Ҡырғыҙ ерендә ҡаҙаҡ көрәшендә башҡорт егете еңеү яуланы... Эйе, сәйер яңғырай был яңылыҡ. Әммә Рәсәйҙең спорт мастеры Рөстәм Арыҫлановты белгән кешеләр быға һис аптырамаҫ. Яҡташыбыҙ көрәш спортының төрлө стилдәрен үҙ итә. Юҡҡамы ни ул – самбо буйынса бер нисә тапҡыр Рәсәй беренселеге призеры, Европа чемпионы, дзюдо буйынса ил чемпионы, билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы...Гәзитебеҙ хәбәр итеүенсә, 3 – 8 сентябрҙә Ҡырғыҙстанда Ысыҡкүл буйындағы Чолпан-Ата ҡалаһында II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйыны бара. Уны хатта “Азия олимпиадаһы” тип тә йөрөтәләр. Быйыл турнирҙа ҡатнашҡан 53 ил спортсылары араһында Рәсәй командаһы составында Башҡортостандан да 30 вәкил бар. Әйткәндәй, ҡайһы бер уйын төрөндә, мәҫәлән, көк-бөрүлә республикабыҙ командаһы үҙаллы сығыш яһай. Ярыштар дүрт урында бара: Ысыҡкүл буйында, Чолпон-Ата ҡалаһының спорт комплексында, Ҡырсын тарлауығында һәм ипподромда.
Тәүге ике көн һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй йыйылма командаһы алдынғылыҡта килә. Ил спортсылары иҫәбендә – ун алтын, ике көмөш, дүрт бронза миҙал. Уларҙың күбеһе мас-рестлингта (таяҡ тартыш) яуланды.
Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: яҡташтарыбыҙ ҙа һынатмай. Ҡаҙаҡ көрәшендә ике егетебеҙ саҡ-саҡ призерҙар иҫәбенә эләкмәй ҡалһа, уйынға тәүгә килгән Рөстәм Арыҫланов алтын миҙал яуланы! Был уңыштың баһаһын ошо ярышты күҙәтеп барғандар яҡшы белә. Биш ауырлыҡ үлсәмендә 17 илдән 58 спортсы көс һынашты. Бөтәһендә лә финалға ҡаҙаҡ егеттәре сыҡты. Шуларҙың дүртеһендә тап улар еңеүсе булды. Ә бишенсеһендә – иң мәртәбәле 90 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡ үлсәмендә – яҡташыбыҙ өҫтөнлөк алды.
Әлбиттә, ҡаҙаҡ көрәшендә ҡаҙаҡ вәкилен тик “таҙа алым” менән генә еңеп буласағы көн кеүек асыҡ ине. Арыҫланов быны яҡшы аңлап, арыҫландай алышып, дәғүәсеһен келәмгә салҡатан һалыуға өлгәште. Туше!
Афарин, Рөстәм! Ысынлап та, башҡорт егетенә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ икән шул.