Элек дуҫтар менән рәхәтләнеп сана шыуҙыҡ, онотолоп китеп сәкән һуҡтыҡ йәки бүтән төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙоҡ. Ошо турала бөгөн йәштәргә һөйләһәң, күптәре ышанмай. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, әле ауылда урам буйлап йөрөгән үҫмерҙе осратыуы ҡыйын. Улар ата-әсәһенә ярҙамлаша, көнө буйы мәктәптә белем эстәй йәки башҡа кәрәкле шөғөлгә йәлеп ителгән тип маҡтарға һис кенә лә ашыҡмай тороғоҙ. Ә инде кемдер, бөгөн күп кенә малай һәм ҡыҙҙар интернет ҡолона әйләнгән, ти икән, фекере дөрөҫ.Үҫеп килгән йәш быуынды компьютерҙан аралау юлдары бармы? Әлбиттә, заман сиренән арындырырға мөмкин. Мәҫәлән, Ҡалтай ауылында йәш-елкенсәкте илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн ағалы-ҡустылы Ғилмановтар, көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, төрлө сара ойоштора.
– Айырыуса ауыл балаларының сыҙамлылығы, сәмселлеге хайран ҡалдыра мине, – тип һөйләй “Витязь-Юниор Спартак” хәрби-патриотик клубы етәксеһе Рөстәм Ғилманов. – Маҡсат – улар күңелендә тупланған бына ошо күркәм сифаттарҙы һаҡлау, үҫеш өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу. Бына әле һәр береһенең ҡыҙыҡһыныуы йөҙөнә сыҡҡан. Йүнәлеш биреп кенә өлгөр – күтәреп алырға әҙер һәммәһе лә. Ҡул көрәше, кикбоксинг, ушу-саньда, бокс, шулай уҡ хәрби туризм, шахмат, футбол буйынса һынатмайҙар. Ҡалтай урта мәктәбе беҙҙең клуб менән хеҙмәттәшлек итә. Үҙ сиратында уҡыусылар команда спортында, полиатлон, йүгереү, атыу һымаҡ ярыштарҙа һәр саҡ призлы урындарҙы ала.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ниәтен Рөстәм Фәнүз улы бер туған ағаһы, “Ҡалтай-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дамир Ғилманов менән бергә тормошҡа ашыра. Улар бөгөн – тыуған ауылының терәге: йәш быуындың киләсәген ҡайғыртып, ауылдаштарына ярҙам итергә тырышып йәшәйҙәр. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә спорт залдары буш торғанда, ябай ғына бер ауылда физкультура-спорт үҙәгенә тиң клуб эшләһенсе! Ғәжәп бит! Уның асылыуы бындағы көнитмеште, хатта ки донъяға ҡарашты тулыһынса тиерлек үҙгәрткән. Ә изге ғәмәлдәрҙең барыһы ла ташландыҡ магазин бинаһына икенсе ғүмер биреүгә барып тоташа. Данлыҡлы Ғилмановтар өсөн уны йүнәтеп, йыһазландырыу сүп кенә булып тойолған. Бынамын тигән келәмдәр, бирсәткәләр, ҡалҡандар, бокс грушалары һәм башҡа әйберҙәр һатып алыу – шуға асыҡ миҫал.
Дамир Ғилмановтың билдәләүенсә, малайҙар күңеленә бәләкәстән Ватанға һөйөү уятһаң, ил һаҡсыһы булырға ынтылыу сифаттарын һалһаң, армияға бармай ҡалырға маташыусылар кәмейәсәк, һәр кем ил алдындағы бурысын үтәргә атлығып торасаҡ.
Клубты икенсе төрлө сынығыу үҙәге тип атарға ла мөмкин. Бөгөн утыҙға яҡын баланың яратҡан урынына әйләнгән ул. Күнекмәләргә йөрөү бушлай, ярыштарға сығыуҙы ла бында алдан хәстәрләгәндәр. Ҡыҫҡаһы, йәштәрҙең, ата-әсәләрҙең кеҫәһенән бер тин дә аҡса сыҡмай. Балалар менән күнекмәләрҙе Өфөнән Сергей Евграфов үткәрә.
Тренерҙар ҡыҙ-егеттәрҙе бокс һәм көрәш серҙәренә өйрәтә. Ҡапыл тыуған киҫкен хәлдә берәү ҙә юғалып ҡалмаҫҡа, киреһенсә, унан тиҙ генә сығыу юлдарын белергә тейеш.
Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыу – һәр кемдең хыялы. Мәҫәлән, ҡалтайҙар, Өфөләге ярыштарҙан тыш, Волга буйы федераль округы һәм ил кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙан да ситтә ҡалмай, алдынғы урындарҙы яулап ҡыуандыра.
Спорт мастерлығына кандидаттар үҫә бында, егет һәм ҡыҙҙар төрлө разрядтар яҡлай. Иң мөһиме – үҫмерҙәрҙең байтағы артабан тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләй. Алыҫ китәһе түгел, “Витязь-Юниор Спартак” хәрби-патриотик клубына тәүге көндәрҙән йөрөгән, спорт мастерлығына кандидат булған Илвир Ғәлләмов хәҙер Ҡазан юғары хәрби танк училищеһында белем ала.