Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡайт, Саня!Ҡалала грипп айҡанлы карантин иғлан ителһә лә, “Өфө-Арена” халыҡ менән шығырым тулы. Бәләкәй балалар, үҫмерҙәр ҙә күп. Барыһы ла Александр Радуловты күрергә килгәйне.

Күрҙеләр, тик боҙҙа уйнағанын тү­гел, ә трибунала ултырғанын. Ғөмүмән, был көндә аренала билдәле кеше­ләр байтаҡ ине. Данлыҡлы хоккейсы Ирек Ғимаев, күренекле биатлонсы Максим Чудов... Ә юлаев­сылар­ҙың лидеры Линус Умарктың тыуған көнө. Ҡыҫ­ҡаһы, ҡайҙа баҡма – байрам!
Көйәрмәндәрҙе ҡыуанды­рып, өфөләр шунда уҡ шайбаны эләктереп алып һөжүм башланы. Бына капитаныбыҙ Игорь Григоренко ҡунаҡтар­ҙың ҡапҡа­сыһын ныҡлыҡҡа һынап ҡара­ны. Уның артынса Александр Логинов, Максим Майоров, Сами Леписте ла мәргәнлеген күрһәтә алманы. Голдар күр­мәгәс тә, күңелһеҙ булманы. Тәүге осор аҙа­ғында Денис Хлыстов йоҙроҡ ярҙамында Игорь Ожигановҡа “ҡунаҡ булһаң – тыйнаҡ бул” әйтемен төшөн­дөрөп маташты.
Икенсе осорҙа ла шайба ҡапҡаға “инергә теләмәне”. Александр Нестеров, Сергей Соин уңайлы мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырҙы. Әһә, күп­селектәбеҙ. Бынан алда­ғы­һында фәтүә булмағайны, әле лә йүнле-рәтле һөжүм итә алмайҙар түгелме? Ана, ҡапҡа алдында эткеләшеү-төрт­көләшеү китте. Го-о-о-ол! 1:0! Афарин, Денис Хлыстов! Аренаның буйынан-буйына һуҙыл­ған экранда Радуловҡа төбәлгән “Саня, ҡайт өйгә!” тигән яҙыу йүгер­ҙе...
Һуңғы хәл иткес егерме минут. Уңышты ны­ғы­тырға кәрәк. Их, Линус Умарктың Сергей Со­инға адреслан­ған кән­фит-пасы бушҡа булды. Максимдар ҙа – Гончаров ме­нән Майоров – хаталанды. Өҫтәүенә Денис Бодров йә­рәхәт алып ҡуйҙы. Ваҡ­ла­ныр­ға ярат­маған Умарктың да түҙем­леге шартлап һынды шикелле – Никита Пивцакин менән һуғышып алды.
Йә, ЦСКА бер шайба ин­де­рәме-юҡмы? Әллә лидер­ҙарһыҙ быға хәлдәренән кил­мәйме? Юҡ, “Салауат Юлаев” ныҡ тор­ҙо. Ҡунаҡтар еңелде, ә трибунала ҡыҙыу Радулов асыуын ҡайҙа ҡуйырға бел­мә­не... Ысынлап та, ҡайт, Саня!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 779

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 398

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 239

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 267

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 428

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073