Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт Ҡыш бабайы – һеҙҙә ҡунаҡта!
Башҡорт Ҡыш бабайы – һеҙҙә ҡунаҡта!
– Өләсәй, ә башҡорт Ҡыш бабайы бармы ул?
– Бар, балам.
– Ә ҡайҙа йәшәй?
– Ирәмәлдә йәшәй, тиҙәр. Ә Яңы йыл байрамы яҡынлаһа, Торатауға килә, шунда тирмә асып, кешеләрҙе ҡотлай, ти...
– Ә Өфөлә юҡмы ни?
– Өфөлә лә бар.
Ә, теләйһеңме, беҙ уны үҙебеҙҙең өйгә саҡырабыҙ!
– Килерме икән?
Ә Ҡарһылыу?
– Саҡырһаҡ, килер.
– Әйҙә, саҡырайыҡ. Ура! Беҙгә башҡорт Ҡыш
бабайы менән Ҡарһылыу килә!

Быйыл республика Яңы йыл байрамдарына 300 мең туристы йәлеп итергә ниәтләй! Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының күҙаллауы шундай.
Былтыр 19 мең кеше Торатауҙағы Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһендә булһа, быйыл ундай тирмәләр республиканың төрлө төбәктәрендә урынлашасаҡ. Өфөнән 130 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мишкә ауылында Ҡыш бабай Башҡортостандың төньяғында йәшәгәндәрҙе тәбрик­ләйәсәк. Инәк йылғаһы буйындағы ҡарағай урманы янында тау итәгендә тюбингта шыуырға, ошонда урын­лашҡан республика саңғы трас­саһында йөрөргә лә мөмкин. Шулай уҡ аттарҙа елеү ҙә, урында йәшәгән мари халҡының тормошо, мәҙәниәте менән танышыу ҙа ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Байрам көндәрендә Ҡыш бабайҙың тирмәһе лә Учалы ҡалаһының “Родео” тау саңғыһы үҙәгендә ҡуйыласаҡ. Туристарҙы бында нимә көтәсәкме? Байрам һәм каникул көндәрендә балалар өсөн көн һайын ике сәғәтлек тамаша ойоштороласаҡ. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау, конкурс­тар һәм бүләктәр – барыһы ла буласаҡ. Ә инде ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн “Әкиәти Учалы” тигән өс көнлөк экскурсия маршруты эшләйәсәк. Ул марал фермаһында булыу, Ахун мөғжизәләрен ҡарау, Ирәмәлгә тиклем ҡаргиҙәрҙә барыу, конькиҙа шыуыу кеүек сараларҙы үҙ эсенә ала.
Көнбайышта Ҡыш бабайҙың тир­мәһе Октябрьский ҡалаһындағы “Өйәҙе тау” исемле тау саңғыһы үҙәгендә урынлашасаҡ. Тау башында, урман араһында “йәшәгән” Ҡыш бабай туристарҙы үҙе ҡаршылап, тылсымлы йортона алып китәсәк. Унда барыр өсөн Өфөнән 190 саҡрым араны үтергә, аҙаҡ тағы 2 саҡрым алыҫлыҡты санала елдереп кенә, байрам хужаһының бүрәнәнән төҙөлгән мөғжизәүи йортона барып етергә була. Хаҡы ла ҡиммәт түгел – бер кешегә 500 һум.
Көньяҡта, былтырғыса, Ҡыш бабай ҡунаҡтарын Торатауҙа көтәсәк.
Ә инде иң төп тирмә – Өфөнөң Конгресс-холл эргәһендәге “Ватан” этнопаркында урынлашҡан. Ул 7 декабрҙә үк асылды. Был тантанаға Бөйөк Устюгтан илебеҙҙең төп Ҡыш бабайы үҙе килеп, шыршылағы уттарҙы ҡабыҙҙы һәм башҡорт Ҡыш бабайының ҡунаҡ тирмәһен асты. Әкиәт йорто, сәй тирмәһе, Ҡыш бабай почтаһы, Ҡарһылыу тирмәһе, Тәмлекәстәр тирмәһе... Барыһы ла ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер.
Ә кемдәр бындай сәйәхәттәргә сыға алмай, өйҙә бәләкәс балаларына байрам ойошторорға теләй, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уларға үҙҙәре барасаҡ. Быйыл тәүге тапҡыр баш ҡалабыҙҙа башҡорт Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыу кескәй милләттәш­тәрен шулай ҡотлаясаҡ. Бәләкәстәр туған телендә шиғырҙар һөйләп, шыршы тирәләй йырлап, бейеп, башҡа һәләттәрен күрһәтеп, мөғжизә эйәләре Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләктәр аласаҡ. Байрамдың төп ҡунағының тылсымлы таяғын тотоп, киләһе 2017 йылға иң изге теләктәрен теләйәсәк. Ҡәҙерле атайҙар һәм әсәйҙәр! Әгәр үҙегеҙҙең балалары­ғыҙҙы башҡорт Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыу ҡотлауын теләһәгеҙ – саҡырығыҙ. Өләсәйҙәр, олатайҙар, һеҙ ҙә ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә байрам бүләк итә алаһығыҙ.
Ә уларҙы ҡайҙан табырға, тиер­һегеҙ? Мәғлүмәтте Интернет сел­тәрендә, башҡа Ҡыш бабайҙар тураһындағы сайттарҙа иғландар аша ла табырға була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199