Ул көндө Себер иланы... Башҡортостан, Пермь, Ырымбур – бөтә ер-һыу иланы... Хатта “тимер кешеләр” – десантсылар иланы... 2015 йылдың 12 июлендә Омск ҡалаһы янындағы Светлый ҡасабаһында урынлашҡан Һауа-десант ғәскәрҙәренең 242-се уҡыу үҙәгендә казарма емерелде. 337 курсанттың 40-тан ашыуы кирбес-плитә өйөмө аҫтында ҡалды. 23 йәш егет шунда уҡ һәләк булды, берәү – аҙаҡтан дауаханала. Бәләгә тарыған һалдаттар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә була. Белорет, Салауат, Саҡмағош райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан биш кеше вафат булһа, өсәү ҡот осҡос йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә. Һуңғыларына иҫәпһеҙ-һанһыҙ операциялар үткәреп, айҙар буйы госпиталь карауатында аунарға тура килә.
Шул өсәүҙең берәүһе Саҡмағош районынан Рөстәм Нәбиев ине. Ете сәғәт буйы үҙен ҡотҡарыуҙарын көткән егетте табиптар әллә терелә, әллә юҡ тиҙәр. Яҡташыбыҙға тәүге ярҙамды Омск белгестәре күрһәтә. Өс көндән яралының ике аяғын да, ҡулын да ҡырҡырға хәл иткәстәр, Рөстәмдең атаһы уны Мәскәүгә Н. Бурденко исемендәге клиник дауаханаға оҙатыуҙы талап итә. Егет артабан ике клиник үлем кисерә, һигеҙ көндән генә иҫенә килә. Әммә... инде аяҡһыҙ.
Барлығы 16 операция кисерә десантсы, оҙаҡ ҡына реабилитация осоро үтә. Бәхетенә, янында гел туғандары, дуҫтары була. Аяҡһыҙ ҡалғанын күргән егет, һөйләшә алғас та, һөйгәне Индираға: “Мине ташлаһаң да, аңлармын һәм ғәфү итермен”, – ти. Мәктәп осоронан дуҫлашҡан ҡыҙы: “Мин һәр ваҡыт яныңда буласаҡмын”, – тип яуаплай.
Мәскәү табиптары ниндәйҙер ҡөҙрәт менән егеттең ике ҡулын һаҡлап алып ҡала. Ләкин элек ауыр атлетика менән шөғөлләнгән спортсыға ла барыбер яңынан сынаяҡ-ҡалаҡ тоторға өйрәнергә тура килә. Ҡулдары аҙыраҡ нығынғас, пластик шешәләрҙе гантель итеп, Рөстәм тешен ҡыҫып күнекмәләргә тотона. Тиҙҙән ул коляскаға ла ситтәрҙең ярҙамынан тыш менеп ултыра башлай.
Бер аҙҙан Оборона министрлығы немец протездары алып бирә. Хәҙер инде яңынан атларға өйрәнергә кәрәк була...
– Көнөнә һигеҙәр сәғәт шөғөлләндем, – ти егет. – Тәүҙә баҫып торорға күнегергә тура килде, артабан инде атларға, тубыҡты бөгөргә өйрәндем. Минең уңыштарымды күрергә бөтә госпиталдән киләләр ине, бында улай тиҙ йүнәлгән кеше булмаған.
Дауаханала ятҡанда Рөстәм, әлбиттә, артабанғы тормошо тураһында ла уйлана. Хәҙер инде нефтсе дипломының уға кәрәге лә теймәҫ. Шунда ул паралимпия спортсыларын хәтеренә төшөрә. Тик ниндәй төрҙө һайларға: йөҙөүҙеме, саңғынымы, ауыр атлетиканымы?..
Яҙмыш тигәнең башҡаса хәл итә: бер көндө госпиталгә Мәскәү өлкәһенең “Феникс” следж-хоккей командаһы вәкилдәре килә. Үҙҙәренә саҡыралар. Егеткә ҡарап алғас: “О, аяҡтарың ҡыҫҡа булыуы уңай. Тимәк, һин ултырған хоккей санаһы ла ҡыҫҡа буласаҡ. Был осраҡта етеҙерәк, йылғырыраҡ шыуырға мөмкин”, – тиҙәр.
Бер ҡасан да хоккей менән ҡыҙыҡһынмаған Рөстәм бындай көтөлмәгән тәҡдимдән тәүҙә баш тарта. Шулай ҙа күнекмәгә бара. Ялтыр боҙ... Тиҙлек... Көс... Ниһайәт, ул үҙен һау кеше итеп тоя һәм хоккей уйынына ғашиҡ була. Мифтарҙағы янып, көл-күмергә ҡалғас кире терелгән феникс-ҡоштай итеп күрә үҙен.
Былтырғы йылдың июлендә, Омск фажиғәһенә бер йыл тигәндә, яҡташыбыҙ тыуған йортона ҡайтып төшә. Үҙ аяҡтарында – электрон протездарҙа. Ата-әсәһе өйҙә тренажер бүлмәһе яһап ҡуйған була. Ә инде август айында Рөстәм үҙ машинаһында Тула ҡалаһына следж-хоккей буйынса күнекмә йыйынына юллана.
Өс ай буйы егет следж-хоккей санаһында шыуырға, кәүҙә тигеҙлеген һаҡларға, ике сәкән менән уйнарға өйрәнә. Йәнә шуныһы һөйөнөслө: “Феникс”та Башҡортостандан тағы бер кеше сығыш яһай икән. Ул – Октябрьский ҡалаһынан Владислав Зубарев.
“Феникс” – Рәсәйҙә иң көслө командаларҙың береһе, биш тапҡыр ил чемпионы. 12 уйынсыһы Рәсәй йыйылма командаһы составына инә. Былтыр Европа чемпионы булған командала “Феникс”тан туғыҙ хоккейсы ҡатнашты. Тимәк, Рөстәмдең 2022 йылдағы Паралимпиадала сығыш яһау теләге бойомға ашмаҫтай ҙа түгел.
Ә бөгөн Саҡмағош егете Өфө боҙона сыға. Хәбәр иткәнебеҙсә, Хоккей йондоҙҙары аҙналығы барышында 17-19 ғинуарҙа следж-хоккей буйынса Континент кубогына халыҡ-ара турнир уҙа. Унда Рәсәй, Италия, Чехия, Ҡытай спортсылары ҡатнаша. Беҙҙең ил данын тап “Феникс” командаһы яҡлай. Рөстәм Нәбиев был ярышта 16-сы һан менән һаҡсы сифатында сығыш яһай.
– Боҙ һарайындағы уйындарҙа минең өсөн атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым, кәләшем Индира янып-көйәсәк. Мин был мәлде тулҡынланып көтәм, – тине кисә Рөстәм.
Беҙ ҙә яҡташыбыҙға теләктәшлек күрһәтәйек. Әйткәндәй, следж-хоккей турниры Бәләкәй аренала үтә. Кисә-бөгөн командалар үҙ-ара уйнаһа, иртәгә иртәнге сәғәт 10-да – өсөнсө урын өсөн, сәғәт 1-ҙә финал матчы уҙасаҡ. Инеү бушлай.