Тап шулай тип йөрөтә уны ауылдаштары. Ысынлап та, 83 йәшлек олатай әле булһа яратҡан нәҙекәйбилдәренән айырылғаны юҡ. Умартаһын өй янындағы баҡсаһына ултыртып, көн һайын улар менән мәж килә. “Хәрәкәттә — бәрәкәт, ҡыҙым. Исмаһам, ошо ҡорттарға әүрәп бер аҙ йөрөйөм, көнөм дә үтә. Әбейем вафат булғас, бар ҡайғы-хәсрәтемде бал ҡорттарына һөйләй-һөйләй, улар янында булырға ғәҙәтләнеп алдым”, — ти Фәтих Фәсхетдин улы.Хәйбулла районының йәмле Ҙур Әбеш ауылында тыуып үҫкән Фәтих Әбделмәнов 1958 йылдан алып ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Ваҡытында умарталар һаны йөҙгә лә барып еткән саҡтар булды, ти ул. Әйткәндәй, Әбделмәновтар нәҫеле элек-электән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Оҙаҡ йылдар нәҙекәйбилдәр тәрбиәләүгә бар күңелен һалған балсы, был өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплап, белгәндәрен улдарына, ауылдаштарына өйрәтә. “Уларҙың өҫтәленән бер ҡасан да бал өҙөлгәне булманы”, – ти туғандары. Татлы аҙыҡтың һәр саҡ табын түрендә булыу серен “бал бабай” үҙе генә белә. Аҙығы татлы булһа ла, эше уның ҡатлы шул, тип йылмайып та ҡуйҙы.
— Ҡорттарҙы ҡарау еңелдән түгел, уларға шул тиклем иғтибар кәрәк, — тип бал ҡорттарын ҡарау серҙәре менән уртаҡлашты Фәтих олатай. – Иң тәүҙә уларға уңайлы шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Шулай тырышҡанда ғына мул уңыш алыуға өмөт була. Икенсенән, тәбиғәт шарттарының уңай килеүе лә ҡорттар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл һауа торошоноң ямғырлы булыуы бал ҡортоноң бер аҙ кәмеүенә килтерҙе. Йүкә сәскәһе лә һуң атты. Бал ҡорттарына ҡарап, уларҙың эшсәнлегенә шул тиклем һоҡланып ҡуям. Сит кешене ҡабул итмәүҙәре лә оло хөрмәткә лайыҡ. Тимәк, ситтәрҙе үҙ янына индермәй улар. Хужаһының еҫенә, хәрәкәттәренә, нисек эшләүенә тиклем улар өйрәнеп китә, улдарым ярҙамлашырға килһә, хатта уларҙы ла ҡабул итергә теләмәй, сағып бер булалар. Бал ҡорттары шул тиклем аҡыллы, эшсән, уңған.
Элегерәк Фәтих Әбделмәнов үҙе етештергән балды һатыуға сығарһа, әле үҙҙәре өсөн генә әҙерләй. Ата-бабаларыбыҙҙың милли кәсебен юғалтмай, өйрәнгән шөғөлдө ташлай алмай интегәм, тип шаяртып та ҡуйҙы. Ә беҙгә ҡалһа, 83 йәштә лә дер һелкетеп баҫып, ҡорттар янына барып, күс айыртып, бал һыға алаһың икән, тимәк, үҙегеҙ ҙә бал ҡорттары кеүек эшсән дә, уңған да егәрле лә.
Хәйбулла районы.