Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишбулдыға кем иш булыр?
Ишбулдыға кем иш булыр? Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә сәләмәт йәшәүгә иғтибар арта. Имен ғаилә яҡты киләсәгебеҙ икәнлеген күптәр аңлай, шуға ла балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуҙы, сәләмәт тормошто пропагандалайҙар. Был йәһәттән ГТО һынауҙарын тапшырыуҙың ҡайтанан тергеҙелеүе лә юҡҡа түгел.
Әбйәлилдә район ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм урындағы башҡорт ҡоролтайы баш­ланғысы менән “Сәләмәт ауыл-2016” конкурсы иғлан ителде. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева әйтеүенсә, унда 15 ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Сарала ҡатнашыу тураһындағы ҡарар халыҡ йыйындарында ҡабул ителгән. Бәйгенең баһалау бәйәләре күп: спорт, мәҙәни акциялар менән бер рәттән, урындағы демографик хәл, тәртип, рухи үҫеш мәсьәләләре лә инә. Быларҙың барыһы ла конкурста ҡатнашҡан ауылдар иҫәбенә мәрәй булып туплана.
Һуңғы йылдарҙа Баш­ҡортостанда үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары күбәйҙе, шунлыҡтан конкурста суицид мәсьәләһе буйынса айырым пункт индерелеүе, был хаҡта табиптар һәм психологтарҙың уҡыусылар, халыҡ араһында лекция уҡыуы, һөйләшеү алып барыуы һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, тип ышана уны ойоштороусылар.
– Бөгөн сәләмәт йәшәү модала. Ҡасандыр ҡулына һыра шешәһе һәм тәмәке тотҡан йәштәр “текә” күренһә, хәҙер спортты яратҡан, сәләмәт тормош алып барған кешеләрҙе йышыраҡ осратабыҙ, тап улар замандың йәш кешеһе образын тыуҙыра. Акциябыҙҙың төп маҡсаты – йәштәрҙе сәләмәт йәшәүгә өндәү, – ти Линиза Камил ҡыҙы.
Ошо конкурс нигеҙендә Ишбулдыла үткән “Сәләмәт ауыл” спорт сараһында беҙгә лә ҡатнашырға насип булды. Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин әйтеүенсә, районда спорт менән шөғөлләнгән ауыл булараҡ Ишбулды элек-электән билдәле. Милли көрәш, волейбол, футбол буйынса район, республика призерҙары тәрбиәләгән урта мәктәп коллективына һоҡ­ланмау мөмкин түгел. Һуңғы йылдарҙа бында өҫтәл теннисы буйынса спортсылар үҫә, районда улар алдынғы урындарҙы яулай. Ишбулды спортсылары футбол, волейбол буйынса район йыйылма командаһына инә, хатта бер нисәһе – республика йыйылма командаһы составында. Шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһы йыйылма командаһында уйнаған егеттәр ҙә бар.
Әйткәндәй, Ишбулды хал­ҡының “Сәләмәт ауыл” акцияһына берҙәм ҡушылыуы сираттағы конкурста ҡатнашыу ғына түгел, ә йылдар дауамында сәләмәт тормош алып барыуҙарының ныҡлы һәм ышаныслы һөҙөмтәһе лә, сөнки спортта бер көндә генә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкин түгел.
Бәйгелә кем еңер – уныһын ваҡыт күрһәтер, әммә спортты яратҡан дәррәү, сәмле ишбулдылар еңеүһеҙ ҡалмаясағына ышана. Йә, кемдәр уларға ҡушылыр?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 772

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 392

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 279

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 238

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 427

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 283

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 266

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 427

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 230

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 097

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 200

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 072