Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юғалтҡан мәрәйҙәр шаңдауы
Юғалтҡан мәрәйҙәр шаңдауы Кемгә – байрам, кемгә – эш. Республика халҡы ун көн ял иткән арала юлаевсылар ситтә дүрт матч уҙғарып өлгөрҙө. Был сәфәрҙән ун ике мөмкинлектән һигеҙ мәрәй алып ҡайттылар.

Тәүҙә ер аяғы, ер башындағы Владивостокка төштө юлдары. Унда бөтөнләй башҡа ваҡыт арауығы, организмға тәьҫире нисек булыр? Отолорҙармы? Юҡ, урындағы “Адмирал” командаһын 4:2 иҫәбенә еңел генә еңделәр.
Артабан Хабаровскиға йүнәлделәр. “Амур” менән гел ауыр уйнайҙар. Был юлы ла көс һынашыу көсөргәнешле барҙы. Беҙҙең Николай Прохоркиндың көнө булды, ахыры. Ул өс гол индерҙе. Ләкин ҡыуаныс күңелһеҙлеккә алмашынды – овертаймда еңелеп ҡуйҙыҡ (4:5).
Хәҙер сиратта – Новосибирскиҙың “Себер”е. Былтырҙан бирле Көнсығыш конференцияның иң көслө командаларының береһе ул. Әгәр алдынғылыҡҡа өмөт итһәк, уны мотлаҡ ҡыйратырға кәрәк. Беренсе осор юлаевсылар хужаларға тын да алырға ирек бирмәһә, икенсеһендә улар йоҡонан уянғандай булды. Өсөнсө осорҙа иһә ике яҡ та бирешергә теләмәне. Һөҙөмтәлә иҫәп 4:4 булды! Тимәк, овертайм! Әллә эш буллит һуғыуға барып етерме?.. Дөрөҫ һиҙгәнбеҙ, осрашыу ахырын ҡапҡасылар менән һөжүм итеүселәр алышы хәл итте. Их... Һыналған оҫталарыбыҙ һынатты был юлы. Дмитрий Макаров – бер, Линус Умарк ике тапҡыр гол индереү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырҙы. Ҡапҡасы Никлас Сведберг та арыны шикелле. Тағы отолдоҡ (4:5).
Сәфәрҙең һуңғы туҡталышы – Новокузнецк ҡалаһы. “Металлург”ка ҡаршы уйынға икенсе ҡапҡасыбыҙ – Владимир Сохатский сыҡты. Уңышлы булды уның өсөн был матч. 5:1 иҫәбенә еңеү яуланыҡ. Әммә бынан алда юғалтҡан дүрт мәрәй бөгөн “Салауат Юлаев”ҡа конференция лидеры булырға ҡамасауланы.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 782

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 402

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 240

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073