Эйе, хоккей командабыҙ юҡҡа ғына Салауат Юлаев исемен йөрөтмәй. Еңел юл эҙләмәй яҡташтарыбыҙ. Плей-офта 14 мөмкинлектән 14 матч уҙғарып, барыбер Көнсығыш конференцияһы финалына сыҡтылар.Беҙҙекеләргә алтынсы осрашыуҙа “Авангард”тан һис отолорға ярамай ине. Әгәр ҡунаҡтар еңһә, дөйөм иҫәп тигеҙләнә, унан инде бөтәһен дә Омскиҙағы етенсе уйын хәл итәсәк.
Әммә бөтөнләй төҫһөҙ уҙҙы көс һынашыу. Күҙҙәр һүнгән, аяҡтар йүгермәй... Арынылармы? Ә икенсе осор башланыр-башланмаҫтан ҡунаҡтар юлаевсыларҙы “нокаут”ҡа ебәрҙе – 0:3. “Авангард” хоккейсыларының рәттән дүрт тапҡыр штраф эскәмйәһендә ултырыуҙарына ҡарамаҫтан, өфөләр бынан тамсы ла файҙалана алманы. Матч аҙағында ғына бер шайба индереп ҡуйҙылар ҙа, башҡаһына ваҡыт-хәл етмәне…
Кәйеф төшөп, КХЛ-дың Интернет-сайтына инеп яңылыҡтар ҡарамаҡсы булдым. Шунда уҡ “Өфөләрҙе йәнә етенсе матч көтә” тигән мәҡәлә күҙемә салынды. Ул “Башҡорт халҡының геройы Салауат Юлаев ҡыҫҡа ғына ғүмеренең яртыһынан күберәген – 25 йылын – һөргөндә үткәргән. Ләкин тарихҡа мәңгелеккә инеп ҡалған. Ул, Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе, бер йыл эсендә 28 алышта ҡатнашып, 11-ен үҙе әйҙәй. Салауат һәләтле хәрби етәксе генә түгел, шағир ҙа була” тип башланып, батырыбыҙҙың “Яу” шиғырынан өҙөк тә бирелгән:
Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғаләм белгән уларҙы.
Кем нисектер, ә минең ошонан һуң юлаевсыларҙың етенсе уйында еңеренә шигем ҡалманы. Шулай булды ла. Иҫәп беҙҙең файҙаға – 2:1!
Иртәгә Магнитогорскиҙа “Металлург” командаһы менән алыштар башлана. Йәнә ете уйын булырмы? Беҙ әҙер!