Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыялдар тормошҡа ашҡанда
Хыялдар тормошҡа ашҡанда Үткән шәмбе кисендәге сағыу салют өфөләрҙең күңелендә, һис шикһеҙ, оҙаҡ һаҡланыр. Халыҡ был көндә онотолмаҫ күркәм тамашаның шаһиты булды: “Газпром”дың XI Ҡышҡы спартакиадаһы асылды. Әйткәндәй, был сара Өфөлә беренсе тапҡыр үтә.
– “Газпром” башланғысындағы спорт бай­рамдарының республика­быҙҙың баш ҡала­һында ойошторолоуы – почетлы миссия, шул уҡ ваҡытта беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Бындай саралар төбәктең спорт инфра­структураһын үҫтереүгә тос этәргес бирә, – тине тантаналағы сығышында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов. – Әле республиканың ҡала һәм райондарында меңдәрсә бала “Газпром”дың көсө менән төҙөлгән спорт учреждениеларында шөғөлләнә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәш быуын вәкилдәре өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу йәһәтенән дә компанияның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Әлеге спорт аҙналығы ла халыҡҡа, спортсыларҙың үҙҙәренә онотолмаҫ матур тәьҫораттар бүләк итер, яңы еңеүҙәр килтерер, тип ышанам.
Мәғлүм булыуынса, “Газпром”, нефть һәм газ тармағында алдынғы компания булыуы менән бергә, спортҡа иғтибар бүлеү йәһәтенән дә өлгөлө. Унда хеҙмәткәрҙәрҙе сәләмәт­ләндереү маҡсатында ҙур эш алып барыла, шул уҡ ваҡытта хәстәрлектән йәмғиәттең башҡа ағзалары ла өлөшһөҙ ҡалмай.
Спартакиаданы асыу тантанаһында “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов үҙҙәренә сараны ойоштороуға ышаныс белдергәне өсөн холдинг етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Хыялдар тормошҡа ашҡанда– Ҙур сараны үткәреүгә күмәк көс һалынды, – тине ул. – Спортсыларға, делегация ағза­ларына уңайлы шарттар тыуҙырыуҙа республика, баш ҡала етәкселегенең өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Сығыштарҙан һуң халыҡ күп милләтле республикабыҙҙың мәҙәниәт, йола өлгөләрен ҡараны, билдәле коллективтарҙың йыр-бейеүҙәрен тамаша ҡылды. “Өфө-Арена”ның ҡыйығына мифик бәхет ҡошо Һомайҙың килеп ҡуныуы халыҡты айырыуса ныҡ ғәжәпләндер­гәндер. Бындай һоҡланғыс тамаша менән хайран ҡалдырыусылар – һауа гимнастары. Билдәле “Тыуған яҡ” йырын меңдәрсә кешенең күмәкләп башҡарыуы ла сараның бер биҙәге булды. Артабан Спартакиаданың рәсми флагы индерелде. Уны күтәреү хоҡуғы бөтөн донъяға билдәле спортсы яҡташтарыбыҙға бирелде.
Спартакиадала 26 команда көс һынаша. Саңғы, волейбол, мини-футбол, өҫтәл теннисы, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ҡыҙыу ярыштар 18 февралгәсә барасаҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 790

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 410

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 241

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 233

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 099

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073