Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Камиллыҡҡа ынтылыш Спорт менән шөғөлләнер өсөн теләк, ихтыяр көсө, тырышлыҡ, сәм булыуы мөһим. Тхэквондо һәм спорттың башҡа Көнсығыш ҡул һуғыштары төрҙәре йәштәр араһында киң таралған. Популярлыҡ буйынса ул бары хоккей менән футболдан ғына ҡалыша. Тхэквондо корейсанан тәржемә иткәндә былай килеп сыға: “тхэ” – аяҡ, “квон” – ҡул, “до” – сәнғәт, камиллыҡҡа юл, үҫеш. Алыш барышында тибеү, аяҡтарҙы әүҙем ҡулланыу был көнсығыш көрәшенең төп үҙенсәлеге булып тора.
Республикабыҙҙа тхэквондо федерацияһын ойоштороусы һәм уның етәксеһе – Волга буйы төбәге тхэквондоны үҫтереү федерацияһы президенты, халыҡ-ара инструктор Фәғит Латипов. Уның ныҡышмаллығы менән 1992 йылда Дүртөйлө районының Һыуыҡкүл ауылында ошо йүнәлештә тәүге клуб асыла. Бөгөн республикабыҙҙың тиҫтәнән артыҡ төбәгендә ошондай клубтар һөҙөмтәле эшләй. Ошо ваҡыт эсендә тәрбиәләнеүселәр араһында Рәсәй, донъя чемпионы исемен йөрөтөүселәр һаны йөҙҙән артҡан.
Күптән түгел Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда тхэквондо буйынса донъя чемпионаты үтте. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙғарылған конференцияла һүҙ ошо хаҡта барҙы.
– Чемпионатта 20 илдән спортсылар ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһы беренсе урынды яуланы. Икенсе урынға – Белоруссия коман­даһы, өсөнсөгә Норвегия спортсылары сыҡты. Баш­ҡорт­остан вәкилдәре 15 алтын, 20 көмөш, һигеҙ бронза миҙал яуланы, – тип ярыш һөҙөмтәләре менән таныш­тырҙы Фәғит Йәүҙәт улы.
Конференцияла Ҡырмыҫ­ҡалы районының Иҫке Муса ауылынан Азамат Ураҙғолов та ҡатнашты. Азаматтың әлеге был көрәш төрө менән шөғөлләнә башлауына ике генә йыл булһа ла, был өлкәлә ярайһы уҡ еңеүҙәргә өлгәшкән. Ҡазандағы Рәсәй беренселегендә ул яңыраҡ ҡына беренсе урынды яулағайны. Әлеге чемпионатта бронза миҙалға лайыҡ булды.
Теремек, белемгә ынтылыусан егет Өфө сауҙа-иҡтисад техникумында уҡып йөрөй.
– Тхэквондо менән бынан ике йыл элек тыуған ауылымда ҡыҙыҡһына башланым. Тренерым – Таһир Рәмил улы Сәлихов. Әйткәндәй, әле лә буш ваҡытымда ялға, каникулға ҡайтҡанда уға шөғөлләнергә барам, – ти спортсы егет. – Өфөләге “Динамо” стадионына иһә аҙнаһына өс тапҡыр йөрөйөм.
Спортҡа һөйөү Азаматҡа бала саҡтан килә. Ағаларына эйәреп, волейбол, баскетбол, хоккей уйнап үҫә. Һигеҙ йә­шенән көрәш менән шөғөл­ләнә башлай. Район, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Әйткәндәй, уның бер туған ағаһы Кинйә лә тхэквондо менән шөғөлләнә. Ярыштарға ла, ҡустыһын дәртләндереп, бергә йөрөй. “Азаматтың киләсәге өмөтлө”, – ти ул.
– Иң беренсе ярышта урын ала алманым, – тип хәтерләй спортсы егет. – Кәйефем төшмәне, киреһенсә, был еңелеү сәм уятты, яҡшыраҡ шөғөлләнергә теләк тыу­ҙырҙы. Ул егетте бер йылдан Өфөлә үткән республика чемпионатында барыбер еңдем. Ярыш ваҡытында трене­рым­дың кәңәштәренә ҡолаҡ һа­лам. Ул миңә: “Һин мотлаҡ еңергә тейешһең”, – тип өйрәтә.
Азаматтың киләсәккә маҡсаты – ҡара билбау алып, спорт мастеры булыу. Тиҙҙән Нальчик ҡалаһында үтәсәк ярышта үҙ көсөн һынап ҡа­рамаҡсы егет, был турнирҙа ла уңышлы сығыш яһарына өмөтө ҙур уның.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 748

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 371

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 275

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 230

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 419

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 279

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 259

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 419

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 222

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 090

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 195

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 065