Үткән шәмбе кисендәге сағыу салют өфөләрҙең күңелендә, һис шикһеҙ, оҙаҡ һаҡланыр. Халыҡ был көндә онотолмаҫ күркәм тамашаның шаһиты булды: “Газпром”дың XI Ҡышҡы спартакиадаһы асылды. Әйткәндәй, был сара Өфөлә беренсе тапҡыр үтә.– “Газпром” башланғысындағы спорт байрамдарының республикабыҙҙың баш ҡалаһында ойошторолоуы – почетлы миссия, шул уҡ ваҡытта беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Бындай саралар төбәктең спорт инфраструктураһын үҫтереүгә тос этәргес бирә, – тине тантаналағы сығышында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов. – Әле республиканың ҡала һәм райондарында меңдәрсә бала “Газпром”дың көсө менән төҙөлгән спорт учреждениеларында шөғөлләнә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәш быуын вәкилдәре өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу йәһәтенән дә компанияның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Әлеге спорт аҙналығы ла халыҡҡа, спортсыларҙың үҙҙәренә онотолмаҫ матур тәьҫораттар бүләк итер, яңы еңеүҙәр килтерер, тип ышанам.
Мәғлүм булыуынса, “Газпром”, нефть һәм газ тармағында алдынғы компания булыуы менән бергә, спортҡа иғтибар бүлеү йәһәтенән дә өлгөлө. Унда хеҙмәткәрҙәрҙе сәләмәтләндереү маҡсатында ҙур эш алып барыла, шул уҡ ваҡытта хәстәрлектән йәмғиәттең башҡа ағзалары ла өлөшһөҙ ҡалмай.
Спартакиаданы асыу тантанаһында “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов үҙҙәренә сараны ойоштороуға ышаныс белдергәне өсөн холдинг етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
– Ҙур сараны үткәреүгә күмәк көс һалынды, – тине ул. – Спортсыларға, делегация ағзаларына уңайлы шарттар тыуҙырыуҙа республика, баш ҡала етәкселегенең өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Сығыштарҙан һуң халыҡ күп милләтле республикабыҙҙың мәҙәниәт, йола өлгөләрен ҡараны, билдәле коллективтарҙың йыр-бейеүҙәрен тамаша ҡылды. “Өфө-Арена”ның ҡыйығына мифик бәхет ҡошо Һомайҙың килеп ҡуныуы халыҡты айырыуса ныҡ ғәжәпләндергәндер. Бындай һоҡланғыс тамаша менән хайран ҡалдырыусылар – һауа гимнастары. Билдәле “Тыуған яҡ” йырын меңдәрсә кешенең күмәкләп башҡарыуы ла сараның бер биҙәге булды. Артабан Спартакиаданың рәсми флагы индерелде. Уны күтәреү хоҡуғы бөтөн донъяға билдәле спортсы яҡташтарыбыҙға бирелде.
Спартакиадала 26 команда көс һынаша. Саңғы, волейбол, мини-футбол, өҫтәл теннисы, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ҡыҙыу ярыштар 18 февралгәсә барасаҡ.