“Йүрүҙән-2016” туриадаһы – Бөтә Рәсәй инвалидтар араһында спорт туризмы фестивале тамамланды. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе туризм ярҙамында реабилитациялауҙың әһәмиәте күптән иҫбатланған. Бөгөнгө маҡсат иһә уны ябай һәм хәүефһеҙ итеүгә ҡайтып ҡала. Бындай төр алымдың ҡасандыр тап Башҡортостанда ҡулланыла башлауы ла мәғлүм. Туриадала ҡатнашҡан командалар яңы ғилем, тәжрибә туплай, оҫта спортсыларҙан, судьяларҙан кәңәш-тәҡдимдәр ала.
Ҡунаҡсыл Салауат районы бишенсе тапҡыр ошо сарала ҡатнашыусыларҙы ҡаршыланы. Магнитогорск, Ҡатаутамаҡ ҡалаларынан, Мәскәү, Ырымбур, Төмән, Ульяновск, Силәбе өлкәләренән, Татарстан, Башҡортостан, Ҡырым республикаларынан килгән 11 команда теркәлеү үткән.
Фестивалде асыу тантанаһында Салауат районының, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәттәре, илдең Спорт туризмы федерацияһы, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, шулай уҡ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлыҡтары һәм башҡа абруйлы ойошма етәкселектәре вәкилдәре ҡатнашты.
Туриада барышында командалар һыуҙа ла, ерҙә лә, тауҙа ла көс һынашты. Быйыл тәүге тапҡыр ғәҙәти этаптарҙан тыш, коляскала тауға менеү, уны аша сығыу һынауҙары үткәрелде. Рәсәйҙең Спорт туризмы федерацияһының беренсе вице-президенты Алексей Ярошевский билдәләүенсә, бындай трасса спортсыларҙан бик яҡшы физик әҙерлек талап итә. Һыуҙағы бәйгеләр кәмәһеҙ, катамарандарһыҙ үтмәне. Ҡатнашыусыларҙы “Йәйәүле”, “Тау” туризмы категорияларында ла ҡыҙыҡлы, еңел булмаған трассалар көтә ине. Коляскалағы спортсыны вертикаль яндауыр буйлап төшөрөү ярышы сағыу, үҙенсәлекле күренеш булды. 25 метрлыҡ бейек текә ҡаянан судья ярҙамында ғына төшөү ярышта ҡатнашыусыға ла, тамашасы өсөн дә онотолмаҫлыҡ ваҡиғаға әйләнде.
– Инвалидлыҡҡа дусар булғандарҙы бергә йыйған бындай сараларҙың маҡсаты – психологик кәртәләрҙән арыныу, дүрт стена ҡамауынан сығып, сағыу, тулы тормош менән йәшәүгә өндәү. Хозур тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙе спорт менән аралаштырыу, тауға үрләү, йөҙөү, ҡаршылыҡтарҙы еңеү. Әлбиттә, үҙ яйыңа түгел, секундомер күрһәткән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлгөрөү, – тине үҙ сығышында Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте рәйесе, паралимпия чемпионы Михаил Терентьев.
Әйтергә кәрәк, Михаил Борисович ярыштың һәр көнөн туриадала ҡатнашыусылар янында үткәрҙе.
– Фәҡәт ошондай саралар кешеләргә үҙен күрһәтеү, еңеү тәмен, шатлығын кисереү мөмкинлеген бирә. Килгән һәр кемгә сағыу тәьҫораттарға байып, икенсе йылға яңы көс йыйып, тағы ла күрешеү бәхетен теләйем, – тине ул.
“Йүрүҙән-2016” туриадаһын ябыу тантанаһы берҙәмлек рухында, атҡарылған эштән ҡәнәғәтлек тойғоһо менән үтте. Осҡондарын уйнатҡан дуҫлыҡ усағы моңһоу айырылышыу кәйефен күккә осорҙо, ҡатнашыусылар бер-береһенә йылы теләктәрен әйтеп туйманы.
– Сара ифрат матур үтте! – тип ҡыуанысын йәшерә алмай Ҡырым командаһы ирекмәне Анастасия Сачко. – Һоҡланғыс тәбиғәт, илаһи мөхит! Бындайҙы күргәнем юҡ ине әле. Бер-береһенә конкурент һаналһалар ҙа, барса халыҡ дуҫ, берҙәм булды. Беҙҙе ихлас, йылы ҡаршы алыуҙары өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Рәсәй кимәлендәге бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнашыуыбыҙ.
Фестивалдә республика данын “Салауат Юлаев” менән “Салауаттар” командалары яҡланы. Ярыштарҙа байтаҡ маҡтау грамоталары алып, һәр дистанцияла призлы урындар яуланы улар.