Спорт менән шөғөлләнер өсөн теләк, ихтыяр көсө, тырышлыҡ, сәм булыуы мөһим. Тхэквондо һәм спорттың башҡа Көнсығыш ҡул һуғыштары төрҙәре йәштәр араһында киң таралған. Популярлыҡ буйынса ул бары хоккей менән футболдан ғына ҡалыша. Тхэквондо корейсанан тәржемә иткәндә былай килеп сыға: “тхэ” – аяҡ, “квон” – ҡул, “до” – сәнғәт, камиллыҡҡа юл, үҫеш. Алыш барышында тибеү, аяҡтарҙы әүҙем ҡулланыу был көнсығыш көрәшенең төп үҙенсәлеге булып тора.Республикабыҙҙа тхэквондо федерацияһын ойоштороусы һәм уның етәксеһе – Волга буйы төбәге тхэквондоны үҫтереү федерацияһы президенты, халыҡ-ара инструктор Фәғит Латипов. Уның ныҡышмаллығы менән 1992 йылда Дүртөйлө районының Һыуыҡкүл ауылында ошо йүнәлештә тәүге клуб асыла. Бөгөн республикабыҙҙың тиҫтәнән артыҡ төбәгендә ошондай клубтар һөҙөмтәле эшләй. Ошо ваҡыт эсендә тәрбиәләнеүселәр араһында Рәсәй, донъя чемпионы исемен йөрөтөүселәр һаны йөҙҙән артҡан.
Күптән түгел Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда тхэквондо буйынса донъя чемпионаты үтте. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙғарылған конференцияла һүҙ ошо хаҡта барҙы.
– Чемпионатта 20 илдән спортсылар ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһы беренсе урынды яуланы. Икенсе урынға – Белоруссия командаһы, өсөнсөгә Норвегия спортсылары сыҡты. Башҡортостан вәкилдәре 15 алтын, 20 көмөш, һигеҙ бронза миҙал яуланы, – тип ярыш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы Фәғит Йәүҙәт улы.
Конференцияла Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылынан Азамат Ураҙғолов та ҡатнашты. Азаматтың әлеге был көрәш төрө менән шөғөлләнә башлауына ике генә йыл булһа ла, был өлкәлә ярайһы уҡ еңеүҙәргә өлгәшкән. Ҡазандағы Рәсәй беренселегендә ул яңыраҡ ҡына беренсе урынды яулағайны. Әлеге чемпионатта бронза миҙалға лайыҡ булды.
Теремек, белемгә ынтылыусан егет Өфө сауҙа-иҡтисад техникумында уҡып йөрөй.
– Тхэквондо менән бынан ике йыл элек тыуған ауылымда ҡыҙыҡһына башланым. Тренерым – Таһир Рәмил улы Сәлихов. Әйткәндәй, әле лә буш ваҡытымда ялға, каникулға ҡайтҡанда уға шөғөлләнергә барам, – ти спортсы егет. – Өфөләге “Динамо” стадионына иһә аҙнаһына өс тапҡыр йөрөйөм.
Спортҡа һөйөү Азаматҡа бала саҡтан килә. Ағаларына эйәреп, волейбол, баскетбол, хоккей уйнап үҫә. Һигеҙ йәшенән көрәш менән шөғөлләнә башлай. Район, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Әйткәндәй, уның бер туған ағаһы Кинйә лә тхэквондо менән шөғөлләнә. Ярыштарға ла, ҡустыһын дәртләндереп, бергә йөрөй. “Азаматтың киләсәге өмөтлө”, – ти ул.
– Иң беренсе ярышта урын ала алманым, – тип хәтерләй спортсы егет. – Кәйефем төшмәне, киреһенсә, был еңелеү сәм уятты, яҡшыраҡ шөғөлләнергә теләк тыуҙырҙы. Ул егетте бер йылдан Өфөлә үткән республика чемпионатында барыбер еңдем. Ярыш ваҡытында тренерымдың кәңәштәренә ҡолаҡ һалам. Ул миңә: “Һин мотлаҡ еңергә тейешһең”, – тип өйрәтә.
Азаматтың киләсәккә маҡсаты – ҡара билбау алып, спорт мастеры булыу. Тиҙҙән Нальчик ҡалаһында үтәсәк ярышта үҙ көсөн һынап ҡарамаҡсы егет, был турнирҙа ла уңышлы сығыш яһарына өмөтө ҙур уның.