Ир-егеттең күбеһе бала саҡтан техникаға ынтыла. Берәүҙәр, етеҙ автомобилдәргә ҡарап, киләсәктә үҙен шофёр итеп күрһә, сикһеҙ зәңгәр күктә аҡ юл һалған самолеттарҙы күҙәтергә яратҡан икенселәр осоусы йә космонавт булырға теләй. Наил Ғәлиев иһә бәләкәйҙән һауа шарында осорға хыяллана...Яҙмыш елдәре Наил Рикс улын Алыҫ Көнсығышҡа, Приморье крайына алып китә. Зәңгәр күк хаҡындағы бала саҡ хыялдарын ситкәрәк ҡуйып, диңгеҙ флотына эшкә урынлаша, сауҙа карабы капитанының өлкән ярҙамсыһы вазифаһына тиклем үрләй ул. Хеҙмәт килешеүенә ярашлы, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә океан киңлектәрен иңләй. Ер шарын тулыһынса тиерлек урап сығып, төрлө ҡитғаларҙа йәшәүселәрҙең көнкүреше һәм мәҙәниәте менән таныша. Әле лә һөнәре буйынса эшләүен дауам итә, ә ҡышҡы айҙарҙағы ял ваҡытында тыуған яҡтарына юллана.
Матур һәм ныҡлы хыял кешене бер ҡасан да ташламай. Бала саҡтағы күккә күтәрелеү теләге Наилдең күңелендә ғүмерлеккә ныҡлы урын ала. Был хаҡта танышыуҙарының тәүге көндәренән хәбәрҙар булған тормош иптәше Әлфиә Мәғәфүр ҡыҙы, һөйгәнен үҙенсәлекле хыялын тормошҡа ашырырға өндәп, уны гел генә дәртләндереп тора. Был иһә, ысынлап та, уҙамандың иңдәренә ҡанат үҫтерә. Ул ғына түгел, күккә күтәрелеү ниәте сая ирле-ҡатынлы икеһенең дөйөм теләгенә әйләнә. Көслө зат вәкиле булараҡ, Наил Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә Әлфиәһенә ғәҙәти булмаған бүләк яһай: уны Приморье крайының Новоникольск ҡасабаһындағы аэроклубҡа алып бара. Һәм улар икәүләп беренсе тапҡыр һауа шарында күккә күтәрелә.
– Ерҙең 1300 метр бейеклектән асылған ғәжәйеп мөһабәтлеген һәм хозурлығын күргән мәлдә күңелдә уянған хис-тойғоно тик осоусылар ғына аңлайҙыр. Үҙеңде ысын мәғәнәһендә ҡанатлы итеп тояһың, донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн һәм уларҙан азат итеп хис итәһең, – тип хәтерләй ул хаҡта Наил Рикс улы.
Ә ерҙә уларҙы тағы ла бар ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға көткән була: 1783 йылдан килгән традицияға ярашлы, аэроклуб етәкселеге Ғәлиевтәргә “Новоникольск графы һәм графиняһы” тигән махсус титул биреп, ошо хаҡта танытма тапшыра.
Был хәл бер маҡсат менән яныусыларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрә һәм уртаҡ хыялға илткән юлда әһәмиәтлерәк аҙымдар яһарға этәрә. Сираттағы ялдары башланғас, 2016 йылдың ғинуарында Ғәлиевтәр Мәскәү өлкәһендәге Дмитров ҡалаһына юллана. Ғашиҡтар бындағы авиация-уҡытыу үҙәгендә һауа шарында (аэростатта) үҙаллы осорға өйрәнә, тейешле күнекмәләр үтә.
Ә быйыл иһә йәш осоусылар үҙебеҙҙең Өфөлә, Башҡортостандың Һауала осоу спорты федерацияһының аэроклубында осоу буйынса белемдәрен нығыта, өҫтәмә күнекмәләр барышында оҫталығын арттыра. Артабан Ғәлиевтәр бар ҡорамалдары менән һауа шары, уны күсереп йөрөтөү өсөн “УАЗ-Патриот” автомобиле һатып ала, машинаға тағылма арба хәстәрләй.
Ғинуар аҙағында Наил тыуған Салауат районы күгенә тәүге тапҡыр һәм үҙаллы күтәрелә. Ир-уҙамандың һауа шарында осоуын Арҡауыл, Күҫәләр, Мәхмүт һәм Иҙелбай ауылдары халҡы ғәжәпләнеү һәм ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Баҡһаң, был ваҡиға менән милли батырыбыҙҙың яҡташтары ғына түгел, тотош республика халҡы ғорурланырлыҡ: һауа шарында осоу өсөн рәсми танытмаға Рәсәй буйынса ике йөҙ самаһы ғына кеше эйә, ә Башҡортостанда ундайҙар ни бары өсәү генә булған, хәҙер Ғәлиевтәр иҫәбенә улар бишәүгә етте.
Наил Ғәлиев әлегә һауаға үҙе генә күтәрелһә лә, яҡын киләсәктә теләгәндәрҙе әллә ни ҙур булмаған хаҡҡа һауа шарында осорорға ниәтләй. Тәү сиратта ул тыуған Уралыбыҙ матурлығын фотоға һәм видеоға төшөрөргә теләгән кешеләрҙе көтә. Сая йүнселгә был игелекле ниәтен тормошҡа ашырыуҙа уңыштар ғына теләргә ҡала.