Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Янып терелгән феникс-ҡоштай
 Янып терелгән феникс-ҡоштай  Янып терелгән феникс-ҡоштай Ул көндө Себер иланы... Башҡортостан, Пермь, Ырымбур – бөтә ер-һыу иланы... Хатта “тимер кешеләр” – десантсылар иланы... 2015 йылдың 12 июлендә Омск ҡалаһы янындағы Светлый ҡасабаһында урынлашҡан Һауа-десант ғәскәрҙәренең 242-се уҡыу үҙәгендә казарма емерелде. 337 курсанттың 40-тан ашыуы кирбес-плитә өйөмө аҫтында ҡалды. 23 йәш егет шунда уҡ һәләк булды, берәү – аҙаҡтан дауаханала.
Бәләгә тарыған һалдаттар ара­һында Башҡортостан вәкилдәре лә була. Белорет, Салауат, Саҡмағош райондарынан һәм Сибай ҡала­һынан биш кеше вафат булһа, өсәү ҡот осҡос йәрәхәттәр менән дауа­ханаға эләгә. Һуңғыларына иҫәпһеҙ-һанһыҙ операциялар үткәреп, айҙар буйы госпиталь карауатында аунарға тура килә.
Шул өсәүҙең берәүһе Саҡмағош районынан Рөстәм Нәбиев ине. Ете сәғәт буйы үҙен ҡотҡарыуҙарын көткән егетте табиптар әллә терелә, әллә юҡ тиҙәр. Яҡташыбыҙға тәүге ярҙамды Омск белгестәре күрһәтә. Өс көндән яралының ике аяғын да, ҡулын да ҡырҡырға хәл иткәстәр, Рөстәмдең атаһы уны Мәскәүгә Н. Бурденко исемендәге клиник дауаханаға оҙатыуҙы талап итә. Егет артабан ике клиник үлем кисерә, һигеҙ көндән генә иҫенә килә. Әммә... инде аяҡһыҙ.
Барлығы 16 операция кисерә десантсы, оҙаҡ ҡына реабилитация осоро үтә. Бәхетенә, янында гел туғандары, дуҫтары була. Аяҡһыҙ ҡалғанын күргән егет, һөйләшә алғас та, һөйгәне Индираға: “Мине таш­лаһаң да, аңлармын һәм ғәфү итермен”, – ти. Мәктәп осоронан дуҫлашҡан ҡы­ҙы: “Мин һәр ваҡыт яныңда буласаҡмын”, – тип яуап­лай.
Мәскәү табиптары ниндәйҙер ҡөҙрәт менән егеттең ике ҡулын һаҡлап алып ҡала. Ләкин элек ауыр атлетика менән шөғөлләнгән спорт­сыға ла барыбер яңынан сынаяҡ-ҡалаҡ тоторға өйрәнергә тура килә. Ҡулдары аҙыраҡ нығынғас, пластик шешәләрҙе гантель итеп, Рөстәм те­шен ҡыҫып күнекмәләргә тотона. Тиҙҙән ул коляскаға ла ситтәрҙең яр­ҙамынан тыш менеп ултыра башлай.
Бер аҙҙан Оборона министрлығы немец протездары алып бирә. Хәҙер инде яңынан атларға өйрәнергә кәрәк була...
– Көнөнә һигеҙәр сәғәт шөғөл­лән­дем, – ти егет. – Тәүҙә баҫып то­рорға күнегергә тура килде, артабан инде атларға, тубыҡты бөгөргә өйрәндем. Минең уңыштарымды күрергә бөтә госпиталдән киләләр ине, бында улай тиҙ йүнәлгән кеше булмаған.
Дауаханала ятҡанда Рөстәм, әлбиттә, артабанғы тормошо тура­һында ла уйлана. Хәҙер инде нефтсе дипломының уға кәрәге лә теймәҫ. Шунда ул паралимпия спортсыларын хәтеренә төшөрә. Тик ниндәй төрҙө һайларға: йөҙөүҙеме, саңғы­нымы, ауыр атлетиканымы?..
Яҙмыш тигәнең башҡаса хәл итә: бер көндө госпиталгә Мәскәү өлкәһенең “Феникс” следж-хоккей командаһы вәкилдәре килә. Үҙҙәренә саҡыралар. Егеткә ҡарап алғас: “О, аяҡтарың ҡыҫҡа булыуы уңай. Тимәк, һин ултырған хоккей санаһы ла ҡыҫҡа буласаҡ. Был осраҡта етеҙерәк, йылғырыраҡ шыуырға мөмкин”, – тиҙәр.
Бер ҡасан да хоккей менән ҡыҙыҡһынмаған Рөстәм бындай көтөлмәгән тәҡдимдән тәүҙә баш тарта. Шулай ҙа күнекмәгә бара. Ялтыр боҙ... Тиҙлек... Көс... Ниһайәт, ул үҙен һау кеше итеп тоя һәм хоккей уйынына ғашиҡ була. Мифтарҙағы янып, көл-күмергә ҡалғас кире терелгән феникс-ҡоштай итеп күрә үҙен.
Былтырғы йылдың июлендә, Омск фажиғәһенә бер йыл тигәндә, яҡташыбыҙ тыуған йортона ҡайтып төшә. Үҙ аяҡтарында – электрон протездарҙа. Ата-әсәһе өйҙә тренажер бүлмәһе яһап ҡуйған була. Ә инде август айында Рөстәм үҙ машинаһында Тула ҡалаһына следж-хоккей буйынса күнекмә йыйынына юллана.
Өс ай буйы егет следж-хоккей санаһында шыуырға, кәүҙә тигеҙ­леген һаҡларға, ике сәкән менән уйнарға өйрәнә. Йәнә шуныһы һөйөнөслө: “Феникс”та Башҡортос­тандан тағы бер кеше сығыш яһай икән. Ул – Октябрьский ҡалаһынан Владислав Зубарев.
“Феникс” – Рәсәйҙә иң көслө командаларҙың береһе, биш тапҡыр ил чемпионы. 12 уйынсыһы Рәсәй йыйылма командаһы составына инә. Былтыр Европа чемпионы булған командала “Феникс”тан туғыҙ хоккейсы ҡатнашты. Тимәк, Рөстәмдең 2022 йылдағы Паралимпиадала сығыш яһау теләге бойомға ашмаҫтай ҙа түгел.
Ә бөгөн Саҡмағош егете Өфө боҙона сыға. Хәбәр иткәнебеҙсә, Хоккей йондоҙҙары аҙналығы барышында 17-19 ғинуарҙа следж-хоккей буйынса Континент кубогына халыҡ-ара турнир уҙа. Унда Рәсәй, Италия, Чехия, Ҡытай спортсылары ҡатнаша. Беҙҙең ил данын тап “Феникс” командаһы яҡлай. Рөстәм Нәбиев был ярышта 16-сы һан менән һаҡсы сифатында сығыш яһай.
– Боҙ һарайындағы уйындарҙа ми­нең өсөн атай-әсәйем, туғанда­рым, дуҫтарым, кәләшем Индира янып-көйәсәк. Мин был мәлде тул­ҡынланып көтәм, – тине кисә Рөстәм.
Беҙ ҙә яҡташыбыҙға теләктәшлек күрһәтәйек. Әйткәндәй, следж-хоккей турниры Бәләкәй аренала үтә. Кисә-бөгөн командалар үҙ-ара уйнаһа, иртәгә иртәнге сәғәт 10-да – өсөнсө урын өсөн, сәғәт 1-ҙә финал матчы уҙасаҡ. Инеү бушлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199