Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мейе ҡартаймаһын тиһәң
Мейе ҡартаймаһын тиһәң Бер нисә физик күнекмә яһап алһаң да, буй-һын яҙылып, турайып китә. Ә бына мейене камиллаштырыу, үҫтереү маҡсатында атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһен – яңы нейрондар барлыҡҡа килеүен, ҡыҙғаныс, шул ыңғайы ғына күреп булмай. Шулай ҙа мейегә физик әүҙемлектән килгән файҙа мускулдар­ҙыҡынан ҡалышмай.

Хәтер яҡшыра

Мейе хәтере өсөн гиппокамп яуаплы. Табиптар белдереүенсә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының торошо туранан-тура уның менән бәйле. Төрлө йәштәгеләр араһында үткәрелгән тәжрибәләрҙән күренеүенсә, физик ҡиәфәтебеҙҙе ипкә килтергән һайын, мейе хәтере өсөн яуаплы өлөш тә ҙурая икән. Мәҫәлән, яңы тел өйрәнеүҙе саф һауала, велосипедта йөрөү менән бергә ойошторһағыҙ, таныш түгел һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу күпкә еңелерәк, тиҙерәк булыр. Плейерҙағы йыр-моңдо аудиокитаптар менән алмаштырыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирер.

Иғтибар туплана

Фитнес менән шөғөлләнеү иғтибарҙы төп мәсьәләләргә йүнәлтеп, көн дауамында “мәғлүмәти ағымдан” арынырға ярҙам итә. Быны мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында үткәрелгән тәжрибә дәлилләй. Бер йыл дауамында дәрестәрҙән һуң улар гимнастика, аэробика менән шөғөлләнә. Һөҙөмтәлә дәрестә уҡыусылар иғтибарын ситкә йүнәлтмәй, яңы мәғлүмәтте тиҙерәк иҫендә ҡалдыра, ҡуллана башлай. Ун минутлыҡ ҡына физик тәнәфес тә балаларҙың хәтерен яҡшырта.
Депрессия булмай

Күнекмәләрҙән һуң кәйеф күтәрелә, аралашыу теләге бермә-бер арта, аппетит та асыла. Ул ғына түгел, спортсылар йүгереүҙән, көсөргәнешле күнекмәләрҙән уғата шатлыҡ кисерә. Ыңғай уй-кисерештәр тойоуҙа йога менән шөғөлләнеүҙең дә әһәмиәте ҙур. Ул мускулдар торошон, тын алыуҙы көйләй, организмды тынысландыра.

Ижади фекерләү көсәйә

Генри Торо, Фридрих Ницше һәм башҡа билдәле шәхестәр әйтеп ҡалдырыуынса, саф һауала хәл алыу, тәнде яҙыу илһам өҫтәй, ижади фекерләүҙе көсәйтә. Йүгереү, тиҙ атлау йә велосипедта йөрөү ҙә файҙалы – теге йәки был мәсьәләне хәл итеү юлдары табыла. Иртә менән мөһим имтихан йә сара көтөлгәндә өйөгөҙҙө урап йүгереп алһағыҙ, көс, дәрт бермә-бер артыр.

Йәш көйөнсә ҡала

Бөгөндән үк спорт менән шөғөлләнә башлап, ҡарт көнөбөҙҙә лә йәш мейегә эйә булырға мөмкин. Аҙнаһына өс тапҡыр 35 – 45 минут һуҙымында йәйәү йөрөү нервы күҙәнәктәрен һаҡлай, сәләмәтлекте нығыта. Бейеү менән мауығыу ҙа хәтерҙе, мейелә ҡан әйләнешен яҡшырта.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 320

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199