Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡоростай торҙо “Торос”!
Ҡоростай торҙо “Торос”! Көндөң һалҡынса тороуы, ара-тирә ямғыр һибәләүе, хатта ҡар яуып китеүе көйәрмәндәр күңелен төшөрмәне. Иртә таңдан сират тороп билетлы булғандар Боҙ һарайына ашыҡһа, бындай бәхет тәтемәгәндәр, бар мәшәҡәттәрен онотоп, “зәңгәр экран” ҡаршыһына йыйылды. “Еңергә!” – һәр кемдә теләк шул ғына. Һәм ул тормошҡа ашты: “Торос” – чемпион!
Нефтекама командаһы Юғары хоккей лигаһының юғары бүләген – Братина кубогын – һуңғы дүрт йыл арауығында өсөнсө тапҡыр яуланы. Был уңыш, әлбиттә, еңел бирелмәне. Миҙгел барышы ла төрлө уй тыуҙырғайны. Команда 12-се урынға төшкәс, баш тренер алмашынды. Плей-оффты ла һигеҙенсе урындан башланыҡ. Финалдың бишенсе осрашыуындағы еңелеү ҙә шик-шөбһәне арттырҙы. Хәҙер иһә быларҙың барыһы ла артта ҡалды – “Торос” хоккейсылары үҙ боҙонда Братина кубогын күккә сөйҙө.
...Әлеге матчта “Ижсталь” хоккейсылары уйынды әүҙемерәк башлап ебәр­ҙе. Беҙҙең ҡапҡасы Евгений Лобанов, бар оҫталығын һалып, ҡунаҡтар атҡан шайбаларҙың юлын быуҙы. Тора-бара “Торос” хоккейсылары ҡыҙа төштө һәм өҫтөнлөктө үҙ ҡулына алды. Уларҙың бер-бер артлы ойошторған һөжүмдәре уңыш килтерҙе. 13-сө минутта Василий Мордвинов биргән шайбаны Андрей Коробейников ҡапҡаға индерҙе. Икенсе осор башында Самсон Махбод менән Дмитрий Черных иҫәпте арт­тырыуға өлгәште. Бынан һуң да Нефтекама уйынсыларының уңышлы һөжүм­дәре күп булды, әммә “Ижсталь” ҡапҡасыһы Сергей Костенко үҙ билә­мәһен ныҡ һаҡланы. Шайбаның бер нисә тапҡыр ҡапҡа бағаналарына бә­ре­леп ситкә осоуы айырыуса үкенес­ле булды. Һуңғы минуттарҙа аҙ­сы­лыҡ­та уйнаһа ла, “Торос” биреш­мә­не, ә ҡунаҡтарҙы уңыш урап үтте. Бында, әлбиттә, плей-офф уйындары һөҙөмтәһендә иң ышаныслы ҡапҡа һаҡ­сыһы булып танылған Евгений Лобанов­тың хеҙмәте ҙур булды.
Юғары хоккей лигаһының идарасы директоры Герман Скоропупов “Торос” капитаны Павел Доронинға Братина кубогын тапшырғансы уҡ Боҙ аре­наһында башланған байрам шатлығы урамға урғылып сыҡты һәм бар ҡалаға таралды...

А. ҮҘӘНБАЕВ.

Нефтекама ҡалаһы.

Константин ПОЛОЗОВ, “Торос”тың баш тренеры:
– Еңеү – барыбыҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ. Әлбиттә, ул еңел би­релмәне. Братина кубогының беҙҙеке икәненә матч тамамланыуға ике секунд ҡалғас ҡына тулыһынса ышандым. Финалдағы бар уйындар ҙа ауыр булды, әммә ҡыйынлыҡтарҙы бер-бер артлы еңеп сыҡтыҡ. Маҡсатҡа ирештек: “Торос” – чемпион! Уйынсыларҙы ихлас ҡотлайым. Көйәрмәндәргә лә ҙур рәхмәт. Беҙҙең уңышта уларҙың да өлөшө бар.
Еңеүебеҙҙе фажиғәле һәләк булған билдәле хоккейсы һәм тренер Сергей Михалев иҫтәлегенә бағышлайбыҙ.

Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 738

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 360

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 272

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 278

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 256

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 417

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 219

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 088

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064