Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уны “бал бабай” тиҙәр
Уны “бал бабай” тиҙәрТап шулай тип йөрөтә уны ауылдаштары. Ысынлап та, 83 йәшлек олатай әле булһа яратҡан нәҙекәйбилдәренән айырылғаны юҡ. Умартаһын өй янындағы баҡсаһына ултыртып, көн һайын улар менән мәж килә. “Хәрәкәттә — бәрәкәт, ҡыҙым. Исмаһам, ошо ҡорттарға әүрәп бер аҙ йөрөйөм, көнөм дә үтә. Әбейем вафат булғас, бар ҡайғы-хәсрәтемде бал ҡорттарына һөйләй-һөйләй, улар янында булырға ғәҙәтләнеп алдым”, — ти Фәтих Фәсхетдин улы.
Хәйбулла районының йәмле Ҙур Әбеш ауылында тыуып үҫкән Фәтих Әбделмәнов 1958 йылдан алып ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Ваҡытында умарталар һаны йөҙгә лә барып еткән саҡтар булды, ти ул. Әйткәндәй, Әбделмәновтар нәҫеле элек-электән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Оҙаҡ йылдар нәҙекәйбилдәр тәрбиәләүгә бар күңелен һалған балсы, был өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплап, белгәндәрен улдарына, ауылдаштарына өйрәтә. “Уларҙың өҫтәленән бер ҡасан да бал өҙөлгәне булманы”, – ти туғандары. Татлы аҙыҡтың һәр саҡ табын түрендә булыу серен “бал бабай” үҙе генә белә. Аҙығы татлы булһа ла, эше уның ҡатлы шул, тип йылмайып та ҡуйҙы.
— Ҡорттарҙы ҡарау еңелдән түгел, уларға шул тиклем иғтибар кәрәк, — тип бал ҡорттарын ҡарау серҙәре менән уртаҡлашты Фәтих олатай. – Иң тәүҙә уларға уңайлы шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Шулай тырышҡанда ғына мул уңыш алыуға өмөт була. Икенсенән, тәбиғәт шарттары­ның уңай килеүе лә ҡорттар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл һауа торошоноң ямғырлы булыуы бал ҡортоноң бер аҙ кәмеүенә килтерҙе. Йүкә сәскәһе лә һуң атты. Бал ҡорттарына ҡарап, уларҙың эшсәнлегенә шул тиклем һоҡланып ҡуям. Сит кешене ҡабул итмәүҙәре лә оло хөрмәткә лайыҡ. Тимәк, ситтәрҙе үҙ янына индермәй улар. Хужаһының еҫенә, хәрәкәттәренә, нисек эшләүенә тиклем улар өйрәнеп китә, улдарым ярҙамлашырға килһә, хатта уларҙы ла ҡабул итергә теләмәй, сағып бер булалар. Бал ҡорттары шул тиклем аҡыллы, эшсән, уңған.
Элегерәк Фәтих Әбделмәнов үҙе етештергән балды һатыуға сығарһа, әле үҙҙәре өсөн генә әҙерләй. Ата-баба­ларыбыҙҙың милли кәсебен юғалтмай, өйрәнгән шөғөлдө ташлай алмай интегәм, тип шаяртып та ҡуйҙы. Ә беҙгә ҡалһа, 83 йәштә лә дер һелкетеп баҫып, ҡорттар янына барып, күс айыртып, бал һыға алаһың икән, тимәк, үҙегеҙ ҙә бал ҡорттары кеүек эшсән дә, уңған да егәрле лә.

Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 934

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 398

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 425

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 233

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200