге директоры Евгений Емельяновҡа спорт уҡ атыу секцияһы исеменән оло рәхмәтемде белдергем килә.
– Валентин Олегович, һеҙ – спорт мастеры, йәш кенә булыуығыҙға ҡара­маҫтан, тәжрибәле тренер ҙа. Үҙ эше­геҙ­ҙән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Һәр эштең ыңғай, кире яҡтары һәм күңел һалып, яратып башҡарған шөғөлөң була. Үҙ эшеңде яратып, бар күңелеңде һалып башҡарғанда ғына һөҙөмтәләр, уңыш-шатлыҡтар киләлер ул. Ә уҡытыусы йәки тренер булараҡ шатлығыбыҙ – балаларҙан. Был осраҡта аҡса нисектер саҡ ҡына артҡараҡ күсә, сөнки оло тырыш­лыҡ, хеҙмәт аша еңеүҙәргә килеү бөтә ҡиммәттәрҙән дә ҡәҙерлерәк. Әлбиттә, беҙ маҡсаттарыбыҙға өлгәштек тип өҙөп кенә әйтә алмайым. Маҡсаттарыбыҙ ҙур һәм алда әле. Был – Олимпия уйындары, бына ошондай етди маҡсаттарыбыҙ бар беҙҙең.
– Тимәк, уңыштар юлында иң мөһи­ме – тырышлыҡ, шулаймы?
– Минеңсә, һәр эштә башланғыс һәм ынтылыш, шулай уҡ эшеңде яратыу мөһим. Быны, бәлки, эш тә тип атап булмайҙыр, ул – күңел талабы. Иң мөһиме, ысынлап та, аныҡ маҡсаттарыңды күрергә, барған юлыңда, өлгәшелгән бейеклектә туҡтап ҡал­маҫҡа. Был донъяла бер нәмә лә осраҡ­лы түгел, ул беҙҙең теләк, ышаныс һәм ты­рышлыҡ – яҙған юл. Ошо бирел­гәнде ҡабул итеп үҫтерергә, тырышырға, өйрәнергә кәрәк.
Бергәлек булғанда ғына, беҙ – берҙәм көс, ҡеүәтле команда. Был йәһәттән, мәҫә­лән, республика спорт мәктәптәре тәрбиә­ләнеүселәрен бергә йыйған Бөрө ҡалаһы янындағы Смольный йәйге лагерының булдырылыуы әһәмиәтле. Киләсәктә уйы­быҙҙа – республика уҡ атыусыларын ойош­торған йыйындар үткәреү, сөнки балаларға һөҙөмтәләр булһын, тәжрибә тупланһын өсөн аралашыу етмәй. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған спортсылар үҙ-ара бәйләнештә булған осраҡта, һөҙөм­тәләр ҙә яҡшыраҡ булыр ине, минеңсә.
Шуға ла теләгем – күңелегеҙгә яҡын шөғөл табырға тырышығыҙ. Күңелегеҙ йырлап шатланһын өсөн. Ошо иң мөһи­мелер, моғайын. Шул саҡта барыһы ла бу­ла­саҡ, шул саҡта һеҙ буласаҡһығыҙ. Эшегеҙгә өйгә ҡайтҡан кеүек ашҡынып барығыҙ. Спорт мәктәбе – ул минең өсөн икенсе өйөм кеүек, сөнки балалар менән эшләү, уларҙың уңыштарын, еңеүҙәрен, йөҙҙәрендә шатлыҡ күреү – оло бәхет ул. Бына ошо – оло еңеүҙәрҙең, уңыштарҙың нигеҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199