Плей-офф алдынан үҙ боҙобоҙҙағы һуңғы уйын... Көйәрмәндәр менән тулы трибуналар... Ҡунаҡҡа КХЛ-да иң артта һөйрәлгән команда килгән... Әммә “Салауат Юлаев” барыбер еңелде (3:4).Ояты ни тора! Новокузнецкиҙың “Металлург”ы – быйылғы чемпионатта һуңғы урынды алған иң ярлы клуб. Хатта шишәмбеләге Өфөләге осрашыуға алдан килеп, ҡунаҡханаға урынлашырлыҡ та мөмкинлеге юҡ ине уның. Көнөндә генә аэропорттан тура аренаға матчҡа барып, уйындан һуң шунда уҡ ҡайтып та киттеләр. Етмәһә, “йондоҙ” һатып алырға аҡса яғы наҡыҫ булғанға, уның составында гел йәш егеттәр, ҡапҡасылары ла Континенталь хоккей лигаһында икенсе генә матчын уҙғарҙы. Шул малай-шалай юлаевсыларҙың арт һабағын уҡытты.
Юҡҡа ғына аҙаҡтан баш тренерыбыҙ Игорь Захаркин: “Ҡунаҡтар кемдең ысын хоккейсы, ә кемдең туҡ бесәй икәнен күрһәтте”, – тимәгәндер. Ә “туҡ бесәй”гә саф көмөштән эшләнгән Гагарин кубогы кәрәкме икән? Былай ҙа тәрилкәһе буш түгел уның. Тиҙҙән күрербеҙ…
Кисә һуңғы осрашыуҙар уҙҙы. “Салауат Юлаев” бында бер ни ҙә хәл итмәне. Плей-офтың тәүге раундында кемгә эләгеребеҙ башҡаларҙың нисек уйнауынан торҙо. Тик шуныһы: беҙгә дәғүәсе сифатында Владивостоктың “Адмирал”ы һис кәрәкмәй. Сөнки быйыл плей-офф регламенты аҙыраҡ үҙгәрҙе. Хәҙер уйындар элекке кеүек ике көн аша түгел, ә көн аша алмашлап үтәсәк. Йәғни туҡтауһыҙ самолетта Алыҫ Көнсығышҡа һәм кирегә осорға тура киләсәк.
Көнсығыш конференцияла хәл иткес матчтар 22 февралдә старт ала. Шуныһы ғына һөйөнөслө: юлаевсылар плей-офты үҙ боҙонда башлай. Хәйерлегә булһын!