Кемгә – байрам, кемгә – эш. Республика халҡы ун көн ял иткән арала юлаевсылар ситтә дүрт матч уҙғарып өлгөрҙө. Был сәфәрҙән ун ике мөмкинлектән һигеҙ мәрәй алып ҡайттылар.Тәүҙә ер аяғы, ер башындағы Владивостокка төштө юлдары. Унда бөтөнләй башҡа ваҡыт арауығы, организмға тәьҫире нисек булыр? Отолорҙармы? Юҡ, урындағы “Адмирал” командаһын 4:2 иҫәбенә еңел генә еңделәр.
Артабан Хабаровскиға йүнәлделәр. “Амур” менән гел ауыр уйнайҙар. Был юлы ла көс һынашыу көсөргәнешле барҙы. Беҙҙең Николай Прохоркиндың көнө булды, ахыры. Ул өс гол индерҙе. Ләкин ҡыуаныс күңелһеҙлеккә алмашынды – овертаймда еңелеп ҡуйҙыҡ (4:5).
Хәҙер сиратта – Новосибирскиҙың “Себер”е. Былтырҙан бирле Көнсығыш конференцияның иң көслө командаларының береһе ул. Әгәр алдынғылыҡҡа өмөт итһәк, уны мотлаҡ ҡыйратырға кәрәк. Беренсе осор юлаевсылар хужаларға тын да алырға ирек бирмәһә, икенсеһендә улар йоҡонан уянғандай булды. Өсөнсө осорҙа иһә ике яҡ та бирешергә теләмәне. Һөҙөмтәлә иҫәп 4:4 булды! Тимәк, овертайм! Әллә эш буллит һуғыуға барып етерме?.. Дөрөҫ һиҙгәнбеҙ, осрашыу ахырын ҡапҡасылар менән һөжүм итеүселәр алышы хәл итте. Их... Һыналған оҫталарыбыҙ һынатты был юлы. Дмитрий Макаров – бер, Линус Умарк ике тапҡыр гол индереү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырҙы. Ҡапҡасы Никлас Сведберг та арыны шикелле. Тағы отолдоҡ (4:5).
Сәфәрҙең һуңғы туҡталышы – Новокузнецк ҡалаһы. “Металлург”ка ҡаршы уйынға икенсе ҡапҡасыбыҙ – Владимир Сохатский сыҡты. Уңышлы булды уның өсөн был матч. 5:1 иҫәбенә еңеү яуланыҡ. Әммә бынан алда юғалтҡан дүрт мәрәй бөгөн “Салауат Юлаев”ҡа конференция лидеры булырға ҡамасауланы.