Ҡалала грипп айҡанлы карантин иғлан ителһә лә, “Өфө-Арена” халыҡ менән шығырым тулы. Бәләкәй балалар, үҫмерҙәр ҙә күп. Барыһы ла Александр Радуловты күрергә килгәйне.Күрҙеләр, тик боҙҙа уйнағанын түгел, ә трибунала ултырғанын. Ғөмүмән, был көндә аренала билдәле кешеләр байтаҡ ине. Данлыҡлы хоккейсы Ирек Ғимаев, күренекле биатлонсы Максим Чудов... Ә юлаевсыларҙың лидеры Линус Умарктың тыуған көнө. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа баҡма – байрам!
Көйәрмәндәрҙе ҡыуандырып, өфөләр шунда уҡ шайбаны эләктереп алып һөжүм башланы. Бына капитаныбыҙ Игорь Григоренко ҡунаҡтарҙың ҡапҡасыһын ныҡлыҡҡа һынап ҡараны. Уның артынса Александр Логинов, Максим Майоров, Сами Леписте ла мәргәнлеген күрһәтә алманы. Голдар күрмәгәс тә, күңелһеҙ булманы. Тәүге осор аҙағында Денис Хлыстов йоҙроҡ ярҙамында Игорь Ожигановҡа “ҡунаҡ булһаң – тыйнаҡ бул” әйтемен төшөндөрөп маташты.
Икенсе осорҙа ла шайба ҡапҡаға “инергә теләмәне”. Александр Нестеров, Сергей Соин уңайлы мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырҙы. Әһә, күпселектәбеҙ. Бынан алдағыһында фәтүә булмағайны, әле лә йүнле-рәтле һөжүм итә алмайҙар түгелме? Ана, ҡапҡа алдында эткеләшеү-төрткөләшеү китте. Го-о-о-ол! 1:0! Афарин, Денис Хлыстов! Аренаның буйынан-буйына һуҙылған экранда Радуловҡа төбәлгән “Саня, ҡайт өйгә!” тигән яҙыу йүгерҙе...
Һуңғы хәл иткес егерме минут. Уңышты нығытырға кәрәк. Их, Линус Умарктың Сергей Соинға адресланған кәнфит-пасы бушҡа булды. Максимдар ҙа – Гончаров менән Майоров – хаталанды. Өҫтәүенә Денис Бодров йәрәхәт алып ҡуйҙы. Ваҡланырға яратмаған Умарктың да түҙемлеге шартлап һынды шикелле – Никита Пивцакин менән һуғышып алды.
Йә, ЦСКА бер шайба индерәме-юҡмы? Әллә лидерҙарһыҙ быға хәлдәренән килмәйме? Юҡ, “Салауат Юлаев” ныҡ торҙо. Ҡунаҡтар еңелде, ә трибунала ҡыҙыу Радулов асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәне... Ысынлап та, ҡайт, Саня!