Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике батыр төйәге билен биреп торманы...
Ике батыр төйәге билен биреп торманы... “Башҡортостан” гәзитенең күсмә Кубогын һәм приздарын иң оҫта көрәшселәр яуланы

Беҙҙең республикала көрәшселәре менән дан тотҡан райондар күп, әммә Салауат районы ғына “Ике батыр” төйәге тигән дан алған. Бында, әлбиттә, Салауат Юлаев менән Харис Йосопов күҙ уңында тотола. Юғары спорт даирәләрендә һәм хатта ил етәкселегендә лә яратып “Папа Ю” тип йөрөтөлгән данлыҡлы көрәшсе Харис Монасип улы хаҡында әле етерлек яҙмайбыҙ һәм үҫеп килгән быуынға танытырға ашыҡмайбыҙ. Шуны иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзитенең Салауат районының Арҡауыл ауылында милли көрәш буйынса үткәргән II асыҡ республика турниры Х.М. Йосоповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды.


Ике батыр төйәге билен биреп торманы...– Юҡ, юҡ, иҫәпкә алынмай – аҫта ҡалһа ла, башы келәмгә теймәне бит! Тағы бер тапҡыр! – Судья Хәлил Ғари­фуллин микрофон аша шулай тип әйтеү менән, арбитр Фәнүр Ғәйнетдиновтың һыҙғыртҡысы яңғыраны. Тимәк, көрә­шеү­се ике егеткә – Ҡыйғы районы һәм Златоуст ҡалаһы вәкилдәре Айгиз Мөхәмәтов менән Никита Усовҡа – йәнә бер-бере­һенең билбауҙарына йәбешергә тура ки­лә. Был юлы таһыллыраҡ итеп...
Көрәште күҙәткәндә берсә келәм ур­таһында көрмәкләшеүсе йәштәргә, бер­сә ялтлап торған спорт залына ҡарайһың. “Газпром” йәмғиәте аҡсаһына төҙөлгән “Йүрүҙән” спорт-һауыҡтырыу комплексы Арҡауыл ауылының ситендәге ҡалҡыу­лыҡта әллә ҡайҙан уҡ күҙҙең яуын алып тора. Бинаһының күркәмлеге, тирә-яғын­дағы ландшафты менән ул төпкөл ра­йонға осраҡлы килеп ултырған Европа киҫәген хәтерләтә, иркен залы һәм тренажер бүлмәләре, һәр төрлө уңайлыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Турнирҙы асыу тантанаһын “Йүрүҙән” комплексының йыр һәм бейеү оҫталары асып ебәрҙе. Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов ярышта ҡат­нашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмлә­гәндән һуң “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, был мәртә­бәле сараның маҡсаттарын билдә­ләп, ҙур спорт байрамын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән­дәргә республика баҫмаһы­ның Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
– Милли көрәш хәҙер халыҡ-ара ки­мәлгә сыға, – тине атаҡлы көрәшсе Х. М. Йо­со­повтың улы, Силәбе өлкәһе Билбау көрәше һәм көрәш федерацияһы етәксеһе Морис Йосопов, тантанала сы­ғыш яһап. – Һеҙ ҙә, егеттәр, ки­ләсәге өмөт­лө булған был спорт төрөнә аяҡ баҫтығыҙ, ошондай турнирҙарҙа тәж­рибә туплауығыҙ – шатлыҡлы хәл. Ха­лыҡ-ара турнирҙарҙа һәм уларҙағы еңеү­селәр исемлегендә һеҙҙе лә күрергә яҙһын.
...Ярыш залының бер яҡ ситендәге өҫ­тәлдәрҙә төрлө ҙурлыҡтағы кубоктар һәм приздар теҙелеп киткән. Йәш спортсылар уларға ҡарап-ҡарап ала. Кемдәргә эләгер? Урталағы өҫтәлдә, барыһынан да ҡалҡы­уыраҡ булып, “Башҡортостан” гәзи­тенең күс­мә Кубогы тора. Уны был ярыш­ҡа Мә­ләүез командаһы алып килде: былтыр I асыҡ республика турнирында был бүләкте улар яулағайны. Кире алып ҡай­тыр­ҙармы мәләүездәр Кубокты, әллә башҡа коман­даға ҡалдырып китергә мәжбүр булырҙармы?
Ул арала ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Әйткәндәй, тәүге сығыштар һүлпән генә башланып кит­кән һымаҡ булһа ла, аҙағына табан турнир көсөргәнешлерәк төҫ алды.
Ике батыр төйәге билен биреп торманы...– Ҡыҙыл майкаға – икенсе иҫкәртеү! – Судья Рәүил Закиров сираттағы алышты күҙ ҙә яҙлыҡтырмай күҙәтә. Арҡаһына барып ятты ғына тигәндә Сибай егете бер аяғына таянып өлгөрҙө! Сәмсел егеттәр тағы бер-береһенең билбауҙарын мат­ҡып тотто. Көрәшкә ни бары дүрт минут ваҡыт бирелә. Әгәр береһе лә өҫтөнлөк ала алмай һәм еңеүсе асыҡланмай икән, уларға “турайып баҫыу” алымы рөхсәт ителә. Билбауҙар барыбер ысҡын­ды­рыл­май, хатта улар бил­дәр­ҙе нығыраҡ та ҡы­ҫа. Тәбиғи, ике кө­рәш­сенең дә хәле бер үк була алмай – кемдеке ти­ҙерәк бөт­һә, шул арҡаһына ба­рып ятҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Был юлы ла шулай булды: үҙе менән көрәшеүсенең хәле кәмегәнен той­ҙомо икән, Федоровка районы егете уны баш аша алып та ырғытты!
...Көнө буйы барһа ла, турнир бик тиҙ үт­кән һымаҡ булды. Бәлки, һәр сығыш­ты иғ­ти­бар менән ҡарап ултырғанға ла шулай тойол­ғандыр. Бына иң таһыллы көрәш­селәр пьедес­тал алдына теҙелде. Еңеү­селәр иғлан ителә.
70 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә:
I урында – Өфө ҡалаһының олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр мәк­тәбе тәрбиәләнеүсеһе Салауат Йосопов;
II урында – Салауат районынан Альберт Ниғәмәтов;
III урында – Стәрлетамаҡтағы физик культура техникумы студенты Надир Исмәғилев.
Был категория еңеүселәренә бүләк­тәрҙе “Рәсәй ҡалалары” партияһының төбәк бү­лексәһе рәйесе, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының Башҡарма ко­ми­теты ағзаһы Әлтәф Ғәйфуллин тап­шырҙы.
80 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсә­мендә:
I урында – Мәләүез районынан Альберт Рәхмәтуллин;
II урында – Ҡыйғы районынан Артур Зөлҡәрнәев;
III урында – Салауат районынан Илнур Ғайнанов.
Был егеттәрҙе “Янғантау” шифаха­на­һы директоры урынбаҫары Альфред Зиннуров бүләкләне.
90 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсә­мендә:
I урында – Салауат районынан Наил Мөхәмәтйәнов;
II урында – Өфө ҡалаһынан Баш­ҡортостан дәүләт аграр университеты студенты Айгиз Зәйнетдинов;
III урында – Стәрлебаш районынан Илдар Моратов.
Сираттағы бүләктәрҙе көрәшселәр Дәү­ләт Думаһы депутаты Марсель Йо­соповтың ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина ҡулынан алды.
90 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡ үлсәмендә:
I урында – Мәләүез районынан Мансур Юлтимеров;
II урында – Салауат районынан Динис Нурмөхәмәтов;
III урында – Ҡыйғы районынан Таһир Зөлҡәрнәев.
Иң ауырҙар төркөмөнә бүләктәрҙе “Баш­ҡортостан” гәзитенең баш мөхәр­рире Нияз Сәлимов тапшырҙы.
Командалар араһында урындар түбән­дәгесә бүленде:
беренсе урынды хужалар – Салауат районы – яуланы;
икенсе урында – Баш­ҡортостан дәүләт аграр университеты; өсөнсө урында – Мәләүез районы.
Шулай итеп, “Башҡортостан” гәзите Кубогы ике батыр төйәгенә – Салауат ра­йонына – күсте!
Ике батыр төйәге билен биреп торманы...Турнир тарихында тәүге тапҡыр чемпион билбауы бирелде – төрлө аҫыл­таштар ме­нән биҙәкләп эшләнгән был матур ҡайышты Әлтәф Ғәйфуллин абсолют чемпион Мансур Юлтимеровҡа тапшырҙы.
Милли көрәш буйынса II асыҡ республика турнирында Башҡортостандың төр­лө райондарынан 15 команда составында йөҙгә яҡын йәш спортсы ҡатнашты. Шу­ны­һы ҡыуаныслы: был үткән йыл Мәлә­үездә уҙғарылған тәүге бәйгелә ҡатна­шыу­сыларға ҡа­­­­ра­ғанда байтаҡҡа күберәк. Тимәк, тур­нирҙың абруйы арта бара. Киләсәктә күсмә Кубокка дәғүә итеүселәр тағы ла күбәйер, милләтебеҙҙең мәҙәни ҡаҙа­ныш­тарының береһе булған милли көрәш үҙе лә рес­публикабыҙ халҡының иғти­барын нығыраҡ яулар тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Морис Йосопов:
– Силәбе өлкәһендә йәшәһәк тә, атайым минең күңелдә башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләй алған, бигерәк тә уның тыуған яғы­на килгәндә, мин үҙемде хал­ҡымдың айырып алғыһыҙ бер өлөшө итеп тоям. Һуңғы осорҙа Силәбелә башҡорт­тоң милли ихтыяж­дарына йөҙ менән борола башланылар. Беҙ, өлкә ҡоролтайы ағзалары, башҡорт телендәге “Уралым” гәзитен тергеҙергә йыйынабыҙ.
Рәшит Фәйзуллин, педагог, Арҡа­уыл ауылының хеҙмәт ветераны:
– Харис Йосопов – минең балалыҡ ду­ҫым. Бергә уйнап үҫтек, уның спорт­тағы уңыштарын һәр саҡ күҙәтеп барҙым. Әле лә, 87 йәштә булһам да, ҡыҙыҡ­һыныуым кәмемәй. Үҙебеҙҙең ауылда ла уҙғас, нисек килмәйһең?! Харис бала саҡтан бик таҙа кәүҙәле булды. Уларҙың нәҫеленә “айыу” ҡушаматы таҡҡандар ине, сөнки бары­һы ла мыҡ­ты һәм көслө. Студент сағында Харис, хәтерләйем, ауылға ҡайтҡан са­ғында, бала-сағаны йыйып, ярыш ойош­тора торғайны – көрәш бул­һынмы ул, йүгереү йәки һике­реүме... Еңеп сыҡҡан­дарға үҙе һатып алған приздарҙы тапшы­ра: ҡәләм, дәфтәр... Ул саҡта барыһына ла ҡытлыҡ ине бит шуға күрә балалар был бүләктәрҙе бик ҡыуа­нып ҡабул итте. “Башҡортостан” гәзите редакцияһына дуҫымдың иҫтәлегенә арнап оло бәйге үткәргәне өсөн ҙур рәхмәт!


Ике батыр төйәге билен биреп торманы...Рәхмәт һүҙе

Данлыҡлы көрәшсе Харис Йосоповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнап “Баш­ҡортостан” гәзите Кубогына һәм приздарына милли көрәш буйынса II асыҡ рес­публика турнирын ойоштороуҙа һәм уны уҙғарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән ба­ғыу­сыларыбыҙға – Рәсәйҙең Дәүләт Ду­ма­һы депутаты Марсель Йосоповҡа, уның ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһаринаға, Салауат районы хакимиәте башлығы Ғә­ли Хәй­ретдиновҡа, “Янғантау” шифа­ха­на­һы директоры Энгельс Ҡолмөхә­мә­товҡа, Баш­ҡортостандың билбау көрәше һәм көрәш федерацияһы рәйесе Вәкил Иль­ясовҡа, Силәбе өл­кәһенең Билбау көрәше һәм милли көрәш федерацияһы етәксеһе, Силәбе өлкәһе баш­ҡорт­тары ҡорол­тайы рәйесе Мо­рис Йосо­повҡа, бү­лексәһе рәйесе, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡорол­тайы Башҡар­ма комитеты рәйесенең бе­ренсе урынба­ҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәләф Ишмо­ратов­ҡа, “Рәсәй ҡалалары” партияһының төбәк бү­лексәһе рәйесе, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡорол­тайының Башҡарма комитеты ағзаһы Әлтәф Ғәйфуллинға, “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәриповҡа, ярыштар­ҙың баш судьяһы Адик Нурмө­хәмәтов етәкселе­гендәге судья­лар төркөмөнә, Салауат районы эшҡыуары Нәфис Мөлөковҡа, ярышҡа үҙ спортсыларын ебәргән район һәм ҡала хаки­миәттәре башлыҡтарына, Башҡорт дәү­ләт аграр университеты, Стәр­летамаҡ физик культура техникумы һәм Р. Ғарипов исе­мен­дәге 1-се башҡорт республика гим­на­зия-интернаты етәк­селәренә – ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Республикабыҙҙа милли көрәште үҫте­реүгә, йәштәребеҙҙә физик һәм рухи ныҡ­лыҡ тәрбиәләүгә индергән өлөшөгөҙ маҡ­тауға лайыҡ. Артабан да эштәрегеҙ ырамлы барһын, дуҫтар!

Был турнир буйынса фотогалереяны ошо адрес буйынса ҡарай алаһығыҙ: http://vk.com/album162549751_204860642


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Салауат районы, Арҡауыл ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200