Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батыр ирҙәр еңел юл эҙләмәй
Батыр ирҙәр еңел юл эҙләмәй Эйе, хоккей командабыҙ юҡҡа ғына Салауат Юлаев исемен йөрөтмәй. Еңел юл эҙләмәй яҡташтарыбыҙ. Плей-офта 14 мөмкинлектән 14 матч уҙғарып, барыбер Көнсығыш конференцияһы финалына сыҡтылар.

Беҙҙекеләргә алтынсы осрашыуҙа “Авангард”тан һис отолорға ярамай ине. Әгәр ҡунаҡтар еңһә, дөйөм иҫәп тигеҙләнә, унан инде бөтәһен дә Омскиҙағы етенсе уйын хәл итәсәк.
Әммә бөтөнләй төҫһөҙ уҙҙы көс һы­нашыу. Күҙҙәр һүнгән, аяҡтар йү­гермәй... Арынылармы? Ә икенсе осор башланыр-башланмаҫтан ҡу­наҡтар юлаевсыларҙы “нокаут”ҡа ебәрҙе – 0:3. “Авангард” хоккейсыла­рының рәттән дүрт тапҡыр штраф эс­кәмйәһендә ултырыуҙарына ҡара­маҫтан, өфөләр бынан тамсы ла файҙалана алманы. Матч аҙағында ғына бер шайба индереп ҡуйҙылар ҙа, башҡаһына ваҡыт-хәл етмәне…
Кәйеф төшөп, КХЛ-дың Интернет-сайтына инеп яңылыҡтар ҡарамаҡсы булдым. Шунда уҡ “Өфөләрҙе йәнә етенсе матч көтә” тигән мәҡәлә күҙемә салынды. Ул “Башҡорт халҡының ге­ройы Салауат Юлаев ҡыҫҡа ғына ғүмеренең яртыһынан күберәген – 25 йылын – һөргөндә үткәргән. Лә­кин тарихҡа мәңгелеккә инеп ҡалған. Ул, Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселә­ре­нең береһе, бер йыл эсендә 28 алыш­та ҡатнашып, 11-ен үҙе әйҙәй. Салауат һәләтле хәрби етәк­се генә түгел, шағир ҙа була” тип башланып, батырыбыҙҙың “Яу” шиғы­рынан өҙөк тә бирелгән:
Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғаләм белгән уларҙы.
Кем нисектер, ә минең ошонан һуң юлаевсыларҙың етенсе уйында еңеренә шигем ҡалманы. Шулай булды ла. Иҫәп беҙҙең файҙаға – 2:1!
Иртәгә Магнитогорскиҙа “Металлург” командаһы менән алыштар башлана. Йәнә ете уйын булырмы? Беҙ әҙер!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 738

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 360

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 271

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 278

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 256

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 417

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 219

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 088

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064