Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Арыҫландай айбарлыҡ менән
Арыҫландай айбарлыҡ менән Ҡырғыҙ ерендә ҡаҙаҡ көрәшендә башҡорт егете еңеү яуланы... Эйе, сәйер яңғырай был яңылыҡ. Әммә Рәсәйҙең спорт мастеры Рөстәм Арыҫлановты белгән кешеләр быға һис аптырамаҫ. Яҡташыбыҙ көрәш спортының төрлө стилдәрен үҙ итә. Юҡҡамы ни ул – самбо буйынса бер нисә тапҡыр Рәсәй беренселеге призеры, Европа чемпионы, дзюдо буйынса ил чемпионы, билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы...
Гәзитебеҙ хәбәр итеүенсә, 3 – 8 сентябрҙә Ҡырғыҙстанда Ысыҡкүл буйындағы Чолпан-Ата ҡалаһында II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйыны бара. Уны хатта “Азия олимпиадаһы” тип тә йөрөтәләр. Быйыл турнирҙа ҡатнашҡан 53 ил спортсылары араһында Рәсәй командаһы составында Башҡортостандан да 30 вәкил бар. Әйткәндәй, ҡайһы бер уйын төрөндә, мәҫәлән, көк-бөрүлә рес­пуб­ликабыҙ командаһы үҙаллы сы­ғыш яһай. Ярыштар дүрт урында бара: Ысыҡкүл буйында, Чолпон-Ата ҡалаһының спорт комплексында, Ҡырсын тар­ла­уығында һәм ипподромда.
Арыҫландай айбарлыҡ менәнТәүге ике көн һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй йыйылма коман­да­һы алдын­ғылыҡ­та килә. Ил спорт­сылары иҫә­бендә – ун алтын, ике кө­мөш, дүрт бронза ми­ҙал. Улар­ҙың күбеһе мас-рестлингта (таяҡ тартыш) яуланды.
Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: яҡташта­рыбыҙ ҙа һынатмай. Ҡаҙаҡ көрәшендә ике егетебеҙ саҡ-саҡ призерҙар иҫәбенә эләкмәй ҡалһа, уйынға тәүгә килгән Рөстәм Арыҫ­ланов алтын миҙал яуланы! Был уңыштың баһаһын ошо ярышты күҙәтеп барғандар яҡшы белә. Биш ауырлыҡ үлсәмендә 17 ил­дән 58 спортсы көс һынашты. Бөтәһендә лә финалға ҡаҙаҡ егеттәре сыҡты. Шуларҙың дүртеһендә тап улар еңеүсе булды. Ә бишенсеһендә – иң мәртәбәле 90 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡ үлсәмендә – яҡташыбыҙ өҫтөнлөк алды.
Әлбиттә, ҡаҙаҡ көрәшендә ҡаҙаҡ вәкилен тик “таҙа алым” менән генә еңеп буласағы көн кеүек асыҡ ине. Арыҫланов быны яҡшы аңлап, арыҫландай алышып, дәғүәсеһен келәмгә салҡатан һалыуға өлгәште. Туше!
Афарин, Рөстәм! Ысынлап та, башҡорт егетенә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ икән шул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 756

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 378

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 278

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 227

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069