Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Туҡ бесәй”гә көмөш табаҡ нимәгә?
“Туҡ бесәй”гә  көмөш табаҡ нимәгә? Плей-офф алдынан үҙ боҙобоҙҙағы һуңғы уйын... Көйәрмәндәр менән тулы трибуналар... Ҡунаҡҡа КХЛ-да иң артта һөйрәлгән команда килгән... Әммә “Салауат Юлаев” барыбер еңелде (3:4).

Ояты ни тора! Новокузнецкиҙың “Металлург”ы – быйылғы чемпионатта һуңғы урынды алған иң ярлы клуб. Хатта шишәмбеләге Өфөләге осрашыуға алдан килеп, ҡунаҡханаға урынлашырлыҡ та мөмкинлеге юҡ ине уның. Көнөндә генә аэропорттан тура аренаға матчҡа барып, уйындан һуң шунда уҡ ҡайтып та киттеләр. Етмәһә, “йондоҙ” һатып алырға аҡса яғы наҡыҫ булғанға, уның составында гел йәш егеттәр, ҡапҡасылары ла Континенталь хоккей лигаһында икенсе генә матчын уҙғарҙы. Шул малай-шалай юлаевсыларҙың арт һабағын уҡытты.
Юҡҡа ғына аҙаҡтан баш тренерыбыҙ Игорь Захаркин: “Ҡунаҡтар кемдең ысын хоккейсы, ә кемдең туҡ бесәй икәнен күрһәтте”, – тимәгәндер. Ә “туҡ бесәй”гә саф көмөштән эшләнгән Гагарин кубогы кәрәкме икән? Былай ҙа тәрилкәһе буш түгел уның. Тиҙҙән күрербеҙ…
Кисә һуңғы осрашыуҙар уҙҙы. “Салауат Юлаев” бында бер ни ҙә хәл итмәне. Плей-офтың тәүге раундында кемгә эләгеребеҙ башҡаларҙың нисек уйнауынан торҙо. Тик шуныһы: беҙгә дәғүәсе сифатында Владивостоктың “Адмирал”ы һис кәрәкмәй. Сөнки быйыл плей-офф регламенты аҙыраҡ үҙгәрҙе. Хәҙер уйындар элекке кеүек ике көн аша түгел, ә көн аша алмашлап үтәсәк. Йәғни туҡтауһыҙ самолетта Алыҫ Көнсығышҡа һәм кирегә осорға тура киләсәк.
Көнсығыш конференцияла хәл иткес матчтар 22 фев­ралдә старт ала. Шуныһы ғына һөйөнөслө: юлаевсылар плей-офты үҙ боҙонда башлай. Хәйерлегә булһын!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 780

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 400

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 239

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 267

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 428

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073