Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Профессор әмәлен табыр
Профессор  әмәлен табыр “Салауат Юлаев” плей-офҡа ныҡлы әҙерләнә. Эйе-эйе, көлмәгеҙ. Хатта уларҙың һуңғы аралағы еңелеүҙәрендә лә бер хикмәт бар төҫлө.

“Трактор”ҙан отолоу осраҡлы күренеш, тип уйлап өлгөрмәнек, командабыҙҙы артынса “Сочи” – 3:0, “Югра” 5:3 иҫәптәренә ҡый­ратып ҡуйҙы. Әлбиттә, көйәр­мән­дең был хәлгә йәне көйә. Ул гел генә еңеү көҫәй. Әммә плей-офҡа тиклем ете генә уйын ҡалды, шуға ла көндәлек уңышҡа ғына ынтылмай, киләсәкте лә хәстәрләргә кәрәк. Йәғни миҙгел ахырында хоккейсыларыбыҙ мөмкин тиклем һау-сәләмәт, йәрәхәтһеҙ булырға тейеш. Ә плей-офф матчтары хәлдән тайҙырғыс, улар күп көс, аҡыл талап итә.
Ләкин яҡташтарыбыҙҙың уйынында шикләндергән нескәлектәр ҙә бар. Беренсенән, уларҙың уңышы легионерҙарҙың нисек тир түгеүенән тора. 6 – 16 февралдә Еврохоккейтур матчтары уҙа. Юлаевсылар сафындағы шведтар, финдар, ғәҙәттә, үҙ илдә­ренең йыйылма командаһына саҡырыла торған. Ниндәй хәлдә ҡайтып төшөр улар унан? Йәрәхәт алып ҡуймаҫтармы? Икенсенән, өфөләр беренсе звеноның көсөнә ныҡ таяна. Линус Умарк – Андреас Энгквист – Игорь Григоренко өс тағанының дәрте һүнһә, команда менән ни булырын уйлауы ла ҡурҡыныс! Өсөнсөнән, төп ҡапҡасыбыҙ Никлас Сведберг ифрат хәүефле ҡылыҡҡа эйә – ҡапҡанан йыш алыҫҡа сыға. Ә ситтә уға теләһә кем һөжүм итә ала. Һөҙөмтәлә кире урынына ҡайтып өлгөрмәй бәләгә ҡалыуы ихтимал.
Плей-офта ошо етешһеҙлектәр уңышҡа аяҡ салырға мөмкин. Ваҡыт бар әле, яҡшыға юрайыҡ. Баш тренерыбыҙ Игорь Захаркин бушҡа профессор дәрәжәһен йөрөтмәй бит.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 778

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 397

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 239

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 267

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 428

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073