Бер нисә физик күнекмә яһап алһаң да, буй-һын яҙылып, турайып китә. Ә бына мейене камиллаштырыу, үҫтереү маҡсатында атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһен – яңы нейрондар барлыҡҡа килеүен, ҡыҙғаныс, шул ыңғайы ғына күреп булмай. Шулай ҙа мейегә физик әүҙемлектән килгән файҙа мускулдарҙыҡынан ҡалышмай.
Хәтер яҡшыраМейе хәтере өсөн гиппокамп яуаплы. Табиптар белдереүенсә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының торошо туранан-тура уның менән бәйле. Төрлө йәштәгеләр араһында үткәрелгән тәжрибәләрҙән күренеүенсә, физик ҡиәфәтебеҙҙе ипкә килтергән һайын, мейе хәтере өсөн яуаплы өлөш тә ҙурая икән. Мәҫәлән, яңы тел өйрәнеүҙе саф һауала, велосипедта йөрөү менән бергә ойошторһағыҙ, таныш түгел һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу күпкә еңелерәк, тиҙерәк булыр. Плейерҙағы йыр-моңдо аудиокитаптар менән алмаштырыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирер.
Иғтибар тупланаФитнес менән шөғөлләнеү иғтибарҙы төп мәсьәләләргә йүнәлтеп, көн дауамында “мәғлүмәти ағымдан” арынырға ярҙам итә. Быны мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында үткәрелгән тәжрибә дәлилләй. Бер йыл дауамында дәрестәрҙән һуң улар гимнастика, аэробика менән шөғөлләнә. Һөҙөмтәлә дәрестә уҡыусылар иғтибарын ситкә йүнәлтмәй, яңы мәғлүмәтте тиҙерәк иҫендә ҡалдыра, ҡуллана башлай. Ун минутлыҡ ҡына физик тәнәфес тә балаларҙың хәтерен яҡшырта.
Депрессия булмайКүнекмәләрҙән һуң кәйеф күтәрелә, аралашыу теләге бермә-бер арта, аппетит та асыла. Ул ғына түгел, спортсылар йүгереүҙән, көсөргәнешле күнекмәләрҙән уғата шатлыҡ кисерә. Ыңғай уй-кисерештәр тойоуҙа йога менән шөғөлләнеүҙең дә әһәмиәте ҙур. Ул мускулдар торошон, тын алыуҙы көйләй, организмды тынысландыра.
Ижади фекерләү көсәйәГенри Торо, Фридрих Ницше һәм башҡа билдәле шәхестәр әйтеп ҡалдырыуынса, саф һауала хәл алыу, тәнде яҙыу илһам өҫтәй, ижади фекерләүҙе көсәйтә. Йүгереү, тиҙ атлау йә велосипедта йөрөү ҙә файҙалы – теге йәки был мәсьәләне хәл итеү юлдары табыла. Иртә менән мөһим имтихан йә сара көтөлгәндә өйөгөҙҙө урап йүгереп алһағыҙ, көс, дәрт бермә-бер артыр.
Йәш көйөнсә ҡалаБөгөндән үк спорт менән шөғөлләнә башлап, ҡарт көнөбөҙҙә лә йәш мейегә эйә булырға мөмкин. Аҙнаһына өс тапҡыр 35 – 45 минут һуҙымында йәйәү йөрөү нервы күҙәнәктәрен һаҡлай, сәләмәтлекте нығыта. Бейеү менән мауығыу ҙа хәтерҙе, мейелә ҡан әйләнешен яҡшырта.