– Өләсәй, ә башҡорт Ҡыш бабайы бармы ул?
– Бар, балам.
– Ә ҡайҙа йәшәй?
– Ирәмәлдә йәшәй, тиҙәр. Ә Яңы йыл байрамы яҡынлаһа, Торатауға килә, шунда тирмә асып, кешеләрҙе ҡотлай, ти...
– Ә Өфөлә юҡмы ни?
– Өфөлә лә бар.
Ә, теләйһеңме, беҙ уны үҙебеҙҙең өйгә саҡырабыҙ!
– Килерме икән?
Ә Ҡарһылыу?
– Саҡырһаҡ, килер.
– Әйҙә, саҡырайыҡ. Ура! Беҙгә башҡорт Ҡыш
бабайы менән Ҡарһылыу килә!Быйыл республика Яңы йыл байрамдарына 300 мең туристы йәлеп итергә ниәтләй! Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының күҙаллауы шундай.
Былтыр 19 мең кеше Торатауҙағы Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһендә булһа, быйыл ундай тирмәләр республиканың төрлө төбәктәрендә урынлашасаҡ. Өфөнән 130 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мишкә ауылында Ҡыш бабай Башҡортостандың төньяғында йәшәгәндәрҙе тәбрикләйәсәк. Инәк йылғаһы буйындағы ҡарағай урманы янында тау итәгендә тюбингта шыуырға, ошонда урынлашҡан республика саңғы трассаһында йөрөргә лә мөмкин. Шулай уҡ аттарҙа елеү ҙә, урында йәшәгән мари халҡының тормошо, мәҙәниәте менән танышыу ҙа ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Байрам көндәрендә Ҡыш бабайҙың тирмәһе лә Учалы ҡалаһының “Родео” тау саңғыһы үҙәгендә ҡуйыласаҡ. Туристарҙы бында нимә көтәсәкме? Байрам һәм каникул көндәрендә балалар өсөн көн һайын ике сәғәтлек тамаша ойоштороласаҡ. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау, конкурстар һәм бүләктәр – барыһы ла буласаҡ. Ә инде ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн “Әкиәти Учалы” тигән өс көнлөк экскурсия маршруты эшләйәсәк. Ул марал фермаһында булыу, Ахун мөғжизәләрен ҡарау, Ирәмәлгә тиклем ҡаргиҙәрҙә барыу, конькиҙа шыуыу кеүек сараларҙы үҙ эсенә ала.
Көнбайышта Ҡыш бабайҙың тирмәһе Октябрьский ҡалаһындағы “Өйәҙе тау” исемле тау саңғыһы үҙәгендә урынлашасаҡ. Тау башында, урман араһында “йәшәгән” Ҡыш бабай туристарҙы үҙе ҡаршылап, тылсымлы йортона алып китәсәк. Унда барыр өсөн Өфөнән 190 саҡрым араны үтергә, аҙаҡ тағы 2 саҡрым алыҫлыҡты санала елдереп кенә, байрам хужаһының бүрәнәнән төҙөлгән мөғжизәүи йортона барып етергә була. Хаҡы ла ҡиммәт түгел – бер кешегә 500 һум.
Көньяҡта, былтырғыса, Ҡыш бабай ҡунаҡтарын Торатауҙа көтәсәк.
Ә инде иң төп тирмә – Өфөнөң Конгресс-холл эргәһендәге “Ватан” этнопаркында урынлашҡан. Ул 7 декабрҙә үк асылды. Был тантанаға Бөйөк Устюгтан илебеҙҙең төп Ҡыш бабайы үҙе килеп, шыршылағы уттарҙы ҡабыҙҙы һәм башҡорт Ҡыш бабайының ҡунаҡ тирмәһен асты. Әкиәт йорто, сәй тирмәһе, Ҡыш бабай почтаһы, Ҡарһылыу тирмәһе, Тәмлекәстәр тирмәһе... Барыһы ла ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер.
Ә кемдәр бындай сәйәхәттәргә сыға алмай, өйҙә бәләкәс балаларына байрам ойошторорға теләй, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уларға үҙҙәре барасаҡ. Быйыл тәүге тапҡыр баш ҡалабыҙҙа башҡорт Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыу кескәй милләттәштәрен шулай ҡотлаясаҡ. Бәләкәстәр туған телендә шиғырҙар һөйләп, шыршы тирәләй йырлап, бейеп, башҡа һәләттәрен күрһәтеп, мөғжизә эйәләре Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләктәр аласаҡ. Байрамдың төп ҡунағының тылсымлы таяғын тотоп, киләһе 2017 йылға иң изге теләктәрен теләйәсәк. Ҡәҙерле атайҙар һәм әсәйҙәр! Әгәр үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы башҡорт Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыу ҡотлауын теләһәгеҙ – саҡырығыҙ. Өләсәйҙәр, олатайҙар, һеҙ ҙә ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә байрам бүләк итә алаһығыҙ.
Ә уларҙы ҡайҙан табырға, тиерһегеҙ? Мәғлүмәтте Интернет селтәрендә, башҡа Ҡыш бабайҙар тураһындағы сайттарҙа иғландар аша ла табырға була.