Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Көрәш өсөн көрәшеп арыным…”
“Көрәш өсөн көрәшеп арыным…” ...1964 йыл. Донъя кимәлендә танылған көрәшселәр Луганск өлкәһенә йыйыла. Араларында төркмән бәһлеүәне Домбаев та була. Хисмәтуллиндан башҡа был батырҙың билен алырға йөрьәт иткән ир-азамат табылмай.
Ирекле көрәш, самбо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, өс тапҡыр ил чемпионы булған Нурулла ХИСМӘТУЛЛИН менән әңгәмәгә юлланғанда, тап ошо хәл иҫкә төштө.



– Нурулла Кәлимулла улы, 75 йәшегеҙҙе ниндәй кәйефтә ҡаршыланығыҙ?
– Спорттан бөтөнләй китергә ҡарар иттем – яңылығым шул, кәйефем дә ошоға бәйле. Юби­лейыма арнап, Республика турниры үткә­релде. Сараны ойоштороусыларға, ҡатнашыу­сыларға ҙур рәхмәт.
– Спорттан китһәгеҙ ҙә, ҡул ҡаушырып ултырмайһығыҙ, күреүемсә.
– Был тормоштан ваз кисеү тигәнде аң­латмай, алда йәш быуынды тәрбиәләү, уларға ярҙам итеү бурысы тора. Йәмғиәткә кәрәкле булып йәшәү ҙә – минең өсөн ҙур бәхет.
– Тимәк, әле тормош уртаһында ҡайнап йәшәгән мәлегеҙ. Спортҡа, ғөмүмән, нисә йыл ғүмерегеҙҙе бағышланығыҙ?
– Бала саҡтан шөғөлләндем, 1969 йылдан тренер булып эшләйем. Егән буйына һабан­туйҙың көрәш майҙанын ҡарар өсөн өйҙән ҡасып киткәнем дә хәтерҙә. Алышты ҡарау, һуңынан бил һынашыу өсөн әллә нимәләргә риза инем.
– Бөгөн һеҙҙе тыуып үҫкән ауылығыҙ Йәнырыҫ халҡы (Ишембай районы) таныймы?
– Йәнырыҫтар белә, хөрмәт итә, тик ауылда йәш көрәшселәр үҫтерелмәүе генә күңелде өйкәй. Өр-яңы күнекмә келәме бар, тренер табыу мөмкинлеге лә юҡ түгел, тик урында теләктәшлек тойолмай. Хәйер, бындай күре­неш бер беҙҙең ауылға ғына хас түгел, ғөмүмән, ауылдар – үҙ шәхесен, шәхестәр үҙ ауылын күтәрһен ине.
– Тимәк, һеҙҙеңсә, милли көрәшкә иғти­бар аҙ, хатта юҡ кимәлдә?
– Тап шулай. Быға ауыл ерендә генә түгел, ҡала мөхитендә лә миҫалдар байтаҡ. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта башҡорт факультеты һәм бүлектәре булған уҡыу йорттары бар. Ә шул белем усаҡтарында көрәш секцияһы эшләйме? Ауыл егеттәре башлыса шул бүлек-факультеттарҙа уҡый бит. Ҡурайҙан, бал ҡортонан тыш көрәш тә халҡыбыҙҙың бренды тип аталырға хоҡуҡлы.
– Тик түрәләр: “Көрәшкә түгел, башҡа социаль күренештәргә аҡса юҡ”, – ти бит әле бөгөн…
– Теләк булһа, аҡсаһын да, тренерын да, келәм-базаһын да табырға мөмкин. Стәрлета­маҡ физик культура техникумы директоры Миҙхәт Мусаҡаев аҡсаны үҙе һуғып ултырамы ни? Әллә Ишембай нефть колледжы етәксеһе Хәмит Баймырҙинға килтереп бирәләрме уны? Ә Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемен­дәге 3-сө башҡорт гимназияһы директоры Айгөл Шаһисолтанова эште нисек ойошторған! Һәммәһе лә маҡтауға лайыҡ. Башҡаларға килгәндә, рух юҡ, шуға теләк тә самалы.
Йыш ҡына Ҡазанда көрәш ярыштарында булырға тура килә. Уларҙың юғары кимәлдә ойошторолоуы һоҡландыра, шул уҡ ваҡытта яҡташтар өсөн уңайһыҙ булып китә. Әйте­үемсә, көрәш, тәү сиратта, башҡорт бренды! Ун ауырлыҡ категорияһы буйынса ил кимә­лендә бер чемпионыбыҙ ҙа булмауы иҫ китерлек бит.
– Ысынлап та, һуңғы арала көрәш май­ҙанында күпселек Кавказ егеттәре еңеп сыға. Яңылышмаһам, Чечняла, мәҫәлән, малай үҫтергән һәр йортта келәм бар. Нурулла Кәлимулла улы, шулай ҙа ҡасандыр башҡорт баты­рының көрәш буйынса донъя чемпионы исемен яуларына өмөт бармы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, ауылдарҙа ба­һадир егеттәр байтаҡ. Тыумыштан кө­рәшсе, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Дөрөҫ юлда, мәктәп, ҡала кимәлендә тейешле иғтибар биреп эшләгәндә, бынамын тигән батырҙар тәрбиәләп булыр ине.
Икенсенән, спортсыларға ғына түгел, тре­нерҙарға ла иғтибар аҙ бүленә. Эштең талабы ла, сифаты ла аҡһамаҫҡа тейеш. Булған һәм буласаҡ чемпион-спортсыларҙың да, аҡса аҙ килеү сәбәпле, башҡа өлкәләргә “тайыуы” сер түгел. Мин дә, бәлки, ең һыҙғанып, тағы ла бер нисә йыл эшләр инем, әммә көрәш өсөн көрә­шеп арыным. Юҡ, бында шәхси мал йыйыу хаҡында һүҙ бармай, фатирым да маҡтаныр­лыҡ түгел. Ғаиләһен тейешенсә тәьмин итә алыуға өлгәшмәгән ҡайһы спорт­сының үҙ мәк­тәбен, ауыл-ҡалаһын, төбәген, илен күтәргеһе килһен – бына ҡайҙа төп мәсьәлә…
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Олимпиа­да­ла­ғы еңеүҙәргә ҡарамаҫтан, бөгөн көрәшкә генә түгел, ғөмүмән, спортҡа иғтибар самалы. Иҫке, ҡарауһыҙ ҡалған спорт майҙандары, ҡыҫ­ҡартыуға эләккән тренерҙар – быға ишара. Ҡасанға тиклем дауам итер был үкенесле күренеш? Милләт юҡҡа сыҡҡансымы?!

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199