Еңеү һәм уңыштарҙың нигеҙе нимәлә? Һәр кемдең яуабы үҙенсәлекле һәм күп булыр кеүек... Ә шулай ҙа төрлө өлкәлә үҙен уңышлы тип тапҡандарҙың һәм ваҡ аҙымдар менән еңеүҙәргә табан барғандарҙың, маҡсат ҡуйып, үҙҙәрендә сабырлыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләгәндәрҙең яуаптарын ишетергә теләһәгеҙ, ошо яҙма һеҙҙең өсөн.Һүҙебеҙ Өфө ҡалаһының Олимпия резервындағы 11-се махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡ атыу спорты йүнәлешендә оло еңеүҙәргә юл һалған һәләтле йәштәр һәм уларҙың остаздары хаҡында. Күптән түгел генә эшләй башлауҙарына ҡарамаҫтан, спорт мәктәбендәге уҡ атыу йүнәлешенең ҡуйылған маҡсаттары аныҡ, ә тәрбиәләнеүселәре илебеҙҙең өмөтлө йәштәре сафын тулыландыра. Ошо йылдарҙа уҡ атыу буйынса “Салауат уғы”, СССР-ҙың спорт мастеры Л.Н. Кошарина иҫтәлегенә, Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған ҡала сараларында, Салауат Юлаев призына үткәрелгән ярыштарҙа, “Башҡортостан өмөтө” республика беренселегендә, “Малахит уҡтары” һәм “Рәсәй өмөттәре” Бөтә Рәсәй бәйгеләрендә, ил буйынса үткәрелгән спартакиадаларҙа һәм башҡа бик күп ярыштарҙа еңеү яулаған спортсы уҡсылар хаҡында илебеҙ ғорурлығы тип һис икеләнмәй әйтергә мөмкин.
Республикабыҙҙа уҡ атыу спортын яңы кимәлгә сығарыу маҡсатын ҡуйған ошо спорт мәктәбе менән яҡындан танышыу өсөн тренер-уҡытыусы, уҡ атыу буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһының тренеры Валентин КОШАРИНға мөрәжәғәт иттек. Ярыштар мәле булыуға ҡарамаҫтан, форсат табып һорауҙарыбыҙға ихлас яуап бирҙе ул.
– Валентин Олегович, әйҙәгеҙ һүҙҙе тәүге аҙымдарҙан башлайыҡ... Классик уҡ атыу спорты беҙҙең республикала һәм баш ҡалала күптән бармы?
– Республикала был спорт төрө 70-се йылдарҙан һуң үҫеш ала. 1971 һәм 1973 йылдарҙа барлыҡҡа килгән Мәләүез һәм Бөрө ҡалаларының спорт мәктәптәре лә көслөләр иҫәбендә була, 80-се йылдар аҙағында Өфөлә лә уҡ атыу спорты ныҡлап күтәрелә. Шул саҡтарҙа уҡ беҙҙең донъя кимәленә сыға алырлыҡ спортсыларыбыҙ була: шәхси зачетта Евгений Проваторов донъя чемпионатының көмөш призеры, команда зачетында донъя чемпионы исемен яулай. Тик илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә үҫеш туҡтап ҡала. Бары ун биш йылдан һуң тәжрибәле тренер Аркадий Алексеевич Минаев, 2009 йылда Өфөгә килеп, уҡ атыуҙы яңынан тергеҙергә була. Башта инвалидтар йәмғиәте менән бәйләнеш булдырып, уҡ атырға теләктәре булған уҡыусылар менән шөғөлләнә, ике спорт мастерын тәрбиәләй. Мәҫәлән, терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланыусылар араһында Рәлиә Ғәлекәйева исемле тырыш ҡыҙ Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһай, Бангкокта үткән халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, икенсе урынды яулай, Лилиә Ҡурамшина ла юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Әлбиттә, һәр яңы күтәрелеш тырышлыҡ, сыҙамлыҡ, оло хеҙмәт талап итә. Үҙ эшен яратып башҡарған тренер бер үк ваҡытта спорт мәктәбе уҡыусылары менән дә шөғөлләнә, Рәсәйҙең йыйылма командаһын етәкләй. Бөгөнгө уҡ атыу секцияһының һөҙөмтәле эшләп килеүендә лә Аркадий Алексеевичтың өлөшө ҙур.
Салауат ҡалаһында иһә уҡ атыу йүнәлеше 2006 йылда барлыҡҡа килде. Бөгөн республикала ошо йүнәлештә эшләгән Бөрө, Мәләүез, Салауат, Өфө ҡалаларында дүрт мәктәп бар. Шулай уҡ Рәсәйҙең уҡ атыу федерацияһына ҡараған Бәләбәй һәм Белорет ҡалаларында арчирибиатлон (саңғыла уҡ атыу) буйынса секциялар ҙа эшләй. Спортсыларыбыҙ республикала ғына түгел, ил һәм халыҡ-ара кимәлдә юғары күрһәткестәргә өлгәшә, бының менән беҙ, ысынлап та, ғорурлана алабыҙ.
– Белеүемсә, һеҙ үҙегеҙ ҙә ҡасандыр спорт мәктәбендә сынығыу алған тәрбиәләнеүселәрҙең береһе...
– Мәләүез ҡалаһының спорт мәктәбендә уҡ атыу менән бәләкәйҙән шөғөлләндем, тәүге тренерҙарымдың береһе әсәйем булды. Атайым да шул уҡ мәктәптә тренер ине. Әлбиттә, уңыштарым өсөн иң беренсе уларға рәхмәтлемен. Ә бөгөн ғаиләбеҙҙә спортсыларҙан өсөнсө быуын – ҡыҙыбыҙ үҫеп килә, Алла бойорһа, ул да был спортҡа битараф ҡалмаҫ, тип уйлайым.
Мәктәп йылдарын иҫкә төшөрһәм, бер көнөмдө лә уҡ-янһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Өс йыл Рәсәй йыйылма командаһы составында шөғөлләндем, ике тапҡыр Рәсәй беренселегендә, Рәсәй спартакиадаһында еңеү яулап, Европа һәм донъя беренселегендә ҡатнашырға насип булды. Күп ярыштарҙа йөрөргә тура килгәс, йыйылма команданы алып барыу һәм уҡыусылар менән шөғөлләнеү өсөн дә ярҙам кәрәк. 2012 йылда 11-се спорт мәктәбенә килдем, шулай Аркадий Алексеевич менән бергәләп эш башланыҡ. Бөгөн иңгә-иң терәп эшләйбеҙ, үҫешәбеҙ, еңеүҙәр яулайбыҙ...
– Уңышлы хеҙмәт нигеҙе – уйланылған эш алымдарында. Ә һеҙ йәш спортсыларҙы тәрбиәләгәндә ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?
– Уҡытыу-эш алымдары буйынса күп мәғлүмәтте махсус уҡ атыу буйынса әсбаптарҙан алырға, Корея методикаһына иғтибар итергә мөмкин. Бөгөн Кореяның йыйылма командаһы тренерҙарының уҡ атыу буйынса күп кенә методикаһы бар, йыш ҡына семинарҙар үткәрелә. Уйлап ҡараһаң, уҡ атыу ул шәхсән спорт төрө кеүек, әммә дөйөм командаһыҙ һөҙөмтә булмаясаҡ. Мәҫәлән, Кореяла айырым спортсыларҙы түгел, ә уҡсылар командаһын тәрбиәләйҙәр. Уларҙың айырым иң көслө ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары һәм иң көслө бер бөтөн командалары бар. Шул саҡта ғына эш һөҙөмтәле буласаҡ. Ә беҙҙә күп осраҡта айырым спортсылар ғына күтәрелә, шуға ла маҡсатыбыҙ – киләсәктә Башҡортостандың көслө йыйылма командаһын булдырыу.
Ә күнекмәләргә килгәндә, иң мөһиме – ул техниканың дөрөҫ ҡуйылышы. Уҡ атыуҙың да нескәлектәре бик күп. Тәүгә килгәндәргә техник йәһәттән ҡул-яурындар, баш торошон дөрөҫ ҡуйырға өйрәтәбеҙ. Атыуҙың беренсе аҙна-айы янды күтәреү, тартыу, кире төшөрөү кеүек атыу өсөн иң кәрәкле бер үк хәрәкәтте ҡабатлауҙан ғибәрәт. Һәр нәмәнең үҙ тәртибе һәм серҙәре бар, әлбиттә. Һәр дәрескә айырым ваҡыт һәм һәр балаға айырым иғтибар кәрәк. Классик уҡ атыуҙа – 18, йәй көнө – 30, 50, 70, 90 метрға атабыҙ. Төрлө дистанциялар өсөн айырым күнегеүҙәр башҡарыла. Күнекмәләр ваҡытында кемдер оҙон йәки ҡыҫҡа дистанцияларҙа эшләй, кемдер төҙәү техникаһын ныҡлап үҙләштерә – былар барыһы ла индивидуаль эш. Күнекмәләр, разминка эшләү, физик әҙерлек өсөн күнегеүҙәр, ОФП, тактик-техник әҙерлек... Мәктәптә балалар аҙнаһына 3-5 тапҡыр шөғөлләнә. Оҫталыҡ һәм тәжрибә шулай яйлап, һәр бер дөрөҫ атылған уҡтар менән бергә килә. Ҡасандыр миңә тренерым, яҡшы йүгергең килһә, һәр саҡ йүгерергә, яҡшы йөҙгөң килһә, һәр саҡ йөҙөргә, яҡшы атҡың килһә, һәр саҡ атырға кәрәк, ти торғайны. Был алымды бөгөн дә үҙ эшемдә ҡулланам. Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшер өсөн тырышлыҡ һалырға, өйрәнергә, атырға, эшләргә кәрәк. Шунһыҙ бер нисек тә булмай.
– Еңеүҙәре менән ҡыуандырған уҡыусыларығыҙ һәм командағыҙ хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
– Уҡыусыларым – минең уңыштарым, уңыштарым – улар уҡыусыларым тиһәм, хата булмаҫ, моғайын. Ысынлап та, тәүге уҡыусыларымдан уңдым. Эш башлаған саҡта бер юлы 10 бала килгәйне, шуларҙың алтауһы, даими шөғөлләнеп, бөгөн ғорурланырлыҡ йәш уҡсылар. Һуңғараҡ уларға башҡа мәктәп уҡыусылары ла ҡушылып, бөгөн Аркадий Алексеевич менән берлектә етәкләгән спорт мәктәбе уҡсылары ярыштарҙа уңышлы ғына сығыш яһай. Улар араһында 10 спорт мастерлығына кандидат, өс спорт мастеры, туғыҙы – Башҡортостандың, өсәүһе Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында шөғөлләнә. Өфө спорт мәктәбе командаһы булараҡ, уҡсыларыбыҙ былтыр Великие Луки ҡалаһында Бөтә Рәсәй уҡ атыу бәйгеһендә, Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы. Рязань ҡалаһында уҙғарылған спорт мәктәптәре спартакиадаһындағы еңеүебеҙ ҙә – матур уңыштарыбыҙҙың береһе. Был бәйгелә Рәсәйҙең 27 көслө спорт мәктәбе араһында беҙҙең алты уҡсы һәм ике тренерҙан торған Өфөнөң 11-се Олимпия резервы мәктәбенең командаһы икенсе урынды яуланы. Рәсәйҙә иң көслөләрҙән һаналған Байкал аръяғы һәм Бүрәт Республикаһы уҡсылар командаларын еңеү – йыл дауамында барған әҙерлек һөҙөмтәһе. Башҡа командаларҙың көслө булыуы беҙгә тырышлыҡ өҫтәй, сәм уята, үҙебеҙгә ышаныс арта. Тимәк, теләһәк, тырышһаҡ, булдыра алабыҙ. Былар барыһы ла беҙҙең республикала еңеүҙәргә дәғүә итерҙәй спорт мәктәптәренең, һәләтле балаларҙың, көслө спортсыларҙың барлығы тураһында һөйләй.
Бынан тыш, беҙҙең башҡа уҡсыларыбыҙ ҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Яңыраҡ Бөрө ҡалаһында Бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашып, еңеү менән ҡайтты улар. Был бәйге уҡ атыу спорты үҙәктәренең береһе булған Бөрө ҡалаһында 1980 йылдарҙан алып үткәрелә һәм бөгөн дә беҙҙең ил уҡсылары ошо традицияны дауам итә. Элек Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан чемпионаты тигән исем менән үткән ярыш бөгөн Бөтә Рәсәй спорт сараһы булараҡ үтә. Шулай уҡ республикала ҡыш һәм йәй айҙарында үткән Башҡортостан беренселегендә лә йәш уҡсыларға үҙҙәренең оҫталыҡтарын һынарға, ил кимәлендәге башҡа ҙур ярыштарға әҙерлек үтергә мөмкинлек бар.
– Ә маҡсаттарығыҙға килгәндә...
– Маҡсаттарыбыҙ юғары һәм уларға табан ышаныслы барабыҙ, тип әйтә алам. 2018 йылда үтәсәк Олимпия уйындарында ҡатнашырға ниәтләнәбеҙ. Унда ике уҡыусыбыҙ – Станислав Черемескин менән Элина Шәрипованың ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Яңыраҡ улар Рәсәй командаһы составында Аргентинаның Орасарио ҡалаһында үткән донъя беренселегендә, Станислав Грецияла бәйгелә уңышлы сығыш яһап ҡайтты.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: Башҡортостанда өлкәндәр араһында спорт төрө булараҡ уҡ атыу әле бик ныҡлап үҫешмәгән. Төрлө сәбәптәр арҡаһында юғары уңышҡа өлгәшкән уҡсылар ҙур спорт юлын һайламай. Был, бәлки, эш, аҡса мәсьәләһе менән дә бәйлелер, ә бит уларҙа спорт мәктәптәрендә йылдар буйы шөғөлләнеп тупланған тәжрибә-уңыштар бар, һәм уны һис юғында дауам итергә, үҫтерергә кәрәк. 20 йәшкә тиклемгеләр араһында беренселектәр үткәрелә, шулай ҙа киләсәктә үҙебеҙҙең республикала ла чемпионатта ҡатнаша алырлыҡ өлкәндәрҙе күреү теләге бар. Шуныһы ҡыуаныслы: бының өсөн һуңғы ваҡытта ныҡлы нигеҙ һалынды, көслө спортсыларыбыҙға ҙур ғына өмөт бағлайбыҙ.
– Һәр башланғыс матди мәсьәләләргә бәйле. Был йәһәттән республикала уҡ атыу спортын үҫтереүгә иғтибар биреләме?
– Әлбиттә, уҡыусыларҙың һөҙөмтә күрһәткестәрендә тупланған тәжрибә-оҫталыҡ менән бергә матди мәсьәләләр ҙә сағылыш таба. Шуға ла уҡ атыу спорты туранан-тура спорт йыһазына һәм уның сифатына бәйле. Бөгөн беҙҙә Өфө ҡалаһының төрлө мәктәптәренән 40 бала шөғөлләнә, йыл һайын республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Ошоға бәйле мәктәбебеҙҙә 40 ян бар, тимәк, 40 уҡыусыбыҙ уҡ атыу менән шөғөлләнә. Алты яҡшы яныбыҙ бар икән, тимәк, юғары кимәлгә сығасаҡ алты еңеү яуларлыҡ спортсыбыҙ буласаҡ.
Яңыраҡ баш ҡаланың Совет районы хакимиәте ярҙамында инвентарь һатып алдыҡ. Беҙгә республиканың спорт әҙерлеге үткәреү үҙәге лә ҙур ярҙам күрһәтте. Былтыр уҡыусылар командаһы менән спорт мәктәптәре спартакиадаһында ҡатнашып, икенсе урынды яулап, дәүләт грантын алыуға өлгәштек. Шул аҡсаға беҙ дүрт яҡшы ян һәм уҡтар һатып алдыҡ, тик әлегә матди базаны тулыһынса яңыртырға мөмкинлек юҡ. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярыштарға йөрөтөргә ярҙам итә. Ошоларҙың барыһы өсөн Совет районы хакимиәтенә, Совет районының физкультура һәм спорт комитетына, Республика спорт әҙерлеге үҙәге директоры Евгений Емельяновҡа спорт уҡ атыу секцияһы исеменән оло рәхмәтемде белдергем килә.
– Валентин Олегович, һеҙ – спорт мастеры, йәш кенә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, тәжрибәле тренер ҙа. Үҙ эшегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Һәр эштең ыңғай, кире яҡтары һәм күңел һалып, яратып башҡарған шөғөлөң була. Үҙ эшеңде яратып, бар күңелеңде һалып башҡарғанда ғына һөҙөмтәләр, уңыш-шатлыҡтар киләлер ул. Ә уҡытыусы йәки тренер булараҡ шатлығыбыҙ – балаларҙан. Был осраҡта аҡса нисектер саҡ ҡына артҡараҡ күсә, сөнки оло тырышлыҡ, хеҙмәт аша еңеүҙәргә килеү бөтә ҡиммәттәрҙән дә ҡәҙерлерәк. Әлбиттә, беҙ маҡсаттарыбыҙға өлгәштек тип өҙөп кенә әйтә алмайым. Маҡсаттарыбыҙ ҙур һәм алда әле. Был – Олимпия уйындары, бына ошондай етди маҡсаттарыбыҙ бар беҙҙең.
– Тимәк, уңыштар юлында иң мөһиме – тырышлыҡ, шулаймы?
– Минеңсә, һәр эштә башланғыс һәм ынтылыш, шулай уҡ эшеңде яратыу мөһим. Быны, бәлки, эш тә тип атап булмайҙыр, ул – күңел талабы. Иң мөһиме, ысынлап та, аныҡ маҡсаттарыңды күрергә, барған юлыңда, өлгәшелгән бейеклектә туҡтап ҡалмаҫҡа. Был донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел, ул беҙҙең теләк, ышаныс һәм тырышлыҡ – яҙған юл. Ошо бирелгәнде ҡабул итеп үҫтерергә, тырышырға, өйрәнергә кәрәк.
Бергәлек булғанда ғына, беҙ – берҙәм көс, ҡеүәтле команда. Был йәһәттән, мәҫәлән, республика спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәрен бергә йыйған Бөрө ҡалаһы янындағы Смольный йәйге лагерының булдырылыуы әһәмиәтле. Киләсәктә уйыбыҙҙа – республика уҡ атыусыларын ойошторған йыйындар үткәреү, сөнки балаларға һөҙөмтәләр булһын, тәжрибә тупланһын өсөн аралашыу етмәй. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған спортсылар үҙ-ара бәйләнештә булған осраҡта, һөҙөмтәләр ҙә яҡшыраҡ булыр ине, минеңсә.
Шуға ла теләгем – күңелегеҙгә яҡын шөғөл табырға тырышығыҙ. Күңелегеҙ йырлап шатланһын өсөн. Ошо иң мөһимелер, моғайын. Шул саҡта барыһы ла буласаҡ, шул саҡта һеҙ буласаҡһығыҙ. Эшегеҙгә өйгә ҡайтҡан кеүек ашҡынып барығыҙ. Спорт мәктәбе – ул минең өсөн икенсе өйөм кеүек, сөнки балалар менән эшләү, уларҙың уңыштарын, еңеүҙәрен, йөҙҙәрендә шатлыҡ күреү – оло бәхет ул. Бына ошо – оло еңеүҙәрҙең, уңыштарҙың нигеҙе.