Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөмкинлектәр сикле түгел
Мөмкинлектәр сикле түгел“Йүрүҙән-2016” туриадаһы – Бөтә Рәсәй инвалидтар араһында спорт туризмы фестивале тамамланды. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе туризм ярҙамында реабилитациялауҙың әһәмиәте күптән иҫбатланған. Бөгөнгө маҡсат иһә уны ябай һәм хәүефһеҙ итеүгә ҡайтып ҡала. Бындай төр алымдың ҡасандыр тап Башҡортостанда ҡулланыла башлауы ла мәғлүм. Туриадала ҡатнашҡан командалар яңы ғилем, тәжрибә туплай, оҫта спортсыларҙан, судьяларҙан кәңәш-тәҡдимдәр ала.


Ҡунаҡсыл Салауат районы бишенсе тапҡыр ошо сарала ҡатнашыусыларҙы ҡаршыланы. Магнитогорск, Ҡатаутамаҡ ҡалаларынан, Мәскәү, Ырымбур, Төмән, Ульяновск, Силәбе өлкәләренән, Татарстан, Башҡортостан, Ҡырым республикаларынан килгән 11 команда теркәлеү үткән.
Фестивалде асыу танта­наһында Салауат районының, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәттәре, илдең Спорт туризмы федерацияһы, респуб­ликаның Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, шулай уҡ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлыҡтары һәм башҡа абруйлы ойошма етәкселектәре вәкилдәре ҡат­нашты.
Туриада барышында командалар һыуҙа ла, ерҙә лә, тауҙа ла көс һынашты. Быйыл тәүге тапҡыр ғәҙәти этаптарҙан тыш, коляскала тауға менеү, уны аша сығыу һынауҙары үткәрелде. Рәсәйҙең Спорт туризмы федерацияһының беренсе вице-президенты Алексей Ярошевский билдәләүенсә, бындай трасса спорт­сыларҙан бик яҡшы физик әҙерлек талап итә. Һыуҙағы бәйгеләр кәмәһеҙ, катама­рандарһыҙ үтмәне. Ҡатна­шыусыларҙы “Йәйәүле”, “Тау” туризмы категорияларында ла ҡыҙыҡлы, еңел булмаған трассалар көтә ине. Коляскалағы спортсыны вертикаль яндауыр буйлап төшөрөү ярышы сағыу, үҙенсәлекле күренеш булды. 25 метрлыҡ бейек текә ҡаянан судья ярҙамында ғына төшөү ярышта ҡатнашыусыға ла, тамашасы өсөн дә онотолмаҫлыҡ ваҡиғаға әйләнде. Мөмкинлектәр сикле түгел
– Инвалидлыҡҡа дусар булғандарҙы бергә йыйған бындай сараларҙың маҡсаты – психологик кәртәләрҙән арыныу, дүрт стена ҡамауынан сығып, сағыу, тулы тормош менән йәшәүгә өндәү. Хозур тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙе спорт менән аралаштырыу, тауға үрләү, йөҙөү, ҡаршы­лыҡтарҙы еңеү. Әлбиттә, үҙ яйыңа түгел, секундомер күрһәткән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлгөрөү, – тине үҙ сығышында Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте рәйесе, паралимпия чемпионы Михаил Терентьев.
Әйтергә кәрәк, Михаил Борисович ярыштың һәр көнөн туриадала ҡатнашыусылар янында үткәрҙе.
– Фәҡәт ошондай саралар кешеләргә үҙен күрһәтеү, еңеү тәмен, шатлығын кисереү мөмкинлеген бирә. Килгән һәр кемгә сағыу тәьҫораттарға байып, икенсе йылға яңы көс йыйып, тағы ла күрешеү бәхетен теләйем, – тине ул.
“Йүрүҙән-2016” туриадаһын ябыу тантанаһы берҙәмлек рухында, атҡарылған эштән ҡәнәғәтлек тойғоһо менән үтте. Осҡондарын уйнатҡан дуҫлыҡ усағы моңһоу айырылышыу кәйефен күккә осорҙо, ҡатнашыусылар бер-береһенә йылы теләктәрен әйтеп туйманы.
– Сара ифрат матур үтте! – тип ҡыуанысын йәшерә алмай Ҡырым командаһы ирекмәне Анастасия Сачко. – Һоҡланғыс тәбиғәт, илаһи мөхит! Бындайҙы күргәнем юҡ ине әле. Бер-береһенә конкурент һаналһалар ҙа, барса халыҡ дуҫ, берҙәм булды. Беҙҙе ихлас, йылы ҡаршы алыуҙары өсөн ойош­тороусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Рәсәй кимәлендәге бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнашыуыбыҙ.
Фестивалдә республика данын “Салауат Юлаев” менән “Салауаттар” командалары яҡланы. Ярыштарҙа байтаҡ маҡтау грамоталары алып, һәр дистанцияла призлы урындар яуланы улар.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 934

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 398

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 425

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 233

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200