“Салауат Юлаев” плей-офҡа ныҡлы әҙерләнә. Эйе-эйе, көлмәгеҙ. Хатта уларҙың һуңғы аралағы еңелеүҙәрендә лә бер хикмәт бар төҫлө.“Трактор”ҙан отолоу осраҡлы күренеш, тип уйлап өлгөрмәнек, командабыҙҙы артынса “Сочи” – 3:0, “Югра” 5:3 иҫәптәренә ҡыйратып ҡуйҙы. Әлбиттә, көйәрмәндең был хәлгә йәне көйә. Ул гел генә еңеү көҫәй. Әммә плей-офҡа тиклем ете генә уйын ҡалды, шуға ла көндәлек уңышҡа ғына ынтылмай, киләсәкте лә хәстәрләргә кәрәк. Йәғни миҙгел ахырында хоккейсыларыбыҙ мөмкин тиклем һау-сәләмәт, йәрәхәтһеҙ булырға тейеш. Ә плей-офф матчтары хәлдән тайҙырғыс, улар күп көс, аҡыл талап итә.
Ләкин яҡташтарыбыҙҙың уйынында шикләндергән нескәлектәр ҙә бар. Беренсенән, уларҙың уңышы легионерҙарҙың нисек тир түгеүенән тора. 6 – 16 февралдә Еврохоккейтур матчтары уҙа. Юлаевсылар сафындағы шведтар, финдар, ғәҙәттә, үҙ илдәренең йыйылма командаһына саҡырыла торған. Ниндәй хәлдә ҡайтып төшөр улар унан? Йәрәхәт алып ҡуймаҫтармы? Икенсенән, өфөләр беренсе звеноның көсөнә ныҡ таяна. Линус Умарк – Андреас Энгквист – Игорь Григоренко өс тағанының дәрте һүнһә, команда менән ни булырын уйлауы ла ҡурҡыныс! Өсөнсөнән, төп ҡапҡасыбыҙ Никлас Сведберг ифрат хәүефле ҡылыҡҡа эйә – ҡапҡанан йыш алыҫҡа сыға. Ә ситтә уға теләһә кем һөжүм итә ала. Һөҙөмтәлә кире урынына ҡайтып өлгөрмәй бәләгә ҡалыуы ихтимал.
Плей-офта ошо етешһеҙлектәр уңышҡа аяҡ салырға мөмкин. Ваҡыт бар әле, яҡшыға юрайыҡ. Баш тренерыбыҙ Игорь Захаркин бушҡа профессор дәрәжәһен йөрөтмәй бит.