Тәбиғәт мөғжизәһе10.02.2016
Тәбиғәт мөғжизәһе ,йәки Оҫта һунарсынан кейектәрҙе әүҙем яҡлаусыға – бер аҙым
1845 йылда император Николай I әмере буйынса Рус география йәмғиәтенә нигеҙ һалына. Энтузиаст-сәйәхәтселәрҙе, география һәм уға оҡшаш фәндәр белгестәрен, экологтарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен һәм, ғөмүмән, илебеҙ хаҡында яңы ғилем эҙләү, төбәктең тәбиғи байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән янған шәхестәрҙе бергә туплаған был йәмғиәттең Рәсәй Федерацияһының 85 субъектында үҙ бүлексәһе бар хәҙер. Башҡортостандағыһына иһә билдәле сәйәхәтсе, яҙыусы Камил ЙЫҺАНШИН етәкселек итә.

– Камил Фәрухша улы, гә­зит уҡыу­сыларҙы Рус география йәмғиәтенең эш­мә­кәрлек үҙенсәлектәре ҡы­ҙыҡ­һын­дыра.
– Бөгөн ул донъялағы иң оло ойошмаларҙың береһе һанала. Былтыр йәмғиәткә 170 йыл тулды. 2010 йылда ойошмала Попечителлек советы асылды, һәм уның башлығы итеп Рәсәй Президенты Владимир Путин тәғәйенләнде. Совет иһә, байтаҡ дәүер үткән ме­ценатлыҡ йолаларын тер­геҙеп, гранттар булдырҙы. 2009 йылдан Рус география йәм­ғиәтенең (РГЙ) президенты – Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу. Төрлө осор­ҙар­ҙа РГЙ-ға Рәсәйҙең император йорто вәкилдәре, танылған сәйәхәтселәр, тикше­ренеү­се­ләр һәм дәүләт эшмәкәрҙәре етәкселек иткән. Йәмғиәттең почетлы ағзалары рәтендә илебеҙҙең билдәле фән, йәмәғәт, дәүләт эшмәкәрҙәре П. Семенов-Тянь-Шанский, С. Витте, Н. Вавилов, В. Вернадский, Ф. Врангель, А. Горчаков, В. Даль, В. Обручев, шулай уҡ сит илдәрҙән Бельгия короле Леопольд II, төрөк солтаны Абдул Ғамид, Швеция короле Карл XVI Густав, Норвегия короле Оскар II, Персия шахы Насир әл-дин шах Каджар, танылған сәйәхәтселәр һәм тикшеренеүселәр барон Фердинанд Рихтгофен, Руаль Амундсен, Фритьоф Нансен, Тур Хейердал бар.
Рус география йәмғиәте ойошторған экспедицияларҙың Арктиканы, Себерҙе һәм Алыҫ Көнсығышты, Урта һәм Үҙәк Азияны, Австралияны, Донъя океанын асыуҙа ҙур роль уйнауы хаҡында ла мәғлүм. Әйтергә кәрәк, йәмғиәттең кешелек тормошонда әһәмиәте шаҡтай ҙур.
– Рәсәйҙең 85 төбәгендә айырым бүлексәләре булыуын телгә алғайныҡ инде. Баш­ҡортостандағыһы, мә­ҫә­лән, нимә менән шөғөл­ләнә? Ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашыра? Ниҙәр ниәтләй?
– Урындағы бүлексәнең эш­мәкәрлеге һуңғы ике йылда ҡайтанан тергеҙелде, тиһәк тә була. Тарихына килгәндә иһә, уны булдырыу 1954 йылға ҡай­тып ҡала. Башлыса төбәктәге иҡтисади һәм социаль географияны, ландшафтты, геоэкологияны, картографияны, тәби­ғәтте рациональ ҡулланырға өйрәтеү, ошо өлкәләр буйынса ғилем туплауҙы пропагандалау менән шөғөлләнә бүлексә. Бөгөнгәсә республикала Бөтә Урал кәңәшмәһе 10 тапҡыр үт­кә­релгән, 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт яҙылған, тәбиғәт ҡо­март­ҡылары тураһында ике китап, Башҡортостан буйынса өс белешмә, карта һәм атлас­тар сығарылған. Башҡорт дәү­ләт университеты менән бер­лектә “Восхождение” турист клубының эшмәкәрлеген алып бара.
2012 йылда ялан тикше­ре­неүҙәре үткәреү, ярҙарҙы сүп-сарҙан таҙартыу маҡсатында Еҙем йылғаһы буйлап экспедиция ойошторолдо. Уның барышында ярҙа ултырған шыр­шыларҙың ярайһы уҡ ҡороуы, илдең һәм респуб­ли­каның Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡайһы бер йәнлек төрҙәре һәм үҫемлектәр үҙ иткән яңы урындар асыҡланды.
Бүлексә РГЙ ойошторған фестивал­дәр­ҙә әүҙем ҡатна­шыуҙы ла маҡсат итеп алған. 2014 йылдағы ошондай сарала һәр төбәк үҙ эшмәкәрлеген яҡтыртһа, икен­сеһендә формат башҡасараҡ булды. Ҡатнашыу өсөн, әлбиттә, ышаныслы ко­манда йыйыу зарур. Беҙҙе­кен­дә география, биология фән­дәре кандидаттары, док­тор­ҙары, дәүләт эшмәкәрҙәре булды. Артабан фестиваль ике йылға бер генә үткәреләсәк тип хәл ителгән. Хәйер, күрергә тип Мәскәүҙән 70 мең кеше килеүе сараның әһәмиәтен, абруйын билдәләйҙер.
Ғөмүмән, Башҡорт­остан­дағы бүлек­сәнең һығылмалы структураһы булдырылды, бина мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителде. Юридик берәмек статусын да алдыҡ. Һәр баш­лан­ғыстың матди сығымдар талап итеүе асыш түгел, шуға күрә ең һыҙғанып тырышыу, камиллашыу мөһим. Әйтергә кәрәк, бындағы һәр ағзабыҙ үҙ ихтыяры менән бушлай эшләй, даими йыйылып фекер алы­шыуҙар, план төҙөүҙәр, һөҙөм­тәләрҙе барлау ҙа ошо рә­үешле ҡоролған. Күптән түгел бер нисә яңы белгес килде, артабан дәррәү хеҙмәт итеү бурысы ҡуйылды. Әлеге ва­ҡытта республиканың Эшҡы­уарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән эшлекле мөнәсәбәттәрҙе даими көйләргә тырышабыҙ, бығаса ла уларҙың ярҙамын, теләк­тәшлеген тойҙоҡ, әлбиттә.
Бөгөн шулай уҡ бүлексәнең Попе­чи­телдәр советын төҙөү, тейешле доку­мент­тарҙы әҙер­ләү хәстәре менән янабыҙ. Баш­ҡортостан етәкселеге тарафынан етди ҡараш, ихлас­лыҡ күрһәтелеүе һөйөндөрә. Был “мәшәҡәттәр”ҙең һәммәһе лә Рәсәй Федерацияһындағы иң яҡшы өс, бик бул­маһа биш бүлексә исемлегенә инеү маҡ­сатында тормошҡа ашырыла. Бер ҡаҙанда ғына ҡайнау етди һөҙөмтә бирмәй, был йә­һәттән республиканың үҙендә лә бүлектәр асыу эше бара. Планлаштырылған 68-ҙең 41-е булдырылған да инде, һәм­мәһе менән дә әүҙем аралашыу, ярҙам ҡулы һуҙыу, тәжрибә уртаҡлашыу төплө ҡоролған.
Быйыл, мәҫәлән, донъялағы берҙән-бер булған ҡырағай Бөрйән бал ҡорттарын һаҡлау, йәштәр өсөн “Экорост” исемле гәзит нәшерләү, балалар ара­һында “Башҡортостан ҡош­тары” тигән интернет-бәйге ойош­тороу, “Һуҡырҙар өсөн экогеография” кеүек проект­тарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында гранттар юллау өсөн тейешле әҙерлек алып барылды. Уңыш йылмайыр тип ышанабыҙ.
Бүлексәнең планына ярашлы, турбазалар, музейҙар араһында һәм башҡа фор­малы бәйгеләр, тәбиғәт ҡомарт­ҡыла­рына арналған семи­нарҙар, рейдтар ойоштороу, тулы мәғ­лүмәтле, уңайлы сайт булдырыу, акваторий таҙартыу кеүек күп төрлө һәм әһәмиәтле саралар ҡаралған.
– Һуңғы арала сит ил­дәр­гә сығып ял итеү мәсьәләһе киҫкенләште, уның ҡарауы республикабыҙҙың ошо йү­нәлештә хеҙмәтләндергән учреждениеларына иғтибар бермә-бер артты. Ғөмүмән, Башҡортостанда туризм, уны үҫтереү юлдарын бил­дәләп үтеү кәрәктер...
– Йәшерен түгел, респуб­ликабыҙҙа туризм әллә ни бейек үргә етмәгән, әммә Ва­таныбыҙҙың һоҡланғыс тәби­ғәтенә, әле өйрәнелмәгән төбәктәренә күҙ йомоп ҡарау килешмәй. Тәбиғи байлыҡ­тарҙың тотош спектры ята бит урман-ҡырҙарыбыҙҙа, тау-ҡаяларыбыҙҙа. Рельефыбыҙ ҙа үҙенсәлекле. Йәғни туризмды үҫтереү өсөн потенциал бар, тейешле көс һәм ғилем ҡулланып, Башҡортостандың данын арттырырға, реклама яһарға кәрәк.
Был йәһәттән күрше төбәк­тәр бик йылдам: һәр тәбиғи, тарихи ҡомартҡыһын мотлаҡ иғтибар үҙәгенә сығара, был юҫыҡта дәүләт, йәмәғәт эшмә­кәрҙәрен дә әүҙем йәлеп итә. Өлгө алып, уны камиллашыу өсөн ҡулланыу зарур. Туризмды үҫтереү, халыҡҡа үҙебеҙҙең ер-һыуҙарҙың да бынамын икәнен төшөндөрөү мәсьә­ләһендә киң мәғлүмәт саралары ла дәррәү эшләргә тейеш, минеңсә. Республикала туризм алға китһен өсөн һәр өлкәгә лә үҙ йөк­ләмәһен төплө баш­ҡарырға, ты­рышырға кәрәк. Юғиһә төрлө программа, концепциялар төҙөү мөмкин­лек­тәре бар, әммә яҡшы һөҙөмтә өсөн ға­лимдарҙың, туропе­ратор­ҙарҙың, һәр ағасты, йыл­ғаны белгән географтарҙың, экологтарҙың бергә, хәбәр­ләшеп эшләүе мөһим.
Үҙебеҙҙәге тәбиғәттең гү­зәллеге, байлығы хаҡындағы фекеремә өҫтәп, мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһен генә булһа ла алайыҡ: күпме тикше­ренеүҙәр үткәрелеп торһа ла, ҡомартҡының серҙәре сиселеп бөтөргә уйламай. Сит илдәрҙән килгән спелеологтар ундағы һүрәттәрҙе өйрәнеп, уларҙың “йәш”е күпкә олораҡ булыу ихтималлығын әйтте. Бының менән генә сикләнмәй әле беҙҙең олпат, һоҡланғыс тәби­ғәтле тарихыбыҙ. Башҡортостаныбыҙға килгәндә, иң яратҡан юлым – Ирәмәл тауына. Ҡатыным Татьяна менән республиканың һәр йылғаһы буйлап тиерлек һалда йөҙөп сыҡтыҡ.
Хәйер, донъяның төрлө тараф­та­рын­дағы туристарҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ, һоҡ­лан­ды­рырлыҡ объекттарыбыҙ бихисап, бары тик улар хаҡында кинәйәле мәғлүмәт булдырыу, таратыу – гәзит-журналдар, те­левидение, Интернет аша яҡтыртыу, киң рекламалау – кәрәк. “Үҙебеҙҙекен һай­ла” тигән саҡырыуға әйләнеп ҡай­тып, шуны еткерге килә: республикала етеш­терелгән та­уарҙы урындағы халыҡ тәү сиратта һатып алырға тейеш, сөнки килемде ситкә ебәрмәй, үҙебеҙҙә фай­ҙаланыу ышаныслы ла, отошло ла. Һөтөн дә, итен дә тигәндәй киң ҡулла­найыҡ, үҙебеҙҙекенә битараф булмайыҡ.
Туризмды күтәреү мәсьә­ләһенә килгәндә иһә, төплө концепция төҙөп, уйлап, самалап, һәр нәмәне ентекле тикшереп, яйлап булһа ла алға ынтылырға кәрәк. Аҙымдарҙан ҡурҡмайыҡ.
– Һеҙҙең “Боцман”, ­“Тай­га хикә­йә­лә­ре”, “Маха йәки һыуһар тормошо тари­хы” исемле повестары­ғыҙ­ҙа, “Скит­сылар”, “Алдан ал­тыны” тигән ро­ман­дары­ғыҙ­ҙа тәбиғәтте, йән­­лек­тәр­ҙе, ғөмүмән, те­рек­лекте дан­лау, һаҡ­лау, яҡ­лау, өй­рә­неү темаһы са­ғыл­ды­рыл­ған. Заманында һеҙ Ус­сури тайгаһында, Хабаровск кра­йының Лазов госпромхозында про­фес­сиональ һу­нарсы булараҡ кәсеп иткәнһегеҙ. Элек ҡырағай йәнлектәрҙе аулауға һәм, бөгөн килеп, уларҙы яҡлау өсөн кө­рә­шеүгә нимә сәбәпсе булды?
– Сығышым менән Туймазы районынан булһам да, бала сағым, йәшлегем Алыҫ Көн­сығышта – Хабаровск һәм Приморье крайҙарындағы төпкөл тайгаларҙа урынлашҡан хәрби ҡаласыҡтарҙа – үтте. Баш­ланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ сәйәхәт менән ҡыҙыҡһындым. Үҫә төшкәс, йәйге ял мәлендә апамдың геологик партияларында эшсе булдым. 1967 йылда Алыҫ Көнсығыш политехник институтына “Радиоаппаратура конструкцияһын эшләү һәм етештереү” специальносы буйынса уҡырға индем. Шул ваҡытта уҡ өҫтәмә аҡса эшләү маҡсатында портта йөк ташыным, кочегар, электрсы, “Вольный” кит аулау карабында матрос та булдым. Студент каникулдары етһә, дуҫым Юрий Сотников менән ҡатмар­лы­лығы өс, дүрт, биш категориялы походтарға йөрөнөк. Шулай бер мәл уйламағанда удэгей­ҙар торағында ике ай тирәһе ҡалып, уҡыу семестрына һуң­ларға тура килде. Һөҙөмтәлә институттан ҡыуылдым һәм Владивостокта ете ставкаға кочегар булып эшләнем.
1972 йылда Горькийға килдем, өйләндем, улым тыуҙы. Киләһе йыл ошо уҡ ҡалалағы политехник институтты тамамлап, радиоинженер дипломын алып, ғаиләм менән Өфөгә ҡайттыҡ. Артабан хеҙмәт юлымды “Башнефть” ойошма­һын­да дауам иттем. Әммә Уссури тайгаһын, сәйәхәттәрҙе һағыныу үҙенекен алды, ахырҙа мин эштән сығып, дүрт миҙгелгә Лазов госпромхозына киттем. Унда иһә миңә 100 мең гектарлыҡ билә­мәлә һу­нар­сылыҡ менән шөғөлләнеү бурысы йөкмәтелде. Аҙаҡ йәнә “Башнефть” компанияһына әйләнеп ҡайттым, һөнәрем буйынса, йәғни нефть сығарыу һәм скважиналар быраулау объекттарында радио­бәй­ләнеш булдырыуҙа көс түктем. Ошонда уҡ тотош Баш­ҡорт­останды, нефть сығарылған урындарҙың Когалым төркөмөн арҡырыға-буйға гиҙеү бәхете тейҙе. Һунарсы көндәлектәрен, сәйә­хәттәрҙән, геологик пар­тияларҙан алған тәьҫораттарҙы бергә туплап, удэгей халҡы һәм Алыҫ Көнсығыш тайга­һындағы ҡырағай йәнлектәр тормошо хаҡында яҙа башланым. Аҙаҡ инде 1988 йылда “Уральский следопыт” журналында “Йомарт Буге” исемле тәүге повесым донъя күрҙе. Тәбиғәткә, хайуандар донъя­һына, алыҫ илдәрҙә йәшәгән кешеләрҙең үҙенсәлекле тормошона бәйле ижадым ошо дәүерҙә башланды.
Һунарсылыҡты туҡтатыуым 1982 йылға тура килә. Ғөмүмән, тотош ғүмеремде был кәсепкә арнарға ниәтләмәгәйнем дә. Бөгөн иһә “спорт һунары” тип аталған мауығыуҙарҙы күреп, йәнем әрней. Бынамын тигән ир-егеттәр вездеходҡа йә башҡа транспортҡа ултырып, болан-маҙарҙы баҫтыра. Ике саҡрымдай ҡасып барған бахыр йәнлекте, хәлдән тай­ҙырып, атып алған булалар. Быны мин һис тә ысын һунар тип атамаҫ инем. Йәнлек-януарҙы үлтереүҙән кинәнес алыу – бер ҡалыпҡа ла һый­маған ҡырағайлыҡ ул. Борон, мәҫәлән, айыуға ҡаршы яңғыҙ­ҙары алышҡа сыҡҡандар. Был, әлбиттә, көс-ғәйрәт, үткерлек, етеҙлек, ныҡышмалылыҡ талап итә, һәм һунар тип аталырға хоҡуғы ла бар.
Саңғыла ауға сығыуҙың төп маҡсатын мин тайганы гиҙеүҙә күрәм, мәҫәлән. Заманында Уссури юлбарыҫы менән күҙгә-күҙ осрашырға, ҡырағай йәнлектәрҙең холҡон, булмышын тойорға, өйрәнергә тура килде. Бер мәл яҙғы һунарҙа күлдә матур ғына өйрәктең йөҙөп йөрөгәнен күрҙем. Ҡоштоң гүзәллеге, күркәмлеге хайран ҡалдырҙы. Күп тә үтмәй, эргәһенә икенсеһе килде – ике өйрәктең бер-береһенә ҡарата һоҡланғыс, мөғжизәле мөнәсәбәтен күреп, тәбиғи идиллияға шаһит булдым. Был йән эйәләрен атһаң, уларҙың бәпкәләре лә бул­маясаҡ, бар матурлыҡ – тереклек – юҡҡа сығасаҡ, йәшәү һүнәсәк тигән фекер телеп үтте күңелемде... Һунар ҡылы­уымды туҡ­татыуға ошо гүзәл күренеш сәбәпсе булды. Үҙемә һүҙ бирҙем, һәм бына 34 йыл йәнлек аулауҙан азатмын.
Алыҫ Көнсығышҡа дуҫтар, таныштар менән күрешергә тип бер барғайным, ундағы ҡарт­тарҙың кәмей барыуын, тайгала элекке эҙҙәрҙең юғалыуын тойоп, бер аҙ һағышланып та ҡайттым.
***

Республикалағы Ҡыра­ғай йән­лектәрҙе яҡлау фондын, Белорет районында ҡур­сау­лыҡ итеү маҡ­са­тын­да “Йөйәк” хужа­лығын, “Ур­ман рыцары” пре­мияһын бул­дырыу, уларға етәксе­лек итеү тәжрибәһе ошонан башланғандыр инде, күрә­һең...
“Китаптарҙың авторы материалды төплө белә, тай­ганың серле-мөғжизәле үҫем­лектәр һәм хайуандар донъя­һын нескә тоя, тәрәнлеген аңлай. Яҙыусы үҙ геройҙарын кешелек сифаттары менән биҙәмәй, уларҙың холоҡ-фи­ғелен беҙгә яҡын һәм аңла­йышлы булған тирә-яҡ мөхит менән тығыҙ бәйләнештә аса. Һеләүһендең балаһын һунарға өйрәтеүен, шәшке­ләрҙең күңелле уйынын йәки кескәй ҡошсоҡтоң оя ҡороуын тәүгә күреп һоҡланған ҡала кешеһенең тәьҫорат­та­ры ят уға. Шул уҡ ваҡытта китап­тар­ҙың авторы тайга фло­раһы батшалары — женьшень менән алтын­та­мырҙың сәскә атыуын сабырлыҡ менән күҙәтә. Ошо һирәк осрай торған үҫем­лектәрҙең ғүмерен йәшәү өсөн даими көрәш алып барған кеше ғүмере менән сағыш­тыра. Камил Фәрухша улы үҙенә генә хас алымдарҙы, һиҙгерлеген һәм итәғәт­лелеген фай­ҙаланып, тә­биғәт менән бәйләнешкә инә, холҡон, той­ғо­ларын ҡырағай йәнлектәргә үҙе теләп, еңел буйһондора”, – тип яҙа Рәсәй яҙыу­сыла­ры­ның Юғары ижади советы ағ­заһы, СССР-ҙың һәм Рә­сәйҙең дәүләт әҙәби премиялары лауреаты Йәмил Мос­тафин.
Ысынлап та, тәүҙә рес­пуб­ликаның, күп тә үтмәй Рәсәй­ҙең Яҙыусылар союзына ҡабул ителгән, 2004 йылда “Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, артабан иһә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мияһына һәм башҡа бик күп наградаларға лайыҡ булған сәйәхәтсе, эшҡыуар, яҙыусы Камил Фәрухша улының әҫәр­ҙәре – бай, мауыҡтырғыс, мәғ­лүмәтле, һоҡланғыс ижад. Күптән түгел “Алдан алтыны” роман-дилогияһы өсөн Рә­сәй­ҙең Ҙур әҙәби премияһы менән бүләкләнеүе лә Камил Йыһан­шиндың үҙенсәлекле һәләтен, илһөйәрлеген, Ватанына эс­керһеҙ һөйөүен иҫбат­лай.
Тимәк, ғәзиз Башҡорт­ос­таныбыҙҙың киләсәге ғәмәлдә урман-ҡырҙарын, тау-ҡаяла­рын, ҡаҙылма һәм ер-һыу байлыҡтарын һаҡлауға, өйрә­неүгә, туризмды үҫтереүгә, республика данын донъя кимә­лендә танытыуға бәйле. Ул кү­мәгебеҙҙең һәм һәр бере­беҙ­ҙең тырыш хеҙмәтенән, ихлас мөнәсәбәтенән, ҡыйыу аҙым­дарынан тора. Булғанды күреп, ҡәҙерен белеп, ихтирам, иғтибар менән эш итеү зарур.

Гөлсәсәк МОСТАЕВА әңгәмәләште.


Вернуться назад