Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зәңгәр күктә һауа шарында
Ир-егеттең күбеһе бала саҡтан техникаға ынтыла. Берәүҙәр, етеҙ автомобилдәргә ҡарап, киләсәктә үҙен шофёр итеп күрһә, сикһеҙ зәңгәр күктә аҡ юл һалған самолеттарҙы күҙәтергә яратҡан икенселәр осоусы йә космонавт булырға теләй. Наил Ғәлиев иһә бәләкәйҙән һауа шарында осорға хыяллана...

Яҙмыш елдәре Наил Рикс улын Алыҫ Көнсығышҡа, Приморье крайына алып китә. Зәңгәр күк хаҡындағы бала саҡ хыялдарын ситкәрәк ҡуйып, диңгеҙ флотына эшкә урынлаша, сауҙа карабы капитанының өлкән ярҙамсыһы вазифаһына тиклем үрләй ул. Хеҙмәт килешеүенә ярашлы, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә океан киңлектәрен иңләй. Ер шарын тулыһынса тиерлек урап сығып, төрлө ҡитғаларҙа йәшәүселәрҙең көнкүреше һәм мәҙәниәте менән таныша. Әле лә һөнәре буйынса эшләүен дауам итә, ә ҡышҡы айҙарҙағы ял ваҡытында тыуған яҡтарына юллана.Зәңгәр күктә һауа шарында
Матур һәм ныҡлы хыял кешене бер ҡасан да ташламай. Бала саҡтағы күккә күтәрелеү теләге Наилдең күңелендә ғүмерлеккә ныҡлы урын ала. Был хаҡта танышыуҙарының тәүге көндәренән хәбәрҙар булған тормош иптәше Әлфиә Мәғәфүр ҡыҙы, һөйгәнен үҙенсәлекле хыялын тормошҡа ашырырға өндәп, уны гел генә дәртләндереп тора. Был иһә, ысынлап та, уҙамандың иңдәренә ҡанат үҫтерә. Ул ғына түгел, күккә күтәрелеү ниәте сая ирле-ҡатынлы икеһенең дөйөм теләгенә әйләнә. Көслө зат вәкиле булараҡ, Наил Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә Әлфиәһенә ғәҙәти булмаған бүләк яһай: уны Приморье крайының Новоникольск ҡасабаһындағы аэроклубҡа алып бара. Һәм улар икәүләп беренсе тапҡыр һауа шарында күккә күтәрелә.
– Ерҙең 1300 метр бейеклектән асылған ғәжәйеп мөһабәтлеген һәм хозурлығын күргән мәлдә күңелдә уянған хис-тойғоно тик осоусылар ғына аңлайҙыр. Үҙеңде ысын мәғәнәһендә ҡанатлы итеп тояһың, донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн һәм уларҙан азат итеп хис итәһең, – тип хәтерләй ул хаҡта Наил Рикс улы.
Ә ерҙә уларҙы тағы ла бар ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға көткән була: 1783 йылдан килгән традицияға ярашлы, аэроклуб етәкселеге Ғәлиевтәргә “Новоникольск графы һәм графиняһы” тигән махсус титул биреп, ошо хаҡта танытма тапшыра.
Был хәл бер маҡсат менән яныусыларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрә һәм уртаҡ хыялға илткән юлда әһәмиәтлерәк аҙымдар яһарға этәрә. Сираттағы ялдары башланғас, 2016 йылдың ғинуарында Ғәлиевтәр Мәскәү өлкәһендәге Дмитров ҡалаһына юллана. Ғашиҡтар бындағы авиация-уҡытыу үҙәгендә һауа шарында (аэростатта) үҙаллы осорға өйрәнә, тейешле күнекмәләр үтә.
Ә быйыл иһә йәш осоусылар үҙебеҙҙең Өфөлә, Башҡортостандың Һауала осоу спорты федерацияһының аэроклубында осоу буйынса белемдәрен нығыта, өҫтәмә күнекмәләр барышында оҫталығын арттыра. Артабан Ғәлиевтәр бар ҡорамалдары менән һауа шары, уны күсереп йөрөтөү өсөн “УАЗ-Патриот” автомобиле һатып ала, машинаға тағылма арба хәстәрләй.
Ғинуар аҙағында Наил тыуған Салауат районы күгенә тәүге тапҡыр һәм үҙаллы күтәрелә. Ир-уҙамандың һауа шарында осоуын Арҡауыл, Күҫәләр, Мәхмүт һәм Иҙелбай ауылдары халҡы ғәжәпләнеү һәм ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Баҡһаң, был ваҡиға менән милли батырыбыҙҙың яҡташтары ғына түгел, тотош республика халҡы ғорурланырлыҡ: һауа шарында осоу өсөн рәсми танытмаға Рәсәй буйынса ике йөҙ самаһы ғына кеше эйә, ә Башҡортостанда ундайҙар ни бары өсәү генә булған, хәҙер Ғәлиевтәр иҫәбенә улар бишәүгә етте.
Наил Ғәлиев әлегә һауаға үҙе генә күтәрелһә лә, яҡын киләсәктә теләгәндәрҙе әллә ни ҙур булмаған хаҡҡа һауа шарында осорорға ниәтләй. Тәү сиратта ул тыуған Уралыбыҙ матурлығын фотоға һәм видеоға төшөрөргә теләгән кешеләрҙе көтә. Сая йүнселгә был игелекле ниәтен тормошҡа ашырыуҙа уңыштар ғына теләргә ҡала.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199