Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Капитанға талап ҙур Илебеҙ ир-егеттәре Ватанды һаҡлаусылар көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Юҡ, байрам булған өсөн генә түгел. Тап ошо йәкшәмбе-дүшәмбелә Континенталь хоккей лигаһында плей-офф уйындары башланды.

“Салауат Юлаев” – “Аҡ Барыҫ”. Өфө менән Ҡазан командаларының алышын көйәрмәндәр гел тын да алмай күҙәтә. Йыл да плей-офф “бәлеше”нең иң тәмле өлөшө бит ул. Быйыл чемпионатта 4-се һәм 5-се урынды алған күршеләр бигерәк иртә, тәүге раундта уҡ осрашты. Тимәк, кем өсөндөр серияла еңелеү айырыуса әсе буласаҡ...
Капитанға талап ҙурБеренсе уйын Өфөлә уҙҙы. Шығырым тулы арена хужаларҙы алға ҡыуҙы. Әйҙә, әйҙә!.. Шөкөр, беҙҙең Линус Умарк – Андреас Энгквист – Игорь Григоренко өс тағаны таймаҫ. Күҙ теймәһен, бер-береһен ҡараштарынан аңлайҙар. Умарктың кәнфит-пасын берәү ҙә күҙалламағанда Григоренко шуны көтөп кенә торғандай тойолдо – 1:0! Юлаевсыларҙың икенсе голы ла тәүгеһенең күсермәһе булды. Умарктың оҫта итеп биргән шайбаһы йәнә капитаныбыҙҙың сәкәнен тапты – 2:0!
Хоккей – ысын ир-егеттәр уйыны. Бында сәкән менән күҙеңә эләктерергә лә, тешеңде ҡойорға ла мөмкиндәр. Осоп килгән шайба аяҡ-ҡулыңды йәлләмәй... Ҡыҙғаныс, беҙҙе­келәр тәүге йәрәхәттәрен алды ла. Андреас Энгквист ҡашын тектерә һалып, икенсе осорҙа тағы боҙға сыҡһа, Олег Сапрыкиндың тубығы тиҙ генә йүнәлерме – билдәһеҙ.
Матч аҙағында ҡунаҡтар ҡапҡасыларын алтынсы уйынсыға алмаштырып ҡараны. Әммә юлаевсы Теему Хартикайнен буш ҡапҡаларына өсөнсө голды индерҙе. Артынса ойошторолған һөжүмдә Денис Хлыстов та мәргәнлеген иҫбатланы. Оһо, иҫәпте нығыт­тыҡ! Үҙен яралы кейектәй тойған “Аҡ Барыҫ”, артабанғы алышта бирешмәйәсәген аңғартып, шулай ҙа бер шайба индереп ҡуйҙы – 4:1.
Бөгөн кискеһен икенсе уйын ысын көс нисбәтен күрһәтер. Капитаныбыҙ өлгөһөнә эйәреп, командабыҙ был юлы ла һынатмаҫ тип ышанайыҡ. Юғиһә “Локомотив”ҡа еңелгәс, СКА-ның капитаны, данлыҡлы Илья Ковальчук, сираттағы матчтан ситләтелде. Плей-офф хаталарҙы ғәфү итмәй шул...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 772

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 392

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 279

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 238

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 426

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 265

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 229

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 096

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 199

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 071