Көндөң һалҡынса тороуы, ара-тирә ямғыр һибәләүе, хатта ҡар яуып китеүе көйәрмәндәр күңелен төшөрмәне. Иртә таңдан сират тороп билетлы булғандар Боҙ һарайына ашыҡһа, бындай бәхет тәтемәгәндәр, бар мәшәҡәттәрен онотоп, “зәңгәр экран” ҡаршыһына йыйылды. “Еңергә!” – һәр кемдә теләк шул ғына. Һәм ул тормошҡа ашты: “Торос” – чемпион!Нефтекама командаһы Юғары хоккей лигаһының юғары бүләген – Братина кубогын – һуңғы дүрт йыл арауығында өсөнсө тапҡыр яуланы. Был уңыш, әлбиттә, еңел бирелмәне. Миҙгел барышы ла төрлө уй тыуҙырғайны. Команда 12-се урынға төшкәс, баш тренер алмашынды. Плей-оффты ла һигеҙенсе урындан башланыҡ. Финалдың бишенсе осрашыуындағы еңелеү ҙә шик-шөбһәне арттырҙы. Хәҙер иһә быларҙың барыһы ла артта ҡалды – “Торос” хоккейсылары үҙ боҙонда Братина кубогын күккә сөйҙө.
...Әлеге матчта “Ижсталь” хоккейсылары уйынды әүҙемерәк башлап ебәрҙе. Беҙҙең ҡапҡасы Евгений Лобанов, бар оҫталығын һалып, ҡунаҡтар атҡан шайбаларҙың юлын быуҙы. Тора-бара “Торос” хоккейсылары ҡыҙа төштө һәм өҫтөнлөктө үҙ ҡулына алды. Уларҙың бер-бер артлы ойошторған һөжүмдәре уңыш килтерҙе. 13-сө минутта Василий Мордвинов биргән шайбаны Андрей Коробейников ҡапҡаға индерҙе. Икенсе осор башында Самсон Махбод менән Дмитрий Черных иҫәпте арттырыуға өлгәште. Бынан һуң да Нефтекама уйынсыларының уңышлы һөжүмдәре күп булды, әммә “Ижсталь” ҡапҡасыһы Сергей Костенко үҙ биләмәһен ныҡ һаҡланы. Шайбаның бер нисә тапҡыр ҡапҡа бағаналарына бәрелеп ситкә осоуы айырыуса үкенесле булды. Һуңғы минуттарҙа аҙсылыҡта уйнаһа ла, “Торос” бирешмәне, ә ҡунаҡтарҙы уңыш урап үтте. Бында, әлбиттә, плей-офф уйындары һөҙөмтәһендә иң ышаныслы ҡапҡа һаҡсыһы булып танылған Евгений Лобановтың хеҙмәте ҙур булды.
Юғары хоккей лигаһының идарасы директоры Герман Скоропупов “Торос” капитаны Павел Доронинға Братина кубогын тапшырғансы уҡ Боҙ аренаһында башланған байрам шатлығы урамға урғылып сыҡты һәм бар ҡалаға таралды...
Нефтекама командаһы Юғары хоккей лигаһының юғары бүләген – Братина кубогын – һуңғы дүрт йыл арауығында өсөнсө тапҡыр яуланы. Был уңыш, әлбиттә, еңел бирелмәне. Миҙгел барышы ла төрлө уй тыуҙырғайны. Команда 12-се урынға төшкәс, баш тренер алмашынды. Плей-оффты ла һигеҙенсе урындан башланыҡ. Финалдың бишенсе осрашыуындағы еңелеү ҙә шик-шөбһәне арттырҙы. Хәҙер иһә быларҙың барыһы ла артта ҡалды – “Торос” хоккейсылары үҙ боҙонда Братина кубогын күккә сөйҙө.
...Әлеге матчта “Ижсталь” хоккейсылары уйынды әүҙемерәк башлап ебәрҙе. Беҙҙең ҡапҡасы Евгений Лобанов, бар оҫталығын һалып, ҡунаҡтар атҡан шайбаларҙың юлын быуҙы. Тора-бара “Торос” хоккейсылары ҡыҙа төштө һәм өҫтөнлөктө үҙ ҡулына алды. Уларҙың бер-бер артлы ойошторған һөжүмдәре уңыш килтерҙе. 13-сө минутта Василий Мордвинов биргән шайбаны Андрей Коробейников ҡапҡаға индерҙе. Икенсе осор башында Самсон Махбод менән Дмитрий Черных иҫәпте арттырыуға өлгәште. Бынан һуң да Нефтекама уйынсыларының уңышлы һөжүмдәре күп булды, әммә “Ижсталь” ҡапҡасыһы Сергей Костенко үҙ биләмәһен ныҡ һаҡланы. Шайбаның бер нисә тапҡыр ҡапҡа бағаналарына бәрелеп ситкә осоуы айырыуса үкенесле булды. Һуңғы минуттарҙа аҙсылыҡта уйнаһа ла, “Торос” бирешмәне, ә ҡунаҡтарҙы уңыш урап үтте. Бында, әлбиттә, плей-офф уйындары һөҙөмтәһендә иң ышаныслы ҡапҡа һаҡсыһы булып танылған Евгений Лобановтың хеҙмәте ҙур булды.
Юғары хоккей лигаһының идарасы директоры Герман Скоропупов “Торос” капитаны Павел Доронинға Братина кубогын тапшырғансы уҡ Боҙ аренаһында башланған байрам шатлығы урамға урғылып сыҡты һәм бар ҡалаға таралды...
А. ҮҘӘНБАЕВ.
Нефтекама ҡалаһы.
Константин ПОЛОЗОВ, “Торос”тың баш тренеры:– Еңеү – барыбыҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ. Әлбиттә, ул еңел бирелмәне. Братина кубогының беҙҙеке икәненә матч тамамланыуға ике секунд ҡалғас ҡына тулыһынса ышандым. Финалдағы бар уйындар ҙа ауыр булды, әммә ҡыйынлыҡтарҙы бер-бер артлы еңеп сыҡтыҡ. Маҡсатҡа ирештек: “Торос” – чемпион! Уйынсыларҙы ихлас ҡотлайым. Көйәрмәндәргә лә ҙур рәхмәт. Беҙҙең уңышта уларҙың да өлөшө бар.
Еңеүебеҙҙе фажиғәле һәләк булған билдәле хоккейсы һәм тренер Сергей Михалев иҫтәлегенә бағышлайбыҙ.