Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә сәләмәт йәшәүгә иғтибар арта. Имен ғаилә яҡты киләсәгебеҙ икәнлеген күптәр аңлай, шуға ла балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуҙы, сәләмәт тормошто пропагандалайҙар. Был йәһәттән ГТО һынауҙарын тапшырыуҙың ҡайтанан тергеҙелеүе лә юҡҡа түгел.Әбйәлилдә район ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм урындағы башҡорт ҡоролтайы башланғысы менән “Сәләмәт ауыл-2016” конкурсы иғлан ителде. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева әйтеүенсә, унда 15 ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Сарала ҡатнашыу тураһындағы ҡарар халыҡ йыйындарында ҡабул ителгән. Бәйгенең баһалау бәйәләре күп: спорт, мәҙәни акциялар менән бер рәттән, урындағы демографик хәл, тәртип, рухи үҫеш мәсьәләләре лә инә. Быларҙың барыһы ла конкурста ҡатнашҡан ауылдар иҫәбенә мәрәй булып туплана.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары күбәйҙе, шунлыҡтан конкурста суицид мәсьәләһе буйынса айырым пункт индерелеүе, был хаҡта табиптар һәм психологтарҙың уҡыусылар, халыҡ араһында лекция уҡыуы, һөйләшеү алып барыуы һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, тип ышана уны ойоштороусылар.
– Бөгөн сәләмәт йәшәү модала. Ҡасандыр ҡулына һыра шешәһе һәм тәмәке тотҡан йәштәр “текә” күренһә, хәҙер спортты яратҡан, сәләмәт тормош алып барған кешеләрҙе йышыраҡ осратабыҙ, тап улар замандың йәш кешеһе образын тыуҙыра. Акциябыҙҙың төп маҡсаты – йәштәрҙе сәләмәт йәшәүгә өндәү, – ти Линиза Камил ҡыҙы.
Ошо конкурс нигеҙендә Ишбулдыла үткән “Сәләмәт ауыл” спорт сараһында беҙгә лә ҡатнашырға насип булды. Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин әйтеүенсә, районда спорт менән шөғөлләнгән ауыл булараҡ Ишбулды элек-электән билдәле. Милли көрәш, волейбол, футбол буйынса район, республика призерҙары тәрбиәләгән урта мәктәп коллективына һоҡланмау мөмкин түгел. Һуңғы йылдарҙа бында өҫтәл теннисы буйынса спортсылар үҫә, районда улар алдынғы урындарҙы яулай. Ишбулды спортсылары футбол, волейбол буйынса район йыйылма командаһына инә, хатта бер нисәһе – республика йыйылма командаһы составында. Шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһы йыйылма командаһында уйнаған егеттәр ҙә бар.
Әйткәндәй, Ишбулды халҡының “Сәләмәт ауыл” акцияһына берҙәм ҡушылыуы сираттағы конкурста ҡатнашыу ғына түгел, ә йылдар дауамында сәләмәт тормош алып барыуҙарының ныҡлы һәм ышаныслы һөҙөмтәһе лә, сөнки спортта бер көндә генә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкин түгел.
Бәйгелә кем еңер – уныһын ваҡыт күрһәтер, әммә спортты яратҡан дәррәү, сәмле ишбулдылар еңеүһеҙ ҡалмаясағына ышана. Йә, кемдәр уларға ҡушылыр?