...1964 йыл. Донъя кимәлендә танылған көрәшселәр Луганск өлкәһенә йыйыла. Араларында төркмән бәһлеүәне Домбаев та була. Хисмәтуллиндан башҡа был батырҙың билен алырға йөрьәт иткән ир-азамат табылмай.
Ирекле көрәш, самбо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, өс тапҡыр ил чемпионы булған Нурулла ХИСМӘТУЛЛИН менән әңгәмәгә юлланғанда, тап ошо хәл иҫкә төштө.– Нурулла Кәлимулла улы, 75 йәшегеҙҙе ниндәй кәйефтә ҡаршыланығыҙ?
– Спорттан бөтөнләй китергә ҡарар иттем – яңылығым шул, кәйефем дә ошоға бәйле. Юбилейыма арнап, Республика турниры үткәрелде. Сараны ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт.
– Спорттан китһәгеҙ ҙә, ҡул ҡаушырып ултырмайһығыҙ, күреүемсә.
– Был тормоштан ваз кисеү тигәнде аңлатмай, алда йәш быуынды тәрбиәләү, уларға ярҙам итеү бурысы тора. Йәмғиәткә кәрәкле булып йәшәү ҙә – минең өсөн ҙур бәхет.
– Тимәк, әле тормош уртаһында ҡайнап йәшәгән мәлегеҙ. Спортҡа, ғөмүмән, нисә йыл ғүмерегеҙҙе бағышланығыҙ?
– Бала саҡтан шөғөлләндем, 1969 йылдан тренер булып эшләйем. Егән буйына һабантуйҙың көрәш майҙанын ҡарар өсөн өйҙән ҡасып киткәнем дә хәтерҙә. Алышты ҡарау, һуңынан бил һынашыу өсөн әллә нимәләргә риза инем.
– Бөгөн һеҙҙе тыуып үҫкән ауылығыҙ Йәнырыҫ халҡы (Ишембай районы) таныймы?
– Йәнырыҫтар белә, хөрмәт итә, тик ауылда йәш көрәшселәр үҫтерелмәүе генә күңелде өйкәй. Өр-яңы күнекмә келәме бар, тренер табыу мөмкинлеге лә юҡ түгел, тик урында теләктәшлек тойолмай. Хәйер, бындай күренеш бер беҙҙең ауылға ғына хас түгел, ғөмүмән, ауылдар – үҙ шәхесен, шәхестәр үҙ ауылын күтәрһен ине.
– Тимәк, һеҙҙеңсә, милли көрәшкә иғтибар аҙ, хатта юҡ кимәлдә?
– Тап шулай. Быға ауыл ерендә генә түгел, ҡала мөхитендә лә миҫалдар байтаҡ. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта башҡорт факультеты һәм бүлектәре булған уҡыу йорттары бар. Ә шул белем усаҡтарында көрәш секцияһы эшләйме? Ауыл егеттәре башлыса шул бүлек-факультеттарҙа уҡый бит. Ҡурайҙан, бал ҡортонан тыш көрәш тә халҡыбыҙҙың бренды тип аталырға хоҡуҡлы.
– Тик түрәләр: “Көрәшкә түгел, башҡа социаль күренештәргә аҡса юҡ”, – ти бит әле бөгөн…
– Теләк булһа, аҡсаһын да, тренерын да, келәм-базаһын да табырға мөмкин. Стәрлетамаҡ физик культура техникумы директоры Миҙхәт Мусаҡаев аҡсаны үҙе һуғып ултырамы ни? Әллә Ишембай нефть колледжы етәксеһе Хәмит Баймырҙинға килтереп бирәләрме уны? Ә Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы директоры Айгөл Шаһисолтанова эште нисек ойошторған! Һәммәһе лә маҡтауға лайыҡ. Башҡаларға килгәндә, рух юҡ, шуға теләк тә самалы.
Йыш ҡына Ҡазанда көрәш ярыштарында булырға тура килә. Уларҙың юғары кимәлдә ойошторолоуы һоҡландыра, шул уҡ ваҡытта яҡташтар өсөн уңайһыҙ булып китә. Әйтеүемсә, көрәш, тәү сиратта, башҡорт бренды! Ун ауырлыҡ категорияһы буйынса ил кимәлендә бер чемпионыбыҙ ҙа булмауы иҫ китерлек бит.
– Ысынлап та, һуңғы арала көрәш майҙанында күпселек Кавказ егеттәре еңеп сыға. Яңылышмаһам, Чечняла, мәҫәлән, малай үҫтергән һәр йортта келәм бар. Нурулла Кәлимулла улы, шулай ҙа ҡасандыр башҡорт батырының көрәш буйынса донъя чемпионы исемен яуларына өмөт бармы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, ауылдарҙа баһадир егеттәр байтаҡ. Тыумыштан көрәшсе, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Дөрөҫ юлда, мәктәп, ҡала кимәлендә тейешле иғтибар биреп эшләгәндә, бынамын тигән батырҙар тәрбиәләп булыр ине.
Икенсенән, спортсыларға ғына түгел, тренерҙарға ла иғтибар аҙ бүленә. Эштең талабы ла, сифаты ла аҡһамаҫҡа тейеш. Булған һәм буласаҡ чемпион-спортсыларҙың да, аҡса аҙ килеү сәбәпле, башҡа өлкәләргә “тайыуы” сер түгел. Мин дә, бәлки, ең һыҙғанып, тағы ла бер нисә йыл эшләр инем, әммә көрәш өсөн көрәшеп арыным. Юҡ, бында шәхси мал йыйыу хаҡында һүҙ бармай, фатирым да маҡтанырлыҡ түгел. Ғаиләһен тейешенсә тәьмин итә алыуға өлгәшмәгән ҡайһы спортсының үҙ мәктәбен, ауыл-ҡалаһын, төбәген, илен күтәргеһе килһен – бына ҡайҙа төп мәсьәлә…
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Олимпиадалағы еңеүҙәргә ҡарамаҫтан, бөгөн көрәшкә генә түгел, ғөмүмән, спортҡа иғтибар самалы. Иҫке, ҡарауһыҙ ҡалған спорт майҙандары, ҡыҫҡартыуға эләккән тренерҙар – быға ишара. Ҡасанға тиклем дауам итер был үкенесле күренеш? Милләт юҡҡа сыҡҡансымы?!
Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.