Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡалтайҙар алға ҡыйыу атлай
Ҡалтайҙар алға ҡыйыу атлай Элек дуҫтар менән рәхәтләнеп сана шыуҙыҡ, онотолоп китеп сәкән һуҡтыҡ йәки бүтән төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙоҡ. Ошо турала бөгөн йәштәргә һөйләһәң, күптәре ышанмай. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, әле ауылда урам буйлап йөрөгән үҫмерҙе осратыуы ҡыйын. Улар ата-әсәһенә ярҙамлаша, көнө буйы мәктәптә белем эстәй йәки башҡа кәрәкле шөғөлгә йәлеп ителгән тип маҡтарға һис кенә лә ашыҡмай тороғоҙ. Ә инде кемдер, бөгөн күп кенә малай һәм ҡыҙҙар интернет ҡолона әйләнгән, ти икән, фекере дөрөҫ.

Үҫеп килгән йәш быуынды компью­терҙан аралау юлдары бармы? Әл­биттә, заман сиренән арын­дырырға мөмкин. Мәҫәлән, Ҡалтай ауылында йәш-елкен­сәкте илһө­йәрлек рухында тәрбиәләү өсөн ағалы-ҡустылы Ғил­ма­нов­тар, көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, төрлө сара ойош­тора.
– Айырыуса ауыл бала­ла­рының сыҙамлылығы, сәмселлеге хайран ҡал­дыра мине, – тип һөйләй “Витязь-Юниор Спартак” хәрби-патриотик клубы етәксеһе Рөстәм Ғил­ма­нов. – Маҡсат – улар кү­ңе­лендә тупланған бына ошо күркәм си­фаттарҙы һаҡлау, үҫеш өсөн уңай­лыҡтар тыуҙырыу. Бына әле һәр бере­һенең ҡы­ҙыҡ­һыныуы йөҙөнә сыҡ­ҡан. Йү­нәлеш биреп кенә өл­гөр – күтәреп алырға әҙер һәммәһе лә. Ҡул кө­рәше, кикбоксинг, ушу-саньда, бокс, шулай уҡ хәр­би туризм, шахмат, футбол буйынса һынатмайҙар. Ҡал­тай урта мәктәбе беҙ­ҙең клуб менән хеҙмәт­тәшлек итә. Үҙ сиратында уҡыу­сылар команда спортында, полиатлон, йүгереү, атыу һымаҡ ярыштарҙа һәр саҡ призлы урындарҙы ала.
Ҡалтайҙар алға ҡыйыу атлайКүмәкләгән – яу ҡайтар­ған, тиҙәр. Балаларҙы ил­һө­йәрлек рухында тәрбиә­ләү ниәтен Рөстәм Фәнүз улы бер туған ағаһы, “Ҡал­тай-Агро” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте директоры Дамир Ғилманов менән бергә тормошҡа ашыра. Улар бөгөн – тыуған ауы­лы­ның терәге: йәш быуын­дың киләсәген ҡайғыртып, ауылдаштарына ярҙам итергә тырышып йәшәйҙәр. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә спорт залдары буш тор­ғанда, ябай ғына бер ауылда физкультура-спорт үҙә­генә тиң клуб эшлә­һенсе! Ғәжәп бит! Уның асылыуы бындағы көнитмеште, хатта ки донъяға ҡарашты ту­лыһынса тиерлек үҙгәрт­кән. Ә изге ғәмәлдәрҙең барыһы ла ташландыҡ магазин бинаһына икенсе ғүмер биреүгә барып тоташа. Данлыҡлы Ғилма­нов­тар өсөн уны йүнәтеп, йыһазландырыу сүп кенә булып тойолған. Бынамын тигән келәмдәр, бирсәт­кәләр, ҡалҡандар, бокс грушалары һәм башҡа әй­берҙәр һатып алыу – шуға асыҡ миҫал.
Дамир Ғилмановтың билдәләүенсә, малайҙар күңеленә бәләкәстән Ва­танға һөйөү уятһаң, ил һаҡ­сыһы булырға ынтылыу си­фаттарын һалһаң, ар­мияға бармай ҡалырға маташыусылар кәмейәсәк, һәр кем ил алдындағы бурысын үтәргә атлығып торасаҡ.
Клубты икенсе төрлө сынығыу үҙәге тип атарға ла мөмкин. Бөгөн утыҙға яҡын баланың яратҡан урынына әйләнгән ул. Күнекмәләргә йөрөү бушлай, ярыштарға сығыуҙы ла бында алдан хәстәрлә­гәндәр. Ҡыҫҡаһы, йәштәр­ҙең, ата-әсәләрҙең кеҫәһе­нән бер тин дә аҡса сыҡ­май. Балалар менән күнек­мәләрҙе Өфөнән Сергей Евграфов үткәрә.
Тренерҙар ҡыҙ-егеттәр­ҙе бокс һәм көрәш серҙә­ренә өйрәтә. Ҡапыл тыуған киҫкен хәлдә берәү ҙә юға­лып ҡалмаҫҡа, киреһенсә, унан тиҙ генә сығыу юлдарын белергә тейеш.
Төрлө бәйгеләрҙә ҡат­на­шыу – һәр кемдең хыялы. Мәҫәлән, ҡалтайҙар, Өфөләге ярыштарҙан тыш, Волга буйы федераль округы һәм ил кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙан да ситтә ҡалмай, алдынғы урындарҙы яулап ҡыуан­дыра.
Спорт мастерлығына кандидаттар үҫә бында, егет һәм ҡыҙҙар төрлө разрядтар яҡлай. Иң мөһиме – үҫмерҙәрҙең байтағы артабан тормошон хәрби хеҙ­мәт менән бәйләй. Алыҫ китәһе түгел, “Витязь-Юниор Спартак” хәрби-патриотик клубына тәүге көндәрҙән йөрөгән, спорт мастерлығына кандидат булған Илвир Ғәлләмов хәҙер Ҡазан юғары хәрби танк училищеһында белем ала.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 782

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 403

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 240

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073