,йәки Оҫта һунарсынан кейектәрҙе әүҙем яҡлаусыға – бер аҙым1845 йылда император Николай I әмере буйынса Рус география йәмғиәтенә нигеҙ һалына. Энтузиаст-сәйәхәтселәрҙе, география һәм уға оҡшаш фәндәр белгестәрен, экологтарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен һәм, ғөмүмән, илебеҙ хаҡында яңы ғилем эҙләү, төбәктең тәбиғи байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән янған шәхестәрҙе бергә туплаған был йәмғиәттең Рәсәй Федерацияһының 85 субъектында үҙ бүлексәһе бар хәҙер. Башҡортостандағыһына иһә билдәле сәйәхәтсе, яҙыусы Камил ЙЫҺАНШИН етәкселек итә. – Камил Фәрухша улы, гәзит уҡыусыларҙы Рус география йәмғиәтенең эшмәкәрлек үҙенсәлектәре ҡыҙыҡһындыра.
– Бөгөн ул донъялағы иң оло ойошмаларҙың береһе һанала. Былтыр йәмғиәткә 170 йыл тулды. 2010 йылда ойошмала Попечителлек советы асылды, һәм уның башлығы итеп Рәсәй Президенты Владимир Путин тәғәйенләнде. Совет иһә, байтаҡ дәүер үткән меценатлыҡ йолаларын тергеҙеп, гранттар булдырҙы. 2009 йылдан Рус география йәмғиәтенең (РГЙ) президенты – Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу. Төрлө осорҙарҙа РГЙ-ға Рәсәйҙең император йорто вәкилдәре, танылған сәйәхәтселәр, тикшеренеүселәр һәм дәүләт эшмәкәрҙәре етәкселек иткән. Йәмғиәттең почетлы ағзалары рәтендә илебеҙҙең билдәле фән, йәмәғәт, дәүләт эшмәкәрҙәре П. Семенов-Тянь-Шанский, С. Витте, Н. Вавилов, В. Вернадский, Ф. Врангель, А. Горчаков, В. Даль, В. Обручев, шулай уҡ сит илдәрҙән Бельгия короле Леопольд II, төрөк солтаны Абдул Ғамид, Швеция короле Карл XVI Густав, Норвегия короле Оскар II, Персия шахы Насир әл-дин шах Каджар, танылған сәйәхәтселәр һәм тикшеренеүселәр барон Фердинанд Рихтгофен, Руаль Амундсен, Фритьоф Нансен, Тур Хейердал бар.
Рус география йәмғиәте ойошторған экспедицияларҙың Арктиканы, Себерҙе һәм Алыҫ Көнсығышты, Урта һәм Үҙәк Азияны, Австралияны, Донъя океанын асыуҙа ҙур роль уйнауы хаҡында ла мәғлүм. Әйтергә кәрәк, йәмғиәттең кешелек тормошонда әһәмиәте шаҡтай ҙур.
– Рәсәйҙең 85 төбәгендә айырым бүлексәләре булыуын телгә алғайныҡ инде. Башҡортостандағыһы, мәҫәлән, нимә менән шөғөлләнә? Ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашыра? Ниҙәр ниәтләй?
– Урындағы бүлексәнең эшмәкәрлеге һуңғы ике йылда ҡайтанан тергеҙелде, тиһәк тә була. Тарихына килгәндә иһә, уны булдырыу 1954 йылға ҡайтып ҡала. Башлыса төбәктәге иҡтисади һәм социаль географияны, ландшафтты, геоэкологияны, картографияны, тәбиғәтте рациональ ҡулланырға өйрәтеү, ошо өлкәләр буйынса ғилем туплауҙы пропагандалау менән шөғөлләнә бүлексә. Бөгөнгәсә республикала Бөтә Урал кәңәшмәһе 10 тапҡыр үткәрелгән, 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт яҙылған, тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында ике китап, Башҡортостан буйынса өс белешмә, карта һәм атластар сығарылған. Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә “Восхождение” турист клубының эшмәкәрлеген алып бара.
2012 йылда ялан тикшеренеүҙәре үткәреү, ярҙарҙы сүп-сарҙан таҙартыу маҡсатында Еҙем йылғаһы буйлап экспедиция ойошторолдо. Уның барышында ярҙа ултырған шыршыларҙың ярайһы уҡ ҡороуы, илдең һәм республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡайһы бер йәнлек төрҙәре һәм үҫемлектәр үҙ иткән яңы урындар асыҡланды.
Бүлексә РГЙ ойошторған фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашыуҙы ла маҡсат итеп алған. 2014 йылдағы ошондай сарала һәр төбәк үҙ эшмәкәрлеген яҡтыртһа, икенсеһендә формат башҡасараҡ булды. Ҡатнашыу өсөн, әлбиттә, ышаныслы команда йыйыу зарур. Беҙҙекендә география, биология фәндәре кандидаттары, докторҙары, дәүләт эшмәкәрҙәре булды. Артабан фестиваль ике йылға бер генә үткәреләсәк тип хәл ителгән. Хәйер, күрергә тип Мәскәүҙән 70 мең кеше килеүе сараның әһәмиәтен, абруйын билдәләйҙер.
Ғөмүмән, Башҡортостандағы бүлексәнең һығылмалы структураһы булдырылды, бина мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителде. Юридик берәмек статусын да алдыҡ. Һәр башланғыстың матди сығымдар талап итеүе асыш түгел, шуға күрә ең һыҙғанып тырышыу, камиллашыу мөһим. Әйтергә кәрәк, бындағы һәр ағзабыҙ үҙ ихтыяры менән бушлай эшләй, даими йыйылып фекер алышыуҙар, план төҙөүҙәр, һөҙөмтәләрҙе барлау ҙа ошо рәүешле ҡоролған. Күптән түгел бер нисә яңы белгес килде, артабан дәррәү хеҙмәт итеү бурысы ҡуйылды. Әлеге ваҡытта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән эшлекле мөнәсәбәттәрҙе даими көйләргә тырышабыҙ, бығаса ла уларҙың ярҙамын, теләктәшлеген тойҙоҡ, әлбиттә.
Бөгөн шулай уҡ бүлексәнең Попечителдәр советын төҙөү, тейешле документтарҙы әҙерләү хәстәре менән янабыҙ. Башҡортостан етәкселеге тарафынан етди ҡараш, ихласлыҡ күрһәтелеүе һөйөндөрә. Был “мәшәҡәттәр”ҙең һәммәһе лә Рәсәй Федерацияһындағы иң яҡшы өс, бик булмаһа биш бүлексә исемлегенә инеү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Бер ҡаҙанда ғына ҡайнау етди һөҙөмтә бирмәй, был йәһәттән республиканың үҙендә лә бүлектәр асыу эше бара. Планлаштырылған 68-ҙең 41-е булдырылған да инде, һәммәһе менән дә әүҙем аралашыу, ярҙам ҡулы һуҙыу, тәжрибә уртаҡлашыу төплө ҡоролған.
Быйыл, мәҫәлән, донъялағы берҙән-бер булған ҡырағай Бөрйән бал ҡорттарын һаҡлау, йәштәр өсөн “Экорост” исемле гәзит нәшерләү, балалар араһында “Башҡортостан ҡоштары” тигән интернет-бәйге ойоштороу, “Һуҡырҙар өсөн экогеография” кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында гранттар юллау өсөн тейешле әҙерлек алып барылды. Уңыш йылмайыр тип ышанабыҙ.
Бүлексәнең планына ярашлы, турбазалар, музейҙар араһында һәм башҡа формалы бәйгеләр, тәбиғәт ҡомартҡыларына арналған семинарҙар, рейдтар ойоштороу, тулы мәғлүмәтле, уңайлы сайт булдырыу, акваторий таҙартыу кеүек күп төрлө һәм әһәмиәтле саралар ҡаралған.
– Һуңғы арала сит илдәргә сығып ял итеү мәсьәләһе киҫкенләште, уның ҡарауы республикабыҙҙың ошо йүнәлештә хеҙмәтләндергән учреждениеларына иғтибар бермә-бер артты. Ғөмүмән, Башҡортостанда туризм, уны үҫтереү юлдарын билдәләп үтеү кәрәктер...
– Йәшерен түгел, республикабыҙҙа туризм әллә ни бейек үргә етмәгән, әммә Ватаныбыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәтенә, әле өйрәнелмәгән төбәктәренә күҙ йомоп ҡарау килешмәй. Тәбиғи байлыҡтарҙың тотош спектры ята бит урман-ҡырҙарыбыҙҙа, тау-ҡаяларыбыҙҙа. Рельефыбыҙ ҙа үҙенсәлекле. Йәғни туризмды үҫтереү өсөн потенциал бар, тейешле көс һәм ғилем ҡулланып, Башҡортостандың данын арттырырға, реклама яһарға кәрәк.
Был йәһәттән күрше төбәктәр бик йылдам: һәр тәбиғи, тарихи ҡомартҡыһын мотлаҡ иғтибар үҙәгенә сығара, был юҫыҡта дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен дә әүҙем йәлеп итә. Өлгө алып, уны камиллашыу өсөн ҡулланыу зарур. Туризмды үҫтереү, халыҡҡа үҙебеҙҙең ер-һыуҙарҙың да бынамын икәнен төшөндөрөү мәсьәләһендә киң мәғлүмәт саралары ла дәррәү эшләргә тейеш, минеңсә. Республикала туризм алға китһен өсөн һәр өлкәгә лә үҙ йөкләмәһен төплө башҡарырға, тырышырға кәрәк. Юғиһә төрлө программа, концепциялар төҙөү мөмкинлектәре бар, әммә яҡшы һөҙөмтә өсөн ғалимдарҙың, туроператорҙарҙың, һәр ағасты, йылғаны белгән географтарҙың, экологтарҙың бергә, хәбәрләшеп эшләүе мөһим.
Үҙебеҙҙәге тәбиғәттең гүзәллеге, байлығы хаҡындағы фекеремә өҫтәп, мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһен генә булһа ла алайыҡ: күпме тикшеренеүҙәр үткәрелеп торһа ла, ҡомартҡының серҙәре сиселеп бөтөргә уйламай. Сит илдәрҙән килгән спелеологтар ундағы һүрәттәрҙе өйрәнеп, уларҙың “йәш”е күпкә олораҡ булыу ихтималлығын әйтте. Бының менән генә сикләнмәй әле беҙҙең олпат, һоҡланғыс тәбиғәтле тарихыбыҙ. Башҡортостаныбыҙға килгәндә, иң яратҡан юлым – Ирәмәл тауына. Ҡатыным Татьяна менән республиканың һәр йылғаһы буйлап тиерлек һалда йөҙөп сыҡтыҡ.
Хәйер, донъяның төрлө тарафтарындағы туристарҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ, һоҡландырырлыҡ объекттарыбыҙ бихисап, бары тик улар хаҡында кинәйәле мәғлүмәт булдырыу, таратыу – гәзит-журналдар, телевидение, Интернет аша яҡтыртыу, киң рекламалау – кәрәк. “Үҙебеҙҙекен һайла” тигән саҡырыуға әйләнеп ҡайтып, шуны еткерге килә: республикала етештерелгән тауарҙы урындағы халыҡ тәү сиратта һатып алырға тейеш, сөнки килемде ситкә ебәрмәй, үҙебеҙҙә файҙаланыу ышаныслы ла, отошло ла. Һөтөн дә, итен дә тигәндәй киң ҡулланайыҡ, үҙебеҙҙекенә битараф булмайыҡ.
Туризмды күтәреү мәсьәләһенә килгәндә иһә, төплө концепция төҙөп, уйлап, самалап, һәр нәмәне ентекле тикшереп, яйлап булһа ла алға ынтылырға кәрәк. Аҙымдарҙан ҡурҡмайыҡ.
– Һеҙҙең “Боцман”, “Тайга хикәйәләре”, “Маха йәки һыуһар тормошо тарихы” исемле повестарығыҙҙа, “Скитсылар”, “Алдан алтыны” тигән романдарығыҙҙа тәбиғәтте, йәнлектәрҙе, ғөмүмән, тереклекте данлау, һаҡлау, яҡлау, өйрәнеү темаһы сағылдырылған. Заманында һеҙ Уссури тайгаһында, Хабаровск крайының Лазов госпромхозында профессиональ һунарсы булараҡ кәсеп иткәнһегеҙ. Элек ҡырағай йәнлектәрҙе аулауға һәм, бөгөн килеп, уларҙы яҡлау өсөн көрәшеүгә нимә сәбәпсе булды?
– Сығышым менән Туймазы районынан булһам да, бала сағым, йәшлегем Алыҫ Көнсығышта – Хабаровск һәм Приморье крайҙарындағы төпкөл тайгаларҙа урынлашҡан хәрби ҡаласыҡтарҙа – үтте. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ сәйәхәт менән ҡыҙыҡһындым. Үҫә төшкәс, йәйге ял мәлендә апамдың геологик партияларында эшсе булдым. 1967 йылда Алыҫ Көнсығыш политехник институтына “Радиоаппаратура конструкцияһын эшләү һәм етештереү” специальносы буйынса уҡырға индем. Шул ваҡытта уҡ өҫтәмә аҡса эшләү маҡсатында портта йөк ташыным, кочегар, электрсы, “Вольный” кит аулау карабында матрос та булдым. Студент каникулдары етһә, дуҫым Юрий Сотников менән ҡатмарлылығы өс, дүрт, биш категориялы походтарға йөрөнөк. Шулай бер мәл уйламағанда удэгейҙар торағында ике ай тирәһе ҡалып, уҡыу семестрына һуңларға тура килде. Һөҙөмтәлә институттан ҡыуылдым һәм Владивостокта ете ставкаға кочегар булып эшләнем.
1972 йылда Горькийға килдем, өйләндем, улым тыуҙы. Киләһе йыл ошо уҡ ҡалалағы политехник институтты тамамлап, радиоинженер дипломын алып, ғаиләм менән Өфөгә ҡайттыҡ. Артабан хеҙмәт юлымды “Башнефть” ойошмаһында дауам иттем. Әммә Уссури тайгаһын, сәйәхәттәрҙе һағыныу үҙенекен алды, ахырҙа мин эштән сығып, дүрт миҙгелгә Лазов госпромхозына киттем. Унда иһә миңә 100 мең гектарлыҡ биләмәлә һунарсылыҡ менән шөғөлләнеү бурысы йөкмәтелде. Аҙаҡ йәнә “Башнефть” компанияһына әйләнеп ҡайттым, һөнәрем буйынса, йәғни нефть сығарыу һәм скважиналар быраулау объекттарында радиобәйләнеш булдырыуҙа көс түктем. Ошонда уҡ тотош Башҡортостанды, нефть сығарылған урындарҙың Когалым төркөмөн арҡырыға-буйға гиҙеү бәхете тейҙе. Һунарсы көндәлектәрен, сәйәхәттәрҙән, геологик партияларҙан алған тәьҫораттарҙы бергә туплап, удэгей халҡы һәм Алыҫ Көнсығыш тайгаһындағы ҡырағай йәнлектәр тормошо хаҡында яҙа башланым. Аҙаҡ инде 1988 йылда “Уральский следопыт” журналында “Йомарт Буге” исемле тәүге повесым донъя күрҙе. Тәбиғәткә, хайуандар донъяһына, алыҫ илдәрҙә йәшәгән кешеләрҙең үҙенсәлекле тормошона бәйле ижадым ошо дәүерҙә башланды.
Һунарсылыҡты туҡтатыуым 1982 йылға тура килә. Ғөмүмән, тотош ғүмеремде был кәсепкә арнарға ниәтләмәгәйнем дә. Бөгөн иһә “спорт һунары” тип аталған мауығыуҙарҙы күреп, йәнем әрней. Бынамын тигән ир-егеттәр вездеходҡа йә башҡа транспортҡа ултырып, болан-маҙарҙы баҫтыра. Ике саҡрымдай ҡасып барған бахыр йәнлекте, хәлдән тайҙырып, атып алған булалар. Быны мин һис тә ысын һунар тип атамаҫ инем. Йәнлек-януарҙы үлтереүҙән кинәнес алыу – бер ҡалыпҡа ла һыймаған ҡырағайлыҡ ул. Борон, мәҫәлән, айыуға ҡаршы яңғыҙҙары алышҡа сыҡҡандар. Был, әлбиттә, көс-ғәйрәт, үткерлек, етеҙлек, ныҡышмалылыҡ талап итә, һәм һунар тип аталырға хоҡуғы ла бар.
Саңғыла ауға сығыуҙың төп маҡсатын мин тайганы гиҙеүҙә күрәм, мәҫәлән. Заманында Уссури юлбарыҫы менән күҙгә-күҙ осрашырға, ҡырағай йәнлектәрҙең холҡон, булмышын тойорға, өйрәнергә тура килде. Бер мәл яҙғы һунарҙа күлдә матур ғына өйрәктең йөҙөп йөрөгәнен күрҙем. Ҡоштоң гүзәллеге, күркәмлеге хайран ҡалдырҙы. Күп тә үтмәй, эргәһенә икенсеһе килде – ике өйрәктең бер-береһенә ҡарата һоҡланғыс, мөғжизәле мөнәсәбәтен күреп, тәбиғи идиллияға шаһит булдым. Был йән эйәләрен атһаң, уларҙың бәпкәләре лә булмаясаҡ, бар матурлыҡ – тереклек – юҡҡа сығасаҡ, йәшәү һүнәсәк тигән фекер телеп үтте күңелемде... Һунар ҡылыуымды туҡтатыуға ошо гүзәл күренеш сәбәпсе булды. Үҙемә һүҙ бирҙем, һәм бына 34 йыл йәнлек аулауҙан азатмын.
Алыҫ Көнсығышҡа дуҫтар, таныштар менән күрешергә тип бер барғайным, ундағы ҡарттарҙың кәмей барыуын, тайгала элекке эҙҙәрҙең юғалыуын тойоп, бер аҙ һағышланып та ҡайттым.
***
Республикалағы Ҡырағай йәнлектәрҙе яҡлау фондын, Белорет районында ҡурсаулыҡ итеү маҡсатында “Йөйәк” хужалығын, “Урман рыцары” премияһын булдырыу, уларға етәкселек итеү тәжрибәһе ошонан башланғандыр инде, күрәһең...
“Китаптарҙың авторы материалды төплө белә, тайганың серле-мөғжизәле үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын нескә тоя, тәрәнлеген аңлай. Яҙыусы үҙ геройҙарын кешелек сифаттары менән биҙәмәй, уларҙың холоҡ-фиғелен беҙгә яҡын һәм аңлайышлы булған тирә-яҡ мөхит менән тығыҙ бәйләнештә аса. Һеләүһендең балаһын һунарға өйрәтеүен, шәшкеләрҙең күңелле уйынын йәки кескәй ҡошсоҡтоң оя ҡороуын тәүгә күреп һоҡланған ҡала кешеһенең тәьҫораттары ят уға. Шул уҡ ваҡытта китаптарҙың авторы тайга флораһы батшалары — женьшень менән алтынтамырҙың сәскә атыуын сабырлыҡ менән күҙәтә. Ошо һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең ғүмерен йәшәү өсөн даими көрәш алып барған кеше ғүмере менән сағыштыра. Камил Фәрухша улы үҙенә генә хас алымдарҙы, һиҙгерлеген һәм итәғәтлелеген файҙаланып, тәбиғәт менән бәйләнешкә инә, холҡон, тойғоларын ҡырағай йәнлектәргә үҙе теләп, еңел буйһондора”, – тип яҙа Рәсәй яҙыусыларының Юғары ижади советы ағзаһы, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең дәүләт әҙәби премиялары лауреаты Йәмил Мостафин.
Ысынлап та, тәүҙә республиканың, күп тә үтмәй Рәсәйҙең Яҙыусылар союзына ҡабул ителгән, 2004 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, артабан иһә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына һәм башҡа бик күп наградаларға лайыҡ булған сәйәхәтсе, эшҡыуар, яҙыусы Камил Фәрухша улының әҫәрҙәре – бай, мауыҡтырғыс, мәғлүмәтле, һоҡланғыс ижад. Күптән түгел “Алдан алтыны” роман-дилогияһы өсөн Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы менән бүләкләнеүе лә Камил Йыһаншиндың үҙенсәлекле һәләтен, илһөйәрлеген, Ватанына эскерһеҙ һөйөүен иҫбатлай.
Тимәк, ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге ғәмәлдә урман-ҡырҙарын, тау-ҡаяларын, ҡаҙылма һәм ер-һыу байлыҡтарын һаҡлауға, өйрәнеүгә, туризмды үҫтереүгә, республика данын донъя кимәлендә танытыуға бәйле. Ул күмәгебеҙҙең һәм һәр беребеҙҙең тырыш хеҙмәтенән, ихлас мөнәсәбәтенән, ҡыйыу аҙымдарынан тора. Булғанды күреп, ҡәҙерен белеп, ихтирам, иғтибар менән эш итеү зарур.
Гөлсәсәк МОСТАЕВА әңгәмәләште.