Илебеҙ ир-егеттәре Ватанды һаҡлаусылар көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Юҡ, байрам булған өсөн генә түгел. Тап ошо йәкшәмбе-дүшәмбелә Континенталь хоккей лигаһында плей-офф уйындары башланды.“Салауат Юлаев” – “Аҡ Барыҫ”. Өфө менән Ҡазан командаларының алышын көйәрмәндәр гел тын да алмай күҙәтә. Йыл да плей-офф “бәлеше”нең иң тәмле өлөшө бит ул. Быйыл чемпионатта 4-се һәм 5-се урынды алған күршеләр бигерәк иртә, тәүге раундта уҡ осрашты. Тимәк, кем өсөндөр серияла еңелеү айырыуса әсе буласаҡ...
Беренсе уйын Өфөлә уҙҙы. Шығырым тулы арена хужаларҙы алға ҡыуҙы. Әйҙә, әйҙә!.. Шөкөр, беҙҙең Линус Умарк – Андреас Энгквист – Игорь Григоренко өс тағаны таймаҫ. Күҙ теймәһен, бер-береһен ҡараштарынан аңлайҙар. Умарктың кәнфит-пасын берәү ҙә күҙалламағанда Григоренко шуны көтөп кенә торғандай тойолдо – 1:0! Юлаевсыларҙың икенсе голы ла тәүгеһенең күсермәһе булды. Умарктың оҫта итеп биргән шайбаһы йәнә капитаныбыҙҙың сәкәнен тапты – 2:0!
Хоккей – ысын ир-егеттәр уйыны. Бында сәкән менән күҙеңә эләктерергә лә, тешеңде ҡойорға ла мөмкиндәр. Осоп килгән шайба аяҡ-ҡулыңды йәлләмәй... Ҡыҙғаныс, беҙҙекеләр тәүге йәрәхәттәрен алды ла. Андреас Энгквист ҡашын тектерә һалып, икенсе осорҙа тағы боҙға сыҡһа, Олег Сапрыкиндың тубығы тиҙ генә йүнәлерме – билдәһеҙ.
Матч аҙағында ҡунаҡтар ҡапҡасыларын алтынсы уйынсыға алмаштырып ҡараны. Әммә юлаевсы Теему Хартикайнен буш ҡапҡаларына өсөнсө голды индерҙе. Артынса ойошторолған һөжүмдә Денис Хлыстов та мәргәнлеген иҫбатланы. Оһо, иҫәпте нығыттыҡ! Үҙен яралы кейектәй тойған “Аҡ Барыҫ”, артабанғы алышта бирешмәйәсәген аңғартып, шулай ҙа бер шайба индереп ҡуйҙы – 4:1.
Бөгөн кискеһен икенсе уйын ысын көс нисбәтен күрһәтер. Капитаныбыҙ өлгөһөнә эйәреп, командабыҙ был юлы ла һынатмаҫ тип ышанайыҡ. Юғиһә “Локомотив”ҡа еңелгәс, СКА-ның капитаны, данлыҡлы Илья Ковальчук, сираттағы матчтан ситләтелде. Плей-офф хаталарҙы ғәфү итмәй шул...